Баҡса таҙартҡанда, Фуат бер бәке табып алды. Бәкеһе бәке генәме! Ҡайсыһы ла, беҙе лә бар. Үҙе әллә нисә йәпле. Ҡулда йымылдап ҡына тора.
— Шәп бәке! — тиҙәр малайҙар.
— Шәбен шәп тә, минеке түгел бит әле, — ти уларға Фуат.
Ул бәкене әйләндереп-әйләндереп ҡараны ла баҡсасы бабайҙың бәләкәй генә өйөнә инеп китте.
— Бабай, бәке тапҡайным, һинеке түгелме?
— Минеке түгел шул, улым. Ай-һай, бәкеһе шәп икән! — ти баҡсасы.
— Ә кемдеке икән, берәйһе бәкеһен юғалтмағайнымы? — тип һорай Фуат.
— Белмәйем, улым. Ә хужаһын табайыҡ тиһәң, үҙен ана теге таҡтаға элеп ҡуяйыҡ. Кем тапҡанын да яҙайыҡ. Уҡыусы ғәҙел булғанды һөйләп торһон әйҙә, — ти баҡсасы бабай.
Бер ял көндө Фуаттарға тракторсы Мансур ағай килеп инде. Үҙе эргәһенә Фуатты саҡырып алды. Кеҫәһенән нимәлер сығарҙы ла:
— Йә, Фуат ҡустым, уйлап ҡара әле. Минең ҡулда нимә бар? — тине. Фуат ни әйтергә лә белмәне. Ҡапыл Мансур ағайҙың усында үҙе тапҡан бәке ялтырап китте. — Һин яҡшы малай, ғәҙел уҡыусы икәнһең. Шуның өсөн был бәкене һиңә бүләк итәм. Мә, ал. Һәр ваҡыт ғәҙел бул, — тип Мансур ағай бәкене Фуатҡа бирҙе.