Jump to content

Библия

From Wikisource
Библия
Тәржемәсе билдәһеҙКатегория:Билдәһеҙ тәржемәсе тәржемә иткән әҫәр
боронғо йәһүд теленән тәржемә. Төп телдә исеме: בְּרשְׁמוֹת. — «Библия» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: БЭТ VI—V быуат. Нәшер ителгән: 1876 й.. Сығанаҡ: сығанағы билдәһеҙ, Википедиянан күсерелде
Ошо исемле башка биттәр бар 


Ғайса Мәсихтең тормошо

[edit]

Ғайсаның тыуыуы тураһындағы Изге Хәбәр

[edit]

Кешелекте гонаһтан һәм мәңгелек һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн Алла был гонаһлы донъяға Үҙенең Улын – Ғайса Мәсихты ебәрә. Уның тыуыуы менән ерҙә яңы дәүер башлана. Хатта беҙҙең йыл иҫәбе лә Ғайса Мәсих тыуған ваҡытынан башлап һанала.

Ғайсаның тыуыуы тарихи хайран ҡалырлыҡ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: донъяны һәм бөтөн ғәләмде барлыҡҡа килтергән Алланың Улы, мал-тыуар аҙбарында тыуа. Оҙаҡ ваҡыт үтмәҫтән, шул илдең батшаһы Уны үлтерергә әмер бирә.

Хәйер, әйҙәгеҙ, баштан уҡ башлайыҡ.Исраил иленең төнъяғындағы кескәй генә Насара ҡалаһында Мәрйәм исемле тыйнаҡ ҡына бер ҡыҙ йәшәй. Саф күңелле был ҡыҙ бала Алланы бик ярата. Шулай бер ваҡыт уның янына Алланың фәрештәһе Йабраил килә.

-Ҡыуан, игелекле. Хужабыҙ һинең менән.Һин ҡатын-ҡыҙҙар араһында мөбәрәкһең,- тиул уға. Мәрйәм, фәрештәне күреп, ҡаушап ҡала. Ләкин фәрештә:

-Ҡурҡма, Мәрйәм, сөнки һин Хужабыҙҙың мәрхәмәтен яуланың; һин, балаға ҡалып, Ир Бала табырһың һәм уға Ғайса* тигән исем ҡушырһың ул бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Хужабыҙ Алла Уға олатаһы Дауыттың тәхетен бирер.Яҡуп йорто өстөнән Ул быуаттар буйына батшалыҡ итер, Уның батшалығының ахыры булмаҫ,-ти

Мәрйәм әле ул саҡта кейәүҙә булмай, Аллаға ныҡ ышана торған Йософ исемле тәҡүә кешегә йәрәшелгән була.Ҡыҙ фәрештәгә:

-Нисек улай була алһын, минең бит әле ир-атты белгәнем юҡ,- ти

Фәрештә уға:

-Һиңә Изге Рух инер һәм һиндә Алланың ҡөҙрәте булыр, шуға күрә тыуасаҡ Изге Бала Алла Улы тип аталыр,- тип яуап бирә.

Мәрйәмдең бәпес табасағын белеп, Йософ уға өйләнмәҫкә уйлай. Ләкин төшөндә Хужабыҙҙың фәрештәһе уға:

-Дауыт улы Йософ! Ҡатының Мәрйәмде ҡабул итергә ҡурҡма, сөнки унан тыуасаҡ Бала Изге Рухтан. Мәрйәм Ир Бала табыр, Уға Ғайса тип исем ҡушырһың; сөнки Ул Үҙенең кешеләрен гонаһтарынан ҡотҡарыр,- тип әйтә.

                                                                                          Лука 1:26-35
  


  • Ғайса- йәһүд телендә ҡотҡарыусы, ирек биреүсе тигән мәғәнәне аңлата.





Ғайса Мәсихтың тыуыуы

[edit]

Мәрйәм ауырлы булған ваҡытта, уға Йософ менән бергә алыҫ юлға сығырға тура килә, сөнки Рим ҡайсары Август үҙе яулап алған ерҙәрҙә йәшәүсе халыҡтың иҫәбен алырға бойороҡ бирә. Һәр кешегә ата-бабалары еренә ҡайтырға кәрәк була.Йософ менән Мәрйәм Дауыт батша йортонан, уның нәҫеленән булалар.Дауыт батшаның туған ҡалаһы Бәйтлехемға юл тоталар. Насара менән Бәйтлехем араһы 170 саҡырым була. Ул ваҡытта поездар ҙа, автомобилдәр ҙә булмай, һәм уларҙың сәйәхете бер нисә көнгә һуҙыла. Насара Исраилдың төнъяғында, ә Бәйтлехем – көнъяғында, Йәһүдияла урынлашҡан.Гәлиләянан Йәһүдияға барғанда Самария аша уҙырға кәрәк була.Ә Самария һәм Йәһүдия- таулы ерҙәр.

Ниһайәт, Йософ менән Мәрйәм Бәйтлехемға килеп етәләр. Ләкин ҡунаҡханала урындар бөткән була, ә Мәрйәмдең бала табыр ваҡыты етә. Беҙ Инжелдә: «...һәм үҙенең беренсе Балаһын- Улын тыуҙырған, Уны йүргәккә төргән һәм ҡунаҡханала урын булмағанлыҡтан, уны мал ашата торған утлыҡсаға һалған»,- тип уҡыйбыҙ. Тимәк, улар мал аҙбарында туҡталған булалар. Элек-электән үк килгәнсә, ундай аҙбар тау ҡыуышында була. Ул яҡтарҙа әле хәҙер ҙә көтөүселәр тау ҡыуыштарын һарыҡ аҙбары итеп ҡулланалар.

                                                                                                               Лука 2:1-7
  



Ғайса янына көтөүселәрҙең килеүе

[edit]

Ул ваҡыттарҙа Бәйтлехем ҡалаһы тирәһендә көтөүлектәр булған. Ғайса тыуған төндә ҡайһы бер көтөүселәр, көтөүзәрен ҡарауыллап, йоҡламайҙар. Шул төндә кинәт уларға Хоҙайҙың бер фәрештәһе күренгән, уларҙы Хоҙайҙың даны балҡытҡан һәм улар бик ныҡ ҡурҡҡандар.

Фәрештә уларға әйкән: «Ҡурҡмағыҙ! Мин һеҙгә бөтә кешеләр өсөн бик шатлыҡлы буласаҡ яҡшы хәбәр килтерҙем: Бөгөн Дауыт ҡалаһында һеҙҙе Ҡотҡарыусы тыуҙы, ул Мәсих. Бына һеҙгә билдә- Ул биләүгә биләнгән килеш мал ашата торған утлыҡсала ята».

Кинәт кенә фәрештә менән бергә бик күп күк ғәскәре күренгән һәм улар Алланы данлап: «Иң юғарылағы Аллаға дан, Алла илтифаты булған һәр кешегә ерҙә тыныслыҡ»,- тигәндәр.

Күргәнегеҙсә, Ғайса Мәсихты, донъяны Ҡотҡарыусыны, тыуҙырыу өсөн Аллаһы Тәғәлә алтын һарай түгел, ә тау ҡыуышын һайлаған. Уның тыуыуы тураһында иң элек байҙарға түгел, ә ябай көтөүселәргә хәбәр иткән. Ә улар кешелекте Ҡотҡарыусыға баш эйеү өсөниң беренсе булып килгәндәр.

