0%

Буранбайҙар. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Буранбайҙар. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2006.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Тарих төпкөлөнән Буранбайҙың
Бығау сыңы ҡалған йыр булып,
Һаҡмар һыуын эскән малайҙарҙың
Күңеленә тулған нур булып.

Шифалымы эскән һыуҙарығыҙ?
Ырыҫлы ер – тупраҡ-ҡәлғәме?
Быуат аша тыуған егеттәргә
Буранбайҙың күскән уй-ғәме.

Ҡурайсылар, йырсы егеттәрҙе
Кем тыңламай икән елкенеп?
Йән тетрәткес ғәжәп, көслө моңға
Экран, сәхнә тора һелкенеп.

Рухы менән улар – Буранбайҙар:
Ҡотоевтар, Раев, Һағынбай,
Аралбайҙар менән Ғәйетбайҙар-
Ғорурланыр ине Буранбай!

Ике ярҙан ике күрше малай
Ил яҙмышын яҡлап, ил айҡай:
Данлы ерҙең маһир уландары-
Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай.

Әҙәбиәт йөгөн алға һөйрәй,
Ил хәстәре Әхмәр башында.
Рәйес Түләк, данла тыуған ерҙе,
Йүгәнең дә булһын, атың да.

Буранбайҙар, әйҙә, алға елһен,
Арымаһын ижад аттары.
Йырығыҙҙы, һүҙегеҙҙе тыңлап,
Ғорурланһын ауыл ҡарттары!