Буш итмәне көҙ. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Саған япрағы[edit]

Көҙ таратып бөткән бар емешен,

Ел өйөртә япраҡ буранын...

Өшәңгерәп ятҡан ер ҙә тиҙҙән

Аҡ тунына ойоп уралыр.

Ни эҙләйһең, һис ни ҡалманы, тип,

Ҡырыҫ ҡына геүләй ағаслыҡ,

Ышыҡ бирмәҫ булып ҡара көйгән

Йәй сабында ҡорған аласыҡ.

Ҡарағусҡыл инде Йөйәк һыуы,

Өтөп ала һалҡын ағышы.

Ауырайған терегөмөш кеүек,

Һәлмәкләнгән тулҡын ҡағышы.

Таныш саған ниҙер һөйләй төҫлө,

Әллә инде илай әсенеп,

Сабый ҡулы кеүек бер япрағы

Ҡуйыныма инде йәшенеп.

Бармаҡтары менән сат йәбешеп,

Устарымда яна ут һымаҡ.

... Көҙ барыбер мине буш итмәне -

Шиғыр һалып китте усыма.

1980


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.