Фәрештәләр күккә күтәрелеп киткәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Бәйтлехемға барайыҡ, Хоҙай беҙгә белдергәнсә, унда нимәләр булғанын күрәйек»,- тигәндәр.

Улар ашығып шунда барғандар һәм унда Мәрйәм менән Йософто, шулай уҡ утлыҡсала ятҡан баланы күргәндәр.

Уны күргәс, улар был Бала хаҡында үҙҙәренә нимә хәбәр ителгән булһа, шуны халыҡҡа һөйләгәндәр.

Көтөүселәрҙең һөйләгәндәрен тыңлағас, барыһы ла ғәжәпләнгән. Мәрйәм иһә был һүҙҙәрҙе күңелендә һаҡлаған.

Көтөүселәр бар нәмәнең үҙҙәренә фәрештә һөйләгәнсә булыуын ишетеп һәм күреп, Алланы данлап, маҡтап кире ҡайтҡандар.

                                                                                                           Лука 2:9-20




Аҡыл эйәләренең кескәй Ғайса алдында баш эйеүе

[edit]

Һируд батша көндәрендә Йәһүдиялағы Бәйтлехем ҡалаһында Ғайса тыуғас, Йерусалимға көнсығыштан аҡыл эйәләре килә. Улар: -Йәһүдияның яңы ғына тыуған батшаһы ҡайҙа?-тип һорайҙар. -Беҙ көнсығышта Уның йондоҙон күрҙек һәм Уға баш эйергә килдек.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Һируд батша һәм уның менән бөтөн Йерусалим халкы ла хафаға төшә. Ул, барса баш руханиҙарҙы һәм ҡанунсыларҙ йыйып, Мәсихтың ҡайҙа тыуырға тейешлеген һорай. -Йәһүдиялағы Бәйтлехемда,- тип яуап бирәләр уға,- Сөнки пәйғәмбәр аша: «Бәйтлехем, һин дә- Йәһүдия ере; һәм Йәһүдия өлкәләре араһында һис тә иң бәләкәйе түгелһең. Сөнки Минең Исраил халҡымдың көтөүсе буласаҡ Юлбашсы һинән сығыр»,- тип яҙылған. Шунан аҙаҡ Һируд, аҡыл эйәләрен йәшерен генә саҡыртып, йондоҙҙоң барлыҡҡа килеү ваҡытын белешә һәм уларға: -Барығыҙ, Бала тураһында ныҡлап белешегеҙ. Баланы эҙләп тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып уға баш эйермен,- ти. Ә ысынында иһә батша Баланы үлтерергә уйлай, сөнки киләсәктә Ул уның тәхетен алыр тип ҡурҡа. Аҡыл эйәләре, батшаны тыңлап бөткәс, Бәйтлехемға китәләр. «Улар көнсығышта күргән йондоҙ алдарынан бара һәм, ниһәйәт, Бала булған ергә килеп етеп, шул урын өҫтөндә туҡтап ҡала. Йондоҙҙоң туҡтағанын күреп, улар бик шатланалар»

Өҫтендә йондоҙ туҡтаған өйгә керәләр. Әсәһе Мәрйәм менән Баланы күреп, улар Балаға баш эйәләр һәм үҙ хазиналарынан Уға алтын, ладан, мирро* бүләк итәләр.

Аҡыл эйәләре төштәрендә, Һируд янына ҡайтмаҫҡа, тигән киҫәтеү алалар һәм шунлыҡтан үҙ илдәренә икенсе юл менән ҡайтып китәләр. Был хаҡта белеп алғас, Һируд батшаның бик ныҡ асыуы килә. Бәйтлехемда һәм уның тирә-яғында йәшәүсе ике йәшлек һәм ике йәштән кесе булған барлыҡ балаларҙы үлтерергә тип һуғышсыларын ебәрә. Ул Баланың нисә йәшлек булыуын аҡыл эйәләренән һорашып белгән ваҡыт буйынса һанап сығара.Һуғышсылар, Бәйтлехемға килеп, бер ғәйепһеҙ сабыйҙарҙы үлтерәләр.

                                                                                                   Маттай 2:1-12, 16-18

  • Мирро- ҡыйбатлы еҫле ыҫмала

Мысырға ҡасыу

[edit]

Һируд, үлтерелгән сабыйҙар араһында аҡыл эйәләре һәм руханиҙар һөйләгән Бала булыр, тип уйлай. Ләкин улай килеп сыҡмай.Аҡыл эйәләре киткәндән һуң Хужабыҙҙың фәрештәһе, Йософтоң төшөнәкереп, уға: -Тор! Әсәһе менән Сабыйҙы ал да Мысырға ҡас һәм мин һиңә әйткәнгә тиклем шунда бул. Сөнки Һируд Сабыйҙы үлтереү өсөн Уны табырға теләй,- тип әйтә.

Ул, Сабыйҙы һәм Уның әсәһен алып, төн йөҙөндә Мысырға китә һәм Һируд үлгәнсе шунда йәшәй. Ул үлгәндән һуң Хужабыҙ фәрештәһе тағы Йософтоң төшөнә керә: -Тор! Сабыйҙы һәм Уның әсәһен алып, Исраил еренә бар. Сөнки Баланы юҡ итергә теләүселәр үлде,-ти ул уға.

Йософ, фәрештәнең һүҙен тыңлап, Исраилға килә. Йәһүдияла Һирудтың улы Архилей батшалыҡ ҡылыуын ишетеп, унда барырға ҡурҡа. Шулай шикләнеп торғанда, төшөндә ул, элек Мәрйәм йәшәгән Насара ҡалаһына барырға кәрәк, тигән эшкәртеү ала.

Беҙ Ғайсаның Насаралағы тормошо тураһында бик аҙ беләбеҙ. Йософ балта оҫтаһы була. Ғайса уға һәр ваҡыт ярҙам итә һәм Үҙе лә был һөнәргә өйрәнә. Инжелдә Ғайсаның балалығы һәм үҫмер сағы тураһында бик аҙ яҙылған. Ләкин: «Бала бик аҡыллы булып үҫте, рухи яҡтан нығынды һәм Унда Алланың рәхимлеге булды»; һәм: «Ғайса аҡыл йыйып, мөхәббәт менән тулып үҫте»,- тигән һүҙҙәр беҙгә бик күп нәмә тураһында һөйләй.

Был урында Ғайсаның ата-әсәһенә тыңлаусан булып, уларҙы хөрмәт иткәнлеген әйтеп китеү бик мөһим. Инжелдә: «Уларҙың һүҙен тыңлаусан булды»,- тип яҙылғанса,барса балалар ҙа ата-әсәләренең һүҙен тыңларға тейеш. Алла биргән ун нәсихәттең береһендә бына нисек әйтелә: «Үҙеңә яҡшы булһын өсөн һәм Аллаһы Тәғәлә биргән ерҙәге ғүмерең оҙайһын өсөн, ата-әсәңде ихтирам ит».

                                                                         Маттай 2:13-23; Сығыу 20:12; Лука 2:40, 50-52




Хужабыҙ Ғайсаның һыуға сумдырылыуы

[edit]

Сүлдә Яхъя исемле йәш егет йәшәй. Аллауны мөһим вазифа өсөн әҙерләй. Ул башҡарырға тейешле хеҙмәт- Май Һөртөлгәндең, йәғни Ғайса Мәсихтың, килере хаҡында хәбәр итеү һәм кешеләрҙе тәүбәгә саҡырыу була.Мәсихтың килеүенә Яхъя халыҡты әҙерләп торорға тейешлеген пәйғәмбәрҙәр ул тыуғансы бер нисә йөҙ йыл алдан әйткәндәр.

Яхъяның кейеме дөйә йөнөнән, ҡайышы күндән, ашаған ризығы саранча һәм ҡырағай бал була. Алла ҡушыуы буйынса, Яхъя үҙенең хеҙмәтен башлап ебәрә. Ул Үрдүн йылғаһы буйындағы ерҙәрҙә, кешеләрҙең гонаһтары кисерелһен өсөн, уларҙы тәүбәгә һәм һыуға сумырға өндәп йөрөй.Йерусалимдан һәм бөтөн Йәһүдиянан кешеләр, үҙҙәренең гонаһтарын танып, тәүбә итеү өсөн уның янына килә, һәм Яхъя уларҙы Үрдүн йылғаһында сумдыра.

«-Беҙгә тағы ни эшләргә?- тип һорай халыҡ. Яхъя уларға:

-Кемдең ике кейеме бар, береһен кейеме булмағанға бирһен; кемдең ашарға ризығы бар, шулай уҡ ҡылһын...» «-Мин һеҙҙе тәүбә өсөн һыуҙа сумдырам, ә минең артымдан Килеүсе минән ҡеүәтлерәк. Мин уның аяҡ кейемдәрен күтәреп йөрөргә лә лайыҡлы түгелмен.Ул һеҙҙе Изге Рух һәм ут менән сафландырыр» Был һүҙҙерҙе улҒайса Мәсих тураһында әйтә.

Бына Ғайса, сумдырылыу өсөн, Яхъя янына килә. Ә Яхъя, Ғайсаның тәүбә итеп сумдырылыуға хәжәте юҡлығын белгәнгә күрә, Уны туҡтатырға теләй:

-Мин үҙем һинең тарафтан сумдырылырға тейешмен, ни өсөн Һин минең яныма килдең?-ти ул Уға.

Ләкин Ғайса:

-Әлегә шулай булһын, беҙ Алла ҡушҡанды үтәргә тейешбеҙ,- тип яуап бирә.

Шунан аҙаҡ Яхъя ризалаша. Ғайса, сумдырылғас, һыуҙан сыға һәм Уға күктәр асыла . Яхъя Алла Рухының күгәрсен рәүешендә Уның өҫтөнә төшөүен күрә.

Күктән:

«Был Минең яратҡан Улым. Ул- Минең мәрхәмәтле ихтыярымдың ғәмәлгә ашыуы»,- тигән ауаз ишетелә. Ғайса, сумдырылыуҙың зарурлығы тураһында өйрәтеп, беҙгә: «Иман килтергән һәм сумдырылған кеше ҡотоласаҡ, ә иман килтермәүсе хөкөм ителәсәк»,- тигән.

                                            Маттай 3:11-17; Марк 1:1-8; 16:16
 




Ғайса Мәсихтың ун ике шәкерте

[edit]

Үҫеп еткәс, Ғайса Насараны ҡалдырып, Геннисарет күле буйында урынлашҡан Кәпәрнаум ҡалаһына күсеп килә. Шулай итеп, Исайя пәйғәмбәрҙең үҙ ваҡытында: «Диңгеҙ буйында урынлашҡан, Үрдүндың аръяҡындағы Зебулун һәм Нафтали ерҙәре, мәжүсиҙәр Гәлиләяһы, ҡараңҡыла ултырған халыҡ бөйөк яҡтылыҡты күрҙе һәм был илдә үлем күләгәһе аҫтында йәшәгәндәргә яҡтылыҡ балҡыны», - тигән һүҙҙәре тормошҡа ашты.

Шул ваҡыттан башлап, Ғайса: -Тәүбә итегеҙ, сөнки Күк Батшалығы яҡынлашты,- тип вәғәз һөйләй башлай.

Төрлө ерҙәрҙән килгән күп халыҡ Уға эйәреп йөрөй. Ул уларға өгөт-нәсихәт бирә, уларҙы сирҙәренән һауыҡтыра.

Ғайса Үҙенә ун ике шәкерт һайлап ала. Шәкерттәре гел Уның менән йөрөй һәм Ул уларҙы айырыуса ныҡ өйрәтә торған була. Бына уларҙың исемдәре:

             Симон             Әндри               Яхъя
             Яҡуп               Филип                Бартоломай*
             Маттай**         Тома                  Талдай***

Әлфәй улы Яҡуп, Ҡананай улы Симон һәм Искариот улы Йәһүд. Шәкерттәрҙең барсаһы ла ябай кешеләр була. Шуға ҡарамаҫтан, Алла уларға Ғайса Мәсихтың- Алла Улының дуҫтары һәм шәкерттәре булыу бәхетен бирә. Бына миҫал өсөн, нисек итеп Ғайса Мәсих үҙенең тәүге шәкерттәрен саҡырҙы.

Әндри һәм уның ағаһы Симон Питер Гәлиләя диңгеҙендә**** балыҡ тотҡанда, Ғайса уларҙы күреп: -Минең арттан барығыҙ һәм Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, -тип әйтә.

«Кеше аулаусылар итермен» тигән һүҙҙәр «кешеләрҙе гонаһтан борҙороп, хәҡиҡәткә алып килеүселәр итермен» тигән мәғәнәлә. Әндри менән Симон, йәтмәләрен ҡалдырып, шунда уҡ Ғайса артынан китәләр. Ары китеп, Ғайса кәмәлә йәтмәләрен көйләп маташҡан Яҡуп менән Яхъяны һәм уларҙың атаһын күрә. Ғайса Яҡуп менән Яхъяны ла саҡыра һәм улар, аталарын һәм кәмәләрен ҡалдырып, Уның артынан китәләр.. Шулай уҡ бүтән шәкерттәр ҙә Ғайса саҡырыу менән Уға эйәрәләр. Ғайса уларҙы вәғәз һөйләргә ебәрә торған була; уларға ауырыуҙарҙы һауыҡтырырға һәм яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарырға вәкәләт бирә.

                                                                                Маттай 4:12-22; Марк 3:13-19


Уларҙың икенсе исемдәре:*Натанаил, **Леви,***Яҡуп улы Йәһүд һәм Ләббәй.

        • Ғайса йәшәгән осорҙа Геннисарет күле Гәлиләя диңгеҙе тип тә аталған.




Тауҙа әйтелгән вәғәз:

[edit]

Бәхетле булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

[edit]

Шулай бер ваҡыт Ғайса тауға менә. Янына шәкерттәре килеп еткәс, йыйылған халыҡҡа бәхетле булыу өсөн үтәлергә тейеш булған нәсихәттәрҙе өйрәтә башлай. Ғайса шунда халыҡҡа һөйләгән вәғәз «Тауҙа әйтелгән вәғәз» тип атала. Уны Маттай яҙған Инжелдең 5,6 һәм 7-нсе бүлектәрендә уҡырға була. Тауҙа әйтелгән вәғәз Ғайса Мәсих өйрәтеүенең үҙәген тәшкил итә. Кешелеккә Иҫке Ғәһет ваҡыттарында уҡ бирелгән «Ун нәсихәт» менән бергә тауҙа әйтелгән вәғәз беҙҙең тормошта юл күрһәтеүсе булып тора.

«-Рухы менән ярлы булғандар бәхетле, сөнки Күк Батшалығы уларҙыҡы.

-Илаусылар бәхетле, сөнки улар йыуанырҙар

-Тыйнаҡтар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп аласаҡтар.Хәҡиҡәткә туйымһыҙҙар һәм хәҡиҡәткә ашҡынып тороусылар бәхетле, сөнки улар туйынасаҡтар.

-Рәхимлеләр бәхетле, сөнки улар кисереләсәктәр.

-Саф күңелле кешеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрәсәктәр.

-Тыныслыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла улдары тип аталасаҡ.

-Дөрөҫлөк өсөн эҙәрләнгәндәр бәхетле, сөнки Күк Батшалығы уларҙыҡы.

-Һеҙҙе Минең өсөн яманлаһалар һәм эҙәрләһәләр, төрлөсә насар һүҙ әйтһәләр- һеҙ бәхетле; ҡыуанығыҙ һәм күңел асығыҙ, сөнки күктәрҙә һеҙгә бүләк әҙерләп ҡуйыпған; һеҙгә ҡәҙәр булған пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләгәндәр.

-Һеҙ- ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең көсөн юғалтһа, уны нимә менән тоҙлап була? Ул инде бер нигә лә яраҡһыҙ, уны кешеләрҙең аяҡ аҫтына ырғытырға ғына ҡала.

• Һеҙ- донъяның яҡтылығы. Тау башындағы ҡаланы йәшереп булмай. Шәмде ҡабыҙғас, һауыт аҫтына түгел, ә шәмдәлгә ҡуялар һәм ул өйҙәге бар нәмәгә яҡтылыҡ биреп тора. Шулай итеп, кешеләр һеҙҙең яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, Күктәге Атағыҙҙы данлаһындар өсөн, һеҙҙә булган яҡтылыҡ кешеләр алдында балҡып торһон».

                                                                                  Маттай 5:3-16



Тау әйтелгән вәғәз:

               Мөхәббәт һәм доға тураһында

«Күҙгә-күҙ, тешкә-теш, - тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ә Мин һеҙгә әйтәм: яуызға ҡаршылыҡ күрһәтмә, уң яңағыңа һуғалар икән, икенсеһен дә ҡуй; һинең менән хөкөмләшеп, күлдәгеңде алырға теләгән кешегә өҫ кейемеңде лә сисеп бир; берәй кеше һине үҙе менән бер саҡырым ер барырға мәжбүр итһә, уның менән тағы бер саҡырым ер бар. Һинән һораусыға бир, бурысҡа алырға теләгәндәрҙе буш ебәрмә.

Һеҙ: «Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәт ит»,- тигәнде ишеткән инегеҙ. Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙгә ләғнәт уҡыусыларҙы фатихалағыҙ, һеҙҙе нәфрәт итеүселәргә хәйер-саҙаҡа бирегеҙ, һеҙҙе эҙәрләүселәр һәм йәберләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ һәм Күктәге Атағыҙҙың улдары булырһығыҙ. Сөнки Ул Үҙенең ҡояшын яуыздар өҫтөнә лә, яҡшылар өҫтөнә лә сығара; ямғырҙы гонаһһыҙҙарға ла, гонаһлыларға ла ебәрә. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙе яратыусыларҙы ғына яратһағыҙ, һеҙгә ниндәй бүләк булыр? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләй түгелме? Үҙ туғандарығыҙҙы ғына сәләмләйһегеҙ икән, ғәҙәти булмаған эш эшләйбеҙ тип уйларһығыҙмы? Мәжүсиҙәр ҙә тап шулай эшләй түгелме? Шулай итеп, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.

Ҡарағыҙ уны, кешеләр күрһен тип хәйриәлек ҡылмағыҙ: юғиһә һеҙгә күктәге Атағыҙҙан бүләк булмаясаҡ. Хәйер-саҙаҡа биргәндә, монафиҡтар ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа кешеләрҙән дан ишетеү өсөн ҡысҡырып йөрөгән кеүек шаулап йөрөмәгеҙ. Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: улар инде үҙҙәренең бүләктәрен алалар. Ә һинең иһә, хәйер-саҙаҡа биргәндә, һул ҡулың уң ҡулыңдың ни эшләгәнен белмәһен. Һинең хәйер-саҙаҡаң сер булып ҡалһын, ә серҙәрҙе белеп тороусы Атаң һиңә ысынлап та бирер.

Доға ҡылғанда ғибәҙәтханаларҙа һәм урам мөйөштәрендә халыҡ күрһен тип доға ҡылырға ярата торған монафиҡтар кеүек булма. Мин һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: улар инде үҙ бүләктәрен алалар. Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә кер һәм ишегеңде бикләп ҡуйып, күҙгә күренмәй торған Атаңа доға ҡыл. Серҙәрҙе белеп тороусы Атаң һиңә күрһәтеп бирер.

Доға ҡылғанда, мәжүсиҙәр кеүек, артығын һөйләмәгеҙ.Улар: «Күп һөйләһәк, беҙҙе ишетерҙәр»,- тип уйлайҙар.Уларға тиңләшмәгеҙ, сөнки Атағыҙ, һеҙ һорағансы уҡ, нимәгә мохтаж икәнегеҙҙе белеп тора.

                                                                            Маттай 5:38-48; 6:1-8
                  Бына ошолай доға ҡылығыҙ


                                  Атабыҙ


                                      Күктәрҙәге атабыҙ!
                                Исемең мөҡәддәс булһын.
                               Һинең батшалығың килһен.
                                       Күктәрҙәге һымаҡ,
                            ерҙә лә һинең ихтыярың булһын.
                                   Йәшәү өсөн кәрәк булған
                                 икмәкте беҙгә бөгөн дә бир.
                                 Беҙ бурыслыларҙы кисергән
                                                     кеүек,
                                 беҙҙең бурыстарҙы ла кисер.
                                       Беҙҙе ҡотҡонан һаҡла,
                                          мәкерленән ҡотҡар.
                                Сөнки батшалыҡ та, ҡөҙрәт тә,
                                    шөһрәт тә мәңгегә һинеке.
                                                      Амин!
   


                       Сәсеүсе тураһында ҡисса


Ғайса халыҡҡа сәсеүсе тураһында ҡисса һөйләй:

«Бына сәсеүсе сәсеүгә сыҡҡан. Ул сәскәндә, ҡайһы бер орлоҡтар юл ситенә төшкән. Ҡоштар осоп килгәндәр ҙә орлоҡтарҙы сүпләп бөтөргәндәр. Ҡайһылары тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Ундайҙары оҙаҡламай шытып сыҡҡан, сөнки тупраҡ тәрән булмаған. Ә ҡояш сыҡҡас, тамырҙары булмағанлыҡтан, шиңгәндәр һәм ҡороғандар. Ҡайһы берҙәре сәнескеле ҡыуаҡтар араһына төшкән. Ҡыуаҡтар үҫеп, уларҙы баҫып киткән. Ҡайһы берҙәре бәрәкәтле ергә төшкән һәм уңыш та биргән: береһе- 100 тапҡыр, икенсеһе- 60, бүтәне иһә-30 тапҡыр күберәк. Ҡолағы булған кеше ишетһен!» Шунан аҙаҡ Ғайса шәкерттәренә был ҡиссаның мәғәнәһен аңлата:

«Алла Батшалығы тураһындағы һүҙҙе тыңлап та, уның асылына төшөнмәүсе кешегә мәкерле килер һәм уның йөрәгенә сәселгәнде урлап китер. Юл ситендә сәселгән орлоҡ шундай кешене аңлата. Ә ташлы урындарҙа сәселгән орлоҡ Алланан килгән һүҙҙе ишетеп, шунда уҡ уны ҡыуаныпҡабул итеүсене аңлата. Ләкин, уның тамыры булмағанлыҡтан, ул бик тиҙ бирешеүсән: иман өсөн ауыр ҡайғылар, эҙәрләүҙәр килеү менән, ундай кеше бик тиҙ бирешә.

Ә сәнескеләр араһына төшкән орлоҡтар һүҙҙе ишетеүселәрҙе аңлата, ләкин донъя мәшәҡәттәре һәм байлыҡҡа ҡыҙығыу Алланан килгән һүҙҙе баҫып китә һәм шунлыҡтан ул емеш бирә алмай.

Ә уңдырышлы ергә сәселгәне, һүҙҙе ишетеп, уның асылына төшөнөүсене аңлата. Ундай кеше «емеш» килтерә торған була: ҡайһы береһе- 100 тапҡыр, ҡайһы береһе- 60, ә ҡайһы береһе 30 тапҡыр күберәк уңыш бирә».

                                                                       Маттай 13:3-9, 18-23



Ғайса диңгеҙҙәге дауылды буйһондора

[edit]

Шулай бер көн Ғайса һәм Уның шәкерттәре, кәмәгә ултырып, Геннисарет күлен йөҙөп сыҡҡанда, Ғайса йоҡлап китә. Ул ваҡыттарҙа был күлде диңгеҙ тип тә атағандар. Көтмәгәндә күлдә көслө дауыл ҡуба һәм кәмәгә һыу тула башлай. Шунда шәкерттәре:

-Хужабыҙ! Ҡотҡар беҙҙе, һәләк булабыҙ бит!- тип ҡысҡырып, Ғайсаны уяталар.

-Һеҙҙең иманығыҙ ҡайҙа? Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡтарһығыҙ, аҙ иманлыһығыҙ?- ти уларға Ғайса.

Шунан Ул, ятҡан еренән тороп, елде тыя һәм һыуға:

-Тынып ҡал, баҫыл!- тип бойора.

Ел шунда уҡ баҫыла, күл тыныслана һәм тирә-йүндә һиллек урынлаша. Кешеләр, ҡурҡышып, бер-береһенә:

-Кем Ул, елдәр һәм һыуҙар өҫтөнән дә хакимлыҡ итә? Бөтөнөһө Уға буйһона, -тип ғәжәпләнәләр.

                                                     Маттай 8:23-27; Лука 8:22-25



Йаир ҡыҙының үленән терелеүе

[edit]

Шулай бер ваҡыт, Гәлиләя диңгеҙе буйында, Ғайса Үҙенең янына төрлө яҡтарҙан килгән халыҡты өйрәтеп ултыра. Уның алдына ғибәҙәтхана башлыҡтарынан Йаир атлы береһе килә. Ул Ғайсаның аяғына йығылып:

-Ҡыҙым үлергә ята. Ул терелһен һәм йәшәһен өсөн, уның янына барып, ҡулдарыңды тейҙер,- тип ялбара.

Ғайса Йаир менән китә. Бер ҙә ҡалышмайынса, Уны төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлап, бик күп халыҡ эйәреп бара.

Шунда уҡ ун ике йыл буйына ҡан китеүҙән интеккән, күп тапҡырҙар табибтарҙа дауаланған, ләкин һауыға алмаған бер ҡатын була.Ғайса тураһында ишетеү менән ул, халыҡ төркөмө аша үтеп, арттан ғына Уның янына килә һәм һиҙҙермәй генә Уның кейеменә ҡағылып ала. Ҡатын: «Әгәр Уның кейеменә булһа ла ҡағылһам, тереләсәкмен»,-тип уйлай. Һәм ул шунда уҡ сирҙән арыныуын тоя.

Тап ошо мәлдә Ғайса, Үҙенең көсө кәмеүен тойоп:

-Кем Минең кейемемә ҡағылды?-тип һорай.

Шәкерттәре Уның ни өсөн был хаҡта һорауын аңламайынса:

-Бынау тиклем күп халыҡ Һине төрлө яҡтан ҡыҫа бит,-тиҙәр.

Ләкин Ғайса, ҡағылыусыны күрергә теләп, тирә-яғына ҡарана. Үҙе менән ни булғанын белгән ҡатын, ҡурҡыуҙан ҡалтырап, Уның алдына килеп йығыла һәм Уға дөрөҫөн әйтеп бирә.

-Ышаныуың ҡотҡарҙы һине. Именлек һиңә, сәләмәт бул, - ти уға Ғайса.

Ул ошо һүҙҙәрҙе һөйләп торғанда, ғибәҙәтхана башлығы янына уның кешеләре килеп:

-Ҡыҙың үлде инде, Остазды мәшәҡәтләмә,- тиҙәр.

Ғайса быны ишетеп, Йаирға:

-Ҡурҡма, бары тик ышан,-ти

Йаирҙың өйөнә ингәс, ҡайғынан ҡысҡырып илаусы туған-тыумасаларын күреп, Ғайса уларға:

-Ниңә ҡайғыраһығыҙ, ниңә илайһығыҙ? Ҡыҙ үлмәгән, ә йоҡлай ғына,- тип өндәшә. Унан көләләр. Ә Ғайса, Үҙе менән Питерҙы, Яҡупты, Яхъяны һәм үлгән ҡыҙҙың ата-әсәһен алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инә. Ул уның янына килә һәм, ҡыҙҙың ҡулын тотоп:

-Эй, ҡыҙ бала, һиңә әйтәм, тор!-ти.

Ҡыҙ шундуҡ тора һәм атлап та китә. Был мөғжизәне күргән кешеләр бик ныҡ ғәжәпләнә.

                                                                                                             Марк 5:21-42



Ғайса биш мең кешене биш икмәк менән туйындыра

[edit]

Көндәрҙән бер көндө Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Гәлиләя диңгеҙенең аръяғына юл тота. Ул ваҡытта Гәлиләя диңгеҙен Тибериас диңгеҙе тип тә атағандар. «Ауырыуҙар менән ҡылған мөғжизәләрен күреүҙәре сәбәпле, Уның артынан күп халыҡ эйәрә.

Ғайса, тауға менеп, шәкерттәре менән бергә ултырҙы. Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы* яҡынлашып килә ине.

Ғайса,Үҙенә табан бик күп халыҡтың килеүен күреп, Филипҡа:

-Уларҙы ашатырға ғайҙан икмәк һатып алайыҡ икән?-ти. Ул был һүҙҙәрҙе Филипты һынау өсөн генә әйтте, сөнки ни эшләйәсәген Үҙе белә ине. Филип:

-Уларҙың һәр береһенә аҙ-аҙ ғына бирер өсөн дә ике йөҙ динарлыҡ** икмәк етмәҫ,- тип яуап бирҙе.

Шәкерттәренең береһе, Симон Питерҙың ҡустыһы Әндри, Уға:

-Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә ошо тиклем күп халыҡҡа ул нәмә инде,- тине

-Уларға ултырырға ҡушығыҙ,-тине Ғайса.

Ул урында иһә сиҙәм күп ине. Шулай итеп, биш мең самаһы ир сиҙәмгә ултырҙы.Ғайса, икмәктәрҙе алып, Аллаға рәхмәт әйтте һәм ултырғандарға өләште; балыҡтарҙы ла шулай уҡ иткәндән һуң, һәр кемгә теләгән тиклем бирҙе. Бөтөнөһө ашап туйғас, Ул Үҙенең шәкерттәренә:

-Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын,-тине.

Биш арпа икмәген ашағандан ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙылар.

Ғайса ҡылған мөғжизәне күргән кешеләр:

-Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр, ысынлап та, Ошолор,-тиештеләр».

                                                                                             Яхъя 6:3-14



  • Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына.Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала

.

    • Динар- шул осорҙа Исраилда әйләнештә булған Рим аҡсаһы. Бер динар ялланған эшсенең көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән.



Шәфҡәтле Самария кешеһе тураһында ҡисса

[edit]

Бер ҡанунсы, Ғайсаны һынап, Унан былай тип һорай:

-Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыу өсөн мин ни ҡылырға тейешмен?

-Ҡанунда нимә яҙылған? Нисек уҡының?-ти уға Ғайса.

Ҡанунсы:

-«Аллаһы Тәғәләңде бөтә йөрәгең, бөтә күңелең, йәнең-тәнең һәм аҡылың менән ярат. Яҡыныңды ла үҙеңде яратҡан кеүек ярат»,-тип яуап бирә

-Һин дөрөҫ яуап бирҙең. Шулай эшлә һәм йәшәрһең,- ти Ғайса

Ләкин теге, үҙен аҡларға теләп:

-Ә кем минең яҡыным?-тип һорай.

Ғайса уға яуап итеп, бер ҡисса һөйләй.

-Бер кеше Йерусалимдан Әрихә ҡалаһына барганда юлбаҫарҙарға осраған. Улар уның кейемдәрен һалдырып алғандар, бик ҡаты яралап, үлем хәлендә ҡалдырып киткәндәр.Осраҡлы рәүештә бер рухани шул юлдан үтеп бара икән. Ул яралыны күрһә лә туҡтамай. Шулай уҡ левит та ошо ерҙән үткәндә яралы янына килә, уға ҡарап тора ла ары китә. Ә бер Самария кешеһе, үтеп барышлай уны күреп, бик ҡыҙғанған, май һәм шарап һөртөп, йәрәхәттәрен бәйләгән. Үҙенең ишәгенә атландырып, ҡунаҡханаға алып барған, уның тураһында хәстәрлек күргән. Ә иртәгеһенә, китергә йыйынғас, ҡунаҡхана хужаһына ике динар биреп ҡалдырған. «Уның тураһында ҡайғырт. Әгәр күберәк сарыфлаһаң, әйләнеп ҡайтҡас бирермен»,- тигән.

Ҡиссаны һөйләп бөткәс, Ғайса ҡанунсынан:

-Һин нисек уйлайһың, ошо өсәүҙең ҡайһыһы юлбаҫарҙарға эләккән кешенең яҡыны булған?- тип һорай.

-Уға шәфҡәт күрһәткәне,- тип яуап бирә ҡанунсы.

Шунан һуң Ғайса уға:

-Бар, һин дә шулай эшлә, тип әйтә.

                                                                           Лука 10:25-37




Ғайса- игелекле көтөүсе

[edit]

Ғайса йыш ҡына халыҡҡа һәм Үҙенең шәкерттәренә кешеләрҙең гонаһлы булыуы тураһында, Аллаға мөрәжәғәт итеп, тәүбәгә килеүҙең кәрәклеге хаҡында һөйләй.

«Алла донъяны шул тиклем ярата ки, Улына иман ҡылған һәр кем һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын биргән».

Ғайса был хаҡта, миҫалдар, күренештәр килтереп, мәҫәлдәр менән һөйләй.

Көтөүсе һарыҡтар тураһында ҡайғыртҡан кеүек, донъяны Ҡотҡарыусы Ғайса ла, йөрәктәренә Үҙен ҡабул итеп, Уның әмерҙәрен үтәүселәр тураһында ҡайғырта. Хужабыҙ Ғайса бына нәмә ти:

«Һеҙгә ысын дөрөҫөн әйтәм: Мин – һарыҡтарға ҡапҡа. Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар инеләр, ләкин һарыҡтар уларҙы тыңламанылар. Мин- ҡапҡа. Минең аша инеүсе ҡотоласаҡ, инеп-сығып йөрөп, көтөүлек табасаҡ. Ҡараҡ ул бары тик урлау, үлтереү, һәләк итеү өсөн генә килә. Ә Мин улар тормошҡа эйә булһындар, мул тормошҡа эйә булһындар тип килдем.

Мин игелекле көтөүсе: игелекле көтөүсе һарыҡтар өсөн Үҙенең ғүмерен бирә.Ә ялланған көтөүсе- ысын көтөүсе түгел. Һарыҡтар үҙенеке булмағас, ул улар тураһында ҡайғыртмай: бүре килгәнен күргәс, һарыҡтарҙы ҡалдырып, тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарай. Бүре һарыҡтарға һөжүм итеп, уларҙы өркөтә һәм таратып бөтөрә. Ә ялланған көтөүсе, артына ла әйләнеп ҡарамайынса, ҡасыуын белә, сөнки ул ялланған ғына һәм һарыҡтар тураһында ҡайғыртмай.

Мин игелекле көтөүсе. Ата Мине, Мин Атаны белгән кеүек, Мин үҙемдекеләрҙе таныйым, улар Мине таныйҙар. Мин һарыҡтар өсөн ғүмеремде бирәм. Мин әле был утарҙыҡы булмаған бүтән һарыҡтарымды ла алып килергә тейешмен: улар Минең тауышымды ишетерҙәр, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр.

Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин ғүмеремде уны яңынан алыу өсөн бирәм. Уны Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Уны бирергә лә, кире алырға ла вәҡәләтем бар. Мин был әмерҙе Атамдан алдым».

                                                                         Яхъя 10:7-18

Юғалған һарыҡ тураһында ҡисса

[edit]

Ғайса кешеләрҙе шул тиклем ныҡ яратты ки, Ул күктәге данынан ваз кисеп, яуап алыу һәм гонаһта үлгәндәрҙе, Алланан йөҙ тартып , Уны онотҡандарҙы ҡотҡарыу өсөн ергә килде. Яҡшы көтөүсе булараҡ, Ул юғалған һарыҡты һәр ваҡыт эҙләп таба.

Ғайса Үҙенең бер ҡиссаһында былай ти:

«Һеҙҙең ҡайһығыҙ, йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһен юғалтһа, туҡһан туғыҙын ҡырҙа ҡалдырып, юғалғанын тапҡансы эҙләргә китмәҫ? Ә инде тапҡас, шатланып уны елкәһенә һалып, һәм өйөнә ҡайтҡас, дуҫтарын һәм күршеләрен саҡырып, уларға:

« Минең менән бергә шатланығыҙ, сөнки мин юғалған һарығымды таптым»,- тиер.

Һеҙгә шуны әйтәм: тәүбә итергә мохтаж булмаған 99 кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, гонаһлы бер кешенең тәүбә итеүе өсөн күктәрҙә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр».

                                                                                 Лука 15:3-7
  




Атаның аҙашҡан улы тураһында ҡисса

[edit]

Ғайса халыҡҡа тағы бер ҡисса һөйләй:

-«Бер кешенең ике улы булған. Һәм уларҙың йәшерәге атаһына: «Атай, мөлкәтеңдең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бирсе»,- тигән. Атаһы милкен уларға бүлеп биргән.

Бер нисә көн үткәс, кесе улы, үҙ өлөшөн алып, алыҫ илгә сығып киткән һәм унда аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөткән.

Бөтә байлығын туҙҙырып бөтөргәс, ул илдә бик ҡаты аслыҡ башланған һәм ул мохтажлыҡҡа ҡалған. Шунан һуң бер кешегә барып ялланған, ә теге уны үҙенең баҫыуына сусҡа көтөргә ебәргән. Егет сусҡалар ашай торған аҙыҡ менән ҡорһағын тултыра алһа ла шат булыр ине, ләкин уға ашарға биреүсе булмаған.

Хәҙер ул аҡылға килгән һәм үҙенә әйткән: « Минең атайымда эшләүсе күпме ялсыларҙың етеп артырлыҡ икмәге бар, ә мин астан үләм. Торам да, атайыма ҡайтып, уға: « ...Атай, мин Алла алдында һәм һинең ҡаршыңда гонаһ ҡылдым. Инде һинең улың тип аталырға ла лайыҡлы түгелмен, мине үҙеңдең ялсыларыңдың береһе итеп ал...»,-тип әйтермен.

Ул торған да атаһы янына киткән».

                                                                     Лука 15:11-19

Аҙашҡан улдың әйләнеп ҡайтыуы

[edit]

Ғайса аҙашҡан ул тураһындағы ҡиссаны дауам итә:

«Атаһы уны алыҫтан уҡ күреп алған, бик йәлләгән һәм уға ҡаршы йүгереп барып, ҡосаҡлап үпкән. Улы уға: «Атай! Мин Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ эшләнем, инде һинең улың тип аталырға лайыҡлы түгелмен»,- тигән.

Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң яҡшы кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк, аяҡтарына башмаҡтар бирегеҙ. Һимертелгән быҙауҙы алып сығып салығыҙ: ашап-эсеп күңел асайыҡ! Сөнки минең был улым үлгән ине- терелде, юғалған ине- табылды!,- тип әйткән.Һәм улар күңел аса башлағандар.

Атаның өлкән улы иһә ҡырҙа булған; ҡайтышлай өйгә яҡынлаша башлағас, йыр һәм шатлыҡ тауыштарын ишеткән. Хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып, ул: «Был нимә?»- тип һораған.

Хеҙмәтсе уға: «Һинең ҡустың ҡайтты, атайың, уны һау-сәләмәт күреүенә ҡыуанып, һимертелгән быҙауҙы салдырҙы»,-тигән.

Өлкән улының быҡа асыуы килгән һәм ул өйгә инергә теләмәгән. Атаһы иһә сығып уны саҡырған. Ә ул атаһына шулай яуап биргән: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм һәм бойорғаныңды һис тә үтәмәй ҡалғаным юҡ; шуға ҡарамаҫтан, дуҫтарым менән бергә күңел асыу өсөн һинең миңә бер ҡасанда кәзә бәрәсе лә биргәнең булманы. Ә инде бар милкен аҙғын ҡатындар менән туҙҙырып бөтөргән был улың ҡайтҡас, һин уның өсөн һимертелгән быҙауҙы салғанһың».

Ә атаһы уға: «Улым! Һин һәр ваҡыт янымдаһың, минең бөтә нәмәм һинеке. Әммә һинең был ҡустың үлгән ине-терелде, юғалған ине-табылды, бына шуға күрә шатланып күңел асырға кәрәк булды»,-тип әйткән».

                                                                          Лука 15:20-32



Ғайса балаларҙы фатихалай

[edit]

Ғайса Мәсих балаларҙы бик ярата.

Шулай бер ваҡыт Ғайса янына балаларҙы алып киләләр, уларға ҡулын тейҙереп, Уның доға ҡылыуын теләйбеҙ. Ләкин шәкерттәре балаларҙы индермәй.

Ғайса уларға:

-Балаларҙы индерегеҙ, уларҙың Минең янға килеүенә ҡаршы тормағыҙ, сөнки Күк Батшалығы шуларҙыҡы,- ти һәм, балаларға ҡулын тейҙереп, уларҙы фатихалай.

Шәкерттәре Ғайсанан:

-Күк Батшалығында кем иң бөйөгө?- тип һорайҙар.

Ғайса, бер баланы саҡырып, уларҙың уртаһына баҫтырып ҡуя ла былай ти:

-Һеҙгә ысын дөрөҫөн әйтәм: әгәр ҙә гонаһтан боролоп балалар кеүек булмайһығыҙ икән, Күк Батшалығына керә алмаясаҡһығыҙ. Тимәк, ошо бала дәрәжәһенә кесерәйгән кеше Күк Батшалығында иң ҙурыһы булыр. Ошондай баланы Минең исемем хаҡына ҡабул итеүсе Мине ҡабул итә.

                                                Маттай 18:1-5; 19:13-15; Марк 9:36-37



Һуҡыр кешенең күрә башлауы

[edit]

Шулай бер көн Ғайса Әрихә тигән ҙур ҡалаға килә. Һәр ваҡыттағыса, Уға күп халыҡ эйәреп бара. Тимай улы тип йөрөтөлгән бер һуҡыр кеше ҡалаға инә торған юл буйында хәйер һорашып ултырған. Ул Ғайса күрһәткән мөғжизәләр тураһында ишетеп белгән була. Үҙе янынан Ғайсаның үтеп барыуын тойоп:

-Дауыт Улы Ғайса! Ярлыҡа мине!- тип ҡысҡыра башлай.

Ғайсаның ерҙәге ата-әсәһе Дауыт батша нәҫеленән булғанға Уны Дауыт улы тип йөрөткәндәр.

Күптәр һуҡырға ҡысҡырмаҫҡа ҡуша, ләкин ул:

-Дауыт Улы, ярлыҡа мине!- тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡыра башлай.

Ғайса туҡтай һәм уны саҡырырға ҡуша. Бер нисә кеше, һуҡыр янына барып:

-Ҡурҡма, тор. Ул һине саҡыра, - тиҙәр.

Теге, ҡамасаулап тоған өҫкө кейемен сисеп ташлап, тора һалып Ғайса янына килә. Ғайса унан:

-Минән һиңә ни кәрәк? -тип һорай.

-Остаз! Күрергә теләйем,- тип яуап бирә һуҡыр.

-Бар, инаныуың ҡотҡарҙы һине,- ти уға Ғайса.

Һуҡыр шунда уҡ һауыға һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәрә.

                                                                                             Марк 10:46-52





Һалым йыйыусы Зәкиҙең тәүбәгә килеүе

[edit]

Ғайса йәнә Үле диңгеҙ буйында урынлашҡан Әрихә ҡалаһына килә. Унда һалым йыйыусы Зәки исемле кеше йәшәгән. Һалым йыйыусылар кешеләрҙән һалымды тейешенән күберәк алғанға күрә, халыҡ уларҙы яратмаған.

«Ғайса, Әрихәгә инеп, уның аша үткән. Һәм бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Зәки исемле бай кеше нисек тә Ғайсаны күрергә һәм Уның кем икәнен белергә тырышып йөрөй, ләкин тәбәнәк буйлы булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алмай.Ул Ғайсаны күреү өсөн алға йүгереп сыҡҡан да инжир ағасына менгән, сөнки Ғайса шул тәңгәлдән уҙырға тейеш булған. Ғайса, шул урынға еткәс, юғары ҡарап уны күргән һәм уға:

-Зәки, төш тиҙерәк, сөнки бөгөн Миңә һинең өйөңдә булырға кәрәк,-тигән.

Зәки, тиҙ генә төшөп, шатлыҡ менән Уны ҡабул иткән. Был хәлде күреп, кешеләрҙең барыһының да асыуы килгән.

«Нисек итеп Ул, гонаһлы кешенең өйөнә инеп, уның ҡунағы була ала!»- тигәндәр улар.

Зәки иһә, был һуҡраныуға яуап биргән кеүек, тора ла былай ти:

«-Хоҙай! Мин милкемдең яртыһын фәҡирҙәргә бирәм, ә берәйһен рәнйеткән булһам, уға дүрт тапҡыр арттырып бирәсәкмен.

Шунан Ғайса Зәкигә ҡарап әйткән:

-Бөгөн был йортҡа ҡотолоу килде, сөнки ул да Ибраһим улы бит ; ә Әҙәм Улы һәләк булғандарҙы тәүбә иттерергә һәм ҡотҡарырға килде».

                                                                                Лука 19:1-10


Иң беренсе һәм иң мөһим әмер

[edit]

Бер ваҡыт Ғайса янына бер ҡанунсы килә. (Ҡанунсылар һәм китапсылар Инжелдә телгә алына. Изге Яҙманы, бигерәк тә Муса ҡанунын өйрәнеп, уны аңлатыуға үҙҙәренең бөтә ғүмерҙәрен бағышлаған уҡымышлы йәһүдтәрҙе шулай тип атағандар.) Ҡанунсы айсанан:

-Остаз! Ҡанундағы әмерҙәрҙең ҡайһыһы иң мөһим?-тип һорай

Ғайса уға әйткән:

« Аллаһы Тәғәләңде бөтөн

йөрәгең,ысын күңелең

һәм аҡылың менән ярат”.

Был иң беренсе һәм иң ҙур әмер. Икенсеһе лә тәүгеһе дәрәжәһендә:

Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат”». -Ошо ике әмер- бөтә ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең асылы,- тип аңлата Ғайса.

                                                                      Маттай 22:36-40




Һуңғы киске аш

[edit]

Ҡотҡарылыу байрамы еткәс, Ғайса Питер менән Яхъяны ебәреп:

-Барығыҙ, беҙгә байрам ашы әҙерләгеҙ,- тигән

Улар Ғайсанан:

-Уны ҡайҙа әҙерләргә ҡушаһың?- тип һорағандар.

Ғайса уларға әйткән:

-Һеҙ ҡалаға кегәндә һеҙгә ҙур көршәк менән һыу алып ҡайтыусы бер кеше осрар. Уның артынан барып, ул ингән өйгә инегеҙ. Йорт хужаһына: «Остаз һинән: « Минең шәкерттәрем менән Ҡотолоу ашын ашау өсөн бүлмә ҡайҙа?»- тип һорарға ҡушты»,- тиегеҙ. Һәм ул һеҙгә йыйыштырылған ҡунаҡ бүлмәһен күрһәтер, шунда әҙерләгеҙ.

Был ике шәкерт киткән һәм, бар нәмәне Ғайса әйткәнсә табып, Ҡотолоу ашын әҙерләгәндәр.

Ваҡыт еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә өҫтәл янына ултырған. Һәм уларға әйткән:

-Ғазап сиккәнгә тиклем Мин ошо байрам ашын һеҙҙең менән бергә ашарға бик теләгән инем. Шуны әйтәм: бынан аҙаҡ Мин уны Алла Батшалығында бирелгәнгә тиклем ашамаясаҡмын.

Шунан Ғайса ҡулына сынаяҡ алған, уның өсөн Аллаға шөкөр итеп, шәкерттәренә һуҙған:

-Мәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ. Һеҙгә шуны әйтәм: Алла Батшалығы килгәнгә тиклем Мин йөҙөм емешенең һутын эсмәйәсәкмен. Һәм Ул икмәк алып, шөкөр иткәндән һуң, уны һындырғылап шәкерттәренә биргән һәм әйткән:

-Был- Минең һеҙҙең өсөн үлемгә биреләсәк тәнем; Мине хәтергә төшөрөп шулай эшләгеҙ.

Киске аштан һуң йәнә сынаяҡты уларға биреп:

-Бына был сынаяҡҡа иғтибар итегеҙ. Ул һеҙҙең өсөн түгеләһе ҡаным менән раҫланасаҡ Яңы Васыят,-ти Ғайса.

                                                                                    Лука 22:8-20

== Гетсимәни баҡсаһында әйтелгән доға


Шул төндә үк киске аштан һуң Ғайса ун бер шәкерте менән, Кедрон инешен аша сығып, Йерусалимдан алыҫ булмаған Гетсимәни тигән ауылга килә. Ул шәкерттәре менән баҡсаға инә һәм уларға:

-Ошонда ултырып тороғоҙ, Мин доға ҡылып киләйем,- ти ҙә.

Питерҙы, Яҡупты һәм Яхъяны Үҙе менән алып, ситкәрәк китә. Ул бик ныҡ яманһыулай, ҡайғыра һәм һағышлана, сөнки беҙ ҡылған гонаһтарҙың ауырлығы Уның инендә булып, Уны бик ғазаплай. Шәкерттәренә Ғайса:

-Минең күңелемдә үлемесле ҡайғы. Йоҡламағыҙ, минең менән бергә уяу булығыҙ,-ти.

Бер аҙ ситкәрәк китеп, Ул ергә тубыҡлана һәм доға ҡыла башлай:

-Атам! Был кәсәне Минең янымдан уҙҙрып ебәрһәң ине. Хәйер, Минең ихтыярым түгел, Һинең ихтыярың булһын. Күктән фәрештә килеп, Уға ҡеүәт бирә. Ғайса, эстән көрәшеп, тағы ла тырышыбыраҡ доға ҡыла, Уның тир тамсылары ергә ҡан булып тама.

Ғайса шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә улар инде йоҡлаған була. Уларҙы уятып:

-Минең менән бергә ни бары бер сәғәт йоҡламайынса түҙә алманығыҙмы? Һынауҙарға бирешмәҫ өсөн, уяу булығыҙ һәм доға ҡылығыҙ. Рух ул уяу, ә тән көсһөҙ,-ти.

Бынан аҙаҡ Ул, ситкәрәк китеп, тағы доға ҡыла:

-Минең Атам! Әгәр ҙә ул кәсә Минең янымдан уҙып китә алмай икән һәм Мин уны эсергә тейешмен икән, Һинең ихтыярыңса булһын.

                                                             Маттай 26:36-44; Лука 22:39-46



Ғайсаны һаҡ аҫтына алалар

[edit]

Ғайса өс тапҡыр шәкерттәре янына килеп китә. Килгән һайын уларҙы йоҡлап ятҡан килеш таба. Өсөнсө тапҡыр килгәс, уларға:

-Һеҙ әле һаман да йоҡлайһығыҙмы? Әҙәм Улының* гонаһлылар ҡулына бирелер ваҡыты яