0%

Биғәйбә. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Биғәйбә (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Биғәйбә


Атлап киләм. Бер һүҙем юҡ.
Бер һүҙем юҡ – биғәйбә!
Һин мине ят иткән мәлдә,
Ят бул үҙең дә, әйҙә.

Һыныҡ рухың турайтҡаным,
Күңелең ҙурайтҡаным,
Бөлгән өйөң бөтәйткәнем,
Донъяңды ҡотайтҡаным

Юйылһын һинең иҫеңдән,
Хыянатсыл хисеңдән.
Ят кеше бул. Онот мине,
Килһә әгәр көсөңдән.