0%

Бәхетле һин. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Бәхетле һин (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Бәхетле һин


Бәхетле һин! тиеп
Яҙ ашҡына,
Гөл-сәскәгә
Йәнең тумалған.
Моңло донъя,
Наҙлы был мәлеңдең
Ҡәҙерҙәрен белеп,
Таң ҡалған.

Мөхәббәтем
Бөрөләре шартлап
Асылырын көтөп,
Тын ҡалған…