Jump to content

Була күрһен... Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Була күрһен... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2011.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Был донъяла һине, минең кеүек,
Бармы икән уйлап-ҡайғыртҡан,
Мөмкин булмағанды мөмкин иткән,
Һине уйлап, көн-төн ут йотҡан?

Минме, балам, һине яратмайым?
Мин бит һине юҡтан бар иттем,
Һинең өсөн тамуҡтарға индем,
Тормошоңдо ожмах-гөл иттем.

Яратыусы һине, бәлки, күптер:
Йөҙөң сибәр, зифа буйҙарың…
Матур һүҙҙәр менән әүрәтерҙәр,
Әсәйеңдә булмаҫ уйҙарың.

Бармы икән шулар араһында
Һинең өсөн үҙен онотҡан?
Һинең өсөн үҙен аямаған,
Һинең өсөн генә ут йотҡан?

Минме, балам, һине яратмайым?
Кем бар һиңә миндәй йән атҡан?!
Була күрһен, балам, тормошоңда
Алда көтөп торған яҙмышыңда
Бары берәү генә булһа ла
Минең кеүек һине яратҡан!