100%

Билдәһеҙ! М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Билдәһеҙ!
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Билдәһеҙ!


Китмәҫ бәхет таптым, тип,
Ҡулда тороу билдәһеҙ;
Ғәрип йәнең — ҡунаҡтыр —
Тәндә тороу билдәһеҙ;
Был донъяла күп тороп,
Ғүмер һөрөү билдәһеҙ;
Тиндәр менән тиңләшеп,
Тиң йөрөүең билдәһеҙ;
Түбәһе бейек өйөндә
Дүрт көн тороу билдәһеҙ;
Ҡатының яҡшы юлда тип,
Бер йөрөүең билдәһеҙ;
Баланы балдан татлы тип,
Көн күреүең билдәһеҙ;
Ҡартайғансы донъяла
Йән тороуы билдәһеҙ;
Китмәҫ дәүләт бәйләнеп,
Мал тороуы билдәһеҙ;
Көн дә — көн дә ҡулында
Сәй, мәй тороу билдәһеҙ;
Мәртәбәне таптым, тип,
Үлмәй тороу билдәһеҙ;
Әҙәм затка яралып,
Хан булыуың билдәһеҙ;
Был донъяны ҡыуған менән,
Бай булыуың билдәһеҙ!