Jump to content

Был ни хәл?(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

From Wikisource
Был ни хәл? (Шиғыр )
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Был ни хәл?


 Түр бүлмәнең форточкаһын
 Барып асыуым булды —
 Йомшаҡ ҡына ҡар бөртөгө
 Усыма килеп ҡунды.
 — Ҡыш бабайҙан һиңә сәләм
 Алып килдем,— тине лә,
 Ҡар бөртөгөнөң, ниңәлер,
 Бөттө әйтер һүҙе лә,
 — Был ни хәл?— тип уға
                 баҡһам,
 Әллә ҡайҙа булған ул.
 Нәни генә ҡар бөртөгө
 Ирегән дә ҡуйған шул.


1996 йыл