Jump to content

Бирнә. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource



Бирнә


        
Ҡыҙыл башлы һөлгө элдем
Ҡоралай мөгөҙөнә,
Китер инде өйҙән сығып
Ҡоралайым көҙөнә.

Ос-осона баҫҡан ынйы -
Яҙғы ләйсән тамсыһы,
Һырлы-һырлы суҡтар һалды
Йәйҙең алтын ҡамсыһы.

Ҡыҙыл алма һондо көҙҙәр,
Ҡушып үрҙем нур-епкә,
Күҙ ҡамашыр ҡар яланын
Ҡыштар бирҙе ерлеккә.

Ҡыҙыл башлы һөлгө сиктем,
Нағыштары - Һомайғош,
Һомайғошло өйҙә генә
Йәшәрҙәргә Хоҙай ҡуш.





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.