Босфор боғаҙы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Босфор боғаҙы


Аҡ (Урта) диңгеҙҙә яҙылған шиғыр
Һыуҡайҙарың, Босфор, аға, тиҙәр,
Бер үк мәлдә ҡапма-ҡаршыға,
Тоҙло һыуың ҡаға арғы яҡтан,
Сөсө һыуың биренән ашыға.
Мин фәҡирең һинең есемдәнме,
Игеҙәгем - һинме, Босфором,
Уңыш бирһә яҙмыш уң ҡулыма,
Һулы менән бәлә ҡосторор.
Бер ҡанатым күккә күтәргәндә
Икенсеһе һына-ҡайырыла,
Бәхетемдән әрем тәме итә,
Өмөттәрҙе юймай ҡайғылар.
Үҙе әсе, үҙе шәрбәт яҙмыш
Артҡа китеп алға тәгәрәй,
Бер ҡапҡаға ике шайба оса -
Аҡ-ҡаранан:
бергә-бер мәрәй.
Өмөтһөҙлөк аяғымды киҫһә,
Өмөт ҡошон ҡулым осороп,
Көнөм менән төнөм буталышҡан:
Беҙ игеҙәк, ахыры, Босфором...
Бик арыған инде минең йөрәк,
Бик арыған яҙмыш – ҡанатым.
…Шатлыҡ бирһәң, Раббым, ҙурҙан бирмә,
Түләтерҙән итеп бар хаҡын.
Көсөм етмәҫ...


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.