Jump to content

Бәхет үлсәме. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Бәхет үлсәме


Бармы бәхеттең үлсәме -
Оҙонлоғо, күләме,
Нисә килонан торғанын
Берәйегеҙ беләме?
Бармы бәхеттең хуш еҫе,
Бармы уның төҫтәре,
Көтөргәме уны иртән,
Әллә микән кистәрен?
Бар икән шул үлсәмдәре -
Ҡулымда ята бына,
Беләгемә һалһам - һыя,
Үҙе 3 кило ғына.
Сәстәренең хуш еҫенән
Ары торһон еҫлемай
Ҡына гөл - алһыу устары...
Шатлығым эскә һыймай!
Ашлау булһын мең йылдарға
Бөгөнгө хәләл һөтөм...
Янымда ята мыршылдап
Үлсәп булмаҫ бәхетем


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.