Jump to content

Бәхәс(хикәйә). Нәжиә Игеҙйәнова

From Wikisource
Бәхәс ( хикәйә )
автор Нәжиә Игеҙйәнова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Бәхәс


 Баҡсала ике малай рәхәтләнеп алма кимерә.
— И-их, гел генә көҙ булһын ине. Алма, ҡарбуз ашап ҡына йәшәр инек, эйеме? — тине Илһам.
— Ә мин йәйҙе яратам. Көҙ көнө һыу инеп булмай, — тине Дамир.
— Көҙ һәйбәт! — тине Илһам.
— Йәй яҡшыраҡ! — тип еңеште Дамир.
— Көҙ!
— Йәй!
Шул саҡ быларҙың янына Шамил менән Азат килеп етте.
— Бәхәс тоҡсайҙары, нимәгә һүҙ көрәштерәһегеҙ? — тип ҡыҙыҡһынды Шамил.
— Әйт әле, көҙ яҡшымы әллә йәйме? — тип һораны Дамир.
— Ҡыш! — тине Шамил. — Мин коньки шыуырға яратам. Атайым яңы саңғы алып бирҙе. Их, тиҙерәк ҡыш етһен ине!
Илһам менән Дамир тамам аптыраны.
-— Ә һиңә, Азат, йәй оҡшаймы, ҡышмы? Әллә көҙмө?
— Яҙ! Мин яҙ көнө тыуғанмын. Миңә яҙын күп итеп бүләк алалар. «Муйыл, сирень сәскә атҡас, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡас, шундай йәмле ваҡытта тыуҙы минең улым», — ти әсәйем, белгегеҙ килһә! — Азат хатта маһайып ҡуйҙы.
 


2006 йыл