Jump to content

Был ҡайһы саҡ була?(шиғыр). Ғабдулла Туҡай

From Wikisource
Был ҡайһы саҡ була?(шиғыр). Ғабдулла Туҡай (Шиғыр )
автор Ғабдулла Туҡай
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Был ҡайһы саҡ була?


 Ашлыҡтар үҫте,
 Башаҡтар беште,
 Ҡояш бешерә,
 Тиргә төшөрә.
 Халыҡ ашыға,
 Китә баҫыуға,
 Игенен ура —
 Был ҡай саҡ була?


1996 йыл