Бәхет. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Бәхет


Бәхет ҡайсаҡ һине көтөп тора
Бер аҙымда ғына - эргәлә,
Күрмәй уҙһаң, янда дуҫың булһын
Эҙләшергә уны бергәләп.

Табышһын да, шатлығынан үҙен
Бәхетлерәк тойһон һинән дә,
Баһалары артыр икеләтә
Бер уңышҡа икәү кинәнһә.

Дуҫың ҡайсаҡ һине көтөп тора
Бер аҙымда ғына - эргәлә,
Аймылышһаң, бәхет юлға сыҡһын
Эҙләшергә уны бергәләп.






This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.