0%

Был төн ҡабатланмаҫ

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Был төн ҡабатланмаҫ (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (45-се бит) ISBN 5-295-03798-3


БЫЛ ТӨН ҠАБАТЛАНМАҪ


Был төн, беләм, башҡа ҡабатланмаҫ,
Бер кем һине миндәй ярата алмаҫ,
Исемеңде уйлап ҡанатланмаҫ –
Был төн, беләм, башҡа ҡабатланмаҫ.

Саҡрымдарҙы уйҙар аҙым итер,
Уйҙарымда йәшлек яҙым етер,
Хыялдарым яндарыңа китер –
Саҡрымдарҙы уйҙар аҙым итер.

Төштәреңдә мине күрһәң әгәр,
Сыҡма берүк яндарыма сәфәр,
Миңә етә төштәге саф мәлдәр –
Төштәремдә хыялдарым зәңгәр.

Уйҙар һәм мин – был төн ҡосағында –
Хәтирәләр яна һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, ялҡын һүнеп ҡалыр төҫлө,
Йырым тере һөйөү тере булһа ғына!



Иҫкәрмәләр

  • Йыр. Композиторы Флера Шарипова. Йырлай Диана Ишниязова[1].

[2]



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.