100%

Быума (поэма). VI. Ҡолдәүләт

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Быума*
автор Ҡолдәүләт
Ижад итеү ваҡыты: 1990, Йоматау.. Сығанаҡ: Ҡолдәүләт. Ҡ 50 Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008. — 232 бит. ISBN 978-5-295-04498-4


Әрнеүҙәре була һәр замандың,
Һәр замандың була үҙ сире...

Быума[1]

(Поэма)

VI


Үҙ ҡайғыһын тылҡый-тылҡый тиеп,
Һин әрләмә мине, уҡыусым.
Былай ҙа бит был тормошта бик күп
Йылға-йырҙарымды быуыусы.

Был күңелем минең моң һағышҡа
Мөлдөрәмә булып тулышҡан.
Ғүмер буйы сарсап йәшәнем мин
Йән серҙәшкә ҡырыҫ тормошта.

Етте, етте! Ауыҙыма һуғып,
Моңдарымды быума, заманым.
Аҙ булдымы үҙ ҡайғыма быуылып,
Илағаным ергә ҡапланып.

Был донъяға һис яраҡһыҙ итеп
Тыуҙырҙың да мине, заманым,
Үҙ сабыйын ташлағандай әсә,
Тормош упҡынына ташланың.

Ауыр, ауыр йәшәү ауырыу илдә,
Икеләтә ҡыйын көсһөҙгә,
Сөнки рәис беҙҙә таш бәғерҙәр,
Сәркәтиптәр беҙҙә һөмһөҙҙәр.

Ҡайҙа барһам да мин яраманым,
Бер ҡайҙа ла үҙем һыйманым.
«Был ауырыуҙан беҙгә ниндәй файҙа?..»
Һәр бер хужа шулай уйланы.

Тора һаман хәтәр шаңдау булып
Бер түрәнең һүҙе ҡолаҡта:
«Беҙҙең илгә эшсе ҡулдар кәрәк,
Кәрәк түгел һинең һымаҡтар...»

Шул түрәнең ябай фәлсәфәһе
Йылдар аша миңә ниңәлер:
«Беҙҙең илгә ҡолдар кәрәк», – тиеп
Ишетелә ҡулдар тигәне...

Аяҡ-ҡулда ҡалып булмаһа ла,
Беҙ йәшәнек илдә ҡол һымаҡ...
Ағыуланы беҙҙең зиһендәрҙе
Матур лозунгылар ыу һымаҡ.

Беҙ ышана инек һәр бер һүҙгә,
Ҡыуана инек һәр бер уңышҡа.
Күҙҙе сағылдырҙы сағыу плакаттар,
Һаңғырау итте көслө алҡыштар.

Беҙ урамдан үттек, бер «Алла»ның
Һәр һүҙенә дәррәү ҡушылып.
Ошо шау-шыу аҫтында бит ҡалды
Әҙәм ҡайғылары баҫылып...

Ул замандың шауы ҡолағымда
Һаман әле тора яңғырап.
Ил ҡайғыһын ғына беҙ ишеттек,
Кешенекенә булдыҡ һаңғырау...

Илем тиеп мин янһам да, миндә
Түгел ине уның уйҙары.
Ағылдылар берсә асыу булып,
Берсә һағыш булып йырҙарым.

Йәшермәйем, ҡай саҡ ошо илдә
Тыуын үҫкәнемә үкендем.
Мин йәшендән һуғып үлтереүен
Һәм йотоуын ерҙән үтендем...

Өмөтһөҙлөк быума һымаҡ быуҙы,
Үкенестәр ҡыҫты һәр яҡтан.
Мин тормоштан ҡастым, Октябрҙән һуң
Ҡасҡан кеүек илдән бай аҡтар...

Йыр иленә ҡастым, ҡотолормон тип,
Ошо илдә рухи ҡоллоҡтан.
Эй күңелдең ябай бер ҡатлығы!
Күпме бәлә күрҙем шунлыҡтан...

Был илдә лә йәшәү ауыр ине,
Мин эмигрант инем был илдә.
Бер кемгә лә йырым оҡшаманы,
Сыҡһа ла ул урғып күңелдән.

Яһалма йыр яңғыраған мәлдә,
Йөрәктәрҙән сыҡҡан моң-йырҙы,
Һәр урында быуар йылан һымаҡ
Мөждәбәләр быуып ултырҙы.

«Бигерәк пессимист һин, — тине миңә
Дәрәжәле, олпат бер ағай, —
Сикһеҙ үрҙәр яулағанда илең
Ундай йырҙар яҙыу ярамай...

Тиҫтерҙәрең БАМ-дар төҙөгәндә,
Яулағанда төпһөҙ космосты.
Данла уй-хыялын партияның,
Данла шаулап торған тормошто!..»

Ул тормошто нисек данларға һуң?!
Туҡтағайны бит ул ағыуҙан.
Шул тормоштоң шаулап ағыр һыуын
Быуып ятты тау-тау ҡағыҙҙар...

Эй был ҡағыҙ быуа! Анһат ҡына
Түгел ине йырып сығырлыҡ.
Ҡағыҙ-ҡағыҙ ҡарарҙарҙы ҡушһаң,
Озон тишектәрен тығырлыҡ...

Озон тишектәрен тыҡманылар,
Япты улар әҙәм ауыҙын.
Азатлыҡтың тамағына торҙо
Бюрократтың һөйәк-ҡағыҙы.

Ҡайҙа барма, карьер ташы һымаҡ,
Өйөлөп ятты ҡағыҙ быуалар.
Ағыуланды тормош, ыу-ағыуҙан

Ағыуланған кеүек йылғалар.

Япраҡ ярған мәлдә Көнбайыштар,
Сәскә атҡан саҡта Көнсығыш...
Яйлап ҡына шиңде, үлде илем,
Заман быуаһында тонсоғоп.

Был быуала күпме йәндәр үлде,
Ағыуланған һымаҡ балыҡтар.
Ҡыҫты беҙҙе яман ҡыҫалалай,
Туң ҡарарҙар, ҡанун-ҡалыптар.

Күпме хыял үлде аҫылынып,
Күпме өмөт үлде баҫылып.
Өҫтән яуған ямғыр күрһәтмәләр
Өҫтөбөҙгә яуҙы таш булып.

Күҙебеҙгә төрттө күҙле бүкән,
Башыбыҙға һуҡты таш һындар.
Ташты беҙҙең әрнеү-һағышыбыҙ,
Ярһып ташҡан яҙғы ташҡындай.

Күтәрелде тулҡын-тулҡын булып,
Йыйылып килгән халыҡ асыуы.
Мөмкин түгел уны туҡтатыуы,
Мөмкин түгел уны баҫыуы!

...Йырһа ла бит хаҡлыҡ ташҡын кеүек
Торғонлоҡтоң ыулы быуаһын.
Тик иртәрәк әле төпһөҙ күккә
Кәпәс ырғытырға ҡыуанып...

Һаман әле ҡалтырана илем,
Яр буйында ятҡан балыҡтай.
Баҫа уны үткәндәрҙең йөгө,
Ҡыҫа уны иҫке ҡалыптар.

Быуыла илем, гүйә, бер сирленең
Боғаҙынан быума алғандай.
Арына алмай йән-тәненә һеңгән
Яһалмалыҡ менән ялғандан...

Шәфҡәт ҡыҙын ауырыу саҡырғандай,
Ил күҙҙәре көнгә төбәлгән.
Сирҙәренән илем һауыҡмаһа,
Мин үҙем дә, беләм, йүнәлмәм...

Сөнки илдең һәр бер зары мине
Яманыраҡ быуа быуманан.
Ҡайғыһынан уның һарғаямын,
Уңышына уның ҡыуанам.

Үткәндәрҙең хәтәр төштәренән
Уяна алмай илем баҫлығып.
Кем һуң уға ярҙам ҡулы һуҙыр,
Кем һуң һонор һауа яҫтығын?!.


1990. Йоматау

  1. Быума – бында астма мәғәнәһендә.