Jump to content

Бәпкәләр(шиғыр). Сөләймән Муллабаев

From Wikisource
Бәпкәләр ( шиғыр )
автор Сөләймән Муллабаев
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Бәпкәләр


 Морон төртөп
          сыҡтылар ҙа
 Йөрөйҙәр сирәмлектә.
 Емдәр һибеп һыйлауымды
 Яратты улар бик тә.
 Тәмле һыйҙан ауыҙ иткәс,
 Итәгемдән тарталар.
 Беләм инде, улар бәпкә
 Үләнен яраталар.
 Мин төшөнәм телдәренә,
 Һөйөнөп: «Бип-бип! —
             тиҙәр, —
 Йәшел күлдәгең үләнгә
 Оҡшаған бик-бик!» —
                 тиҙәр.

 


1988 йыл