0%

Былай ҙа бит… Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Былай ҙа бит… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 30.03.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Ни булғандыр – дуҫым үпкәләгән.
Шылтыраттым – яуап бирмәне,
Үҙе шылтыратып, хәл белмәне,
Килә торған ергә килмәне.

Нимә булды? Ниңә үпкәләгән?
Үҙ-үҙемдән ғәйеп эҙләйем.
Үпкәләрлек бер ни эшләмәнем,
Нимә уйлай дуҫым – белмәйем.

Аҡыл менән йөрәк бәхәсләшә:
Береһе әйтә: “Етер, ялынма!
Ғәйебең юҡ икән – аптыранма,
Кәмһетеүгә улай юл ҡуйма!”

Икенсеһе әйтә: “Ниндәй дуҫ һин,
Юҡ-бар өсөн торһаң үпкәләп?
Шылтыратып ҡара тағы берҙе,-
Күпме ғүмер үткән бергәләп…”

Тәү аҙымды, ахыры, мин яһармын…
Икеләнеп ҡуям бер талай:
Тәү аҙымды яһай көслө кеше,
Кем дуҫлыҡты ысын баһалай!

Ваҡытыбыҙ әрәм йөрөүҙәргә
Юҡ-бар сәбәп менән үпкәләп,
Былай ҙа бит тормош арбаһынан
Төшөп ҡала дуҫтар берәмләп…
Былай ҙа бит…