Jump to content

Быума (поэма). Ҡолдәүләт

From Wikisource
Быума*
автор Ҡолдәүләт
Ижад итеү ваҡыты: 1990, Йоматау.. Сығанаҡ: Ҡолдәүләт. Ҡ 50 Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008. — 232 бит. ISBN 978-5-295-04498-4


Әрнеүҙәре була һәр замандың,
Һәр замандың була үҙ сире...

Быума[1]

(Поэма)

I


Ғүмер буйы миңә һауа етмәй,
Мин ҡәҙерен беләм һауаның.
Ошо сирҙән дауа эҙләй-эҙләй,
Йөрөмәгән ерҙәр ҡалманы.

Була шундай көндәр: яр буйында
Ятҡан балыҡ кеүек тонсоғам.
Ҡалтырана башлай бөтә тәнем,
Әйтерһең дә, минән йән сыға...

Кемдер боғаҙымдан тотоп ала,
Күҙҙәремде ала томалап.
Төпһөҙ упҡындарға осамын да,
Мин ҡайҙалыр шунан юғалам...

Арҡыс-торҡос килә бөтә донъям,
Әйләнә лә ҡапыл ҡараға.
...Алыҫ юлға сыҡҡан уҡыусылар
Күмәкләшеп, имеш, ҡар яра...

Ап-аҡ дала. Алыҫ бер ауылдан
Беҙ ҡайтабыҙ арып уҡыуҙан.
Әллә шулай өйгә ашҡынабыҙ,
Әллә инде ҡурҡып туңыуҙан?

Абына-абына йүгерәбеҙ,
Бата-сума тәрән аҡ көрткә.
Бүтәндәрҙән артта ҡалмайым тип,
Тырышамын мин дә бар көскә...

Яйлап ҡала барам, ғәрлегемдән
Тамағыма төйөр тығыла.
Шул төйөрҙән күмгүк булып ҡатам,
Шул төйөрҙән тағы һығылам!

Йығыламын ҡапыл... Абайлайым:
Сәбәләнә башлай дуҫтарым.
Илай-көлә сикәләрҙә тоям
Мин уларҙың ҡайнар устарын...

...Яман төштән тынсыу палатала
Иҫкә киләм янып, баҫлығып.
Ҡобараһы осҡан шәфҡәт ҡыҙы
Һона миңә һауа яҫтығын...

Эй был донъя,
Йәшәр көнөм инде
Ҡалдымы ни ошо яҫтыҡҡа?!
Ә уйлаһаң, беҙ ағайҙар кеүек,
Үҫмәнек бит ҡытлыҡ, аслыҡта...

Тормошобоҙ беҙҙең етеш ине,
Өҫтәлдәр ҙә ине түңәрәк,
Һис бер ҡайғы белмәй туғайҙарҙа
Йомғаҡ һымаҡ үҫтек тәгәрәп.

Барыһы ла һәйбәт һымаҡ ине...
Был сирем һуң минең тик ҡайҙан?!
Ыулы булған икән һыу-һауабыҙ,
Һәм ағыулы булған туғайҙар...

Тынғы бирмәҫ был ауырыуым минең –
Иҫтәлеге үткән замандың.
Был күңелем шул замандың бөтә
Әрнеүҙәрен йыйып алғандыр...

Әрнеүҙәре була һәр замандың,
Һәр замандың була үҙ сире.
Була уның ҡәһәр һуҡҡыры ла,
Була сәнселеп тә киткере.


1990. Йоматау

  1. Быума – бында астма мәғәнәһендә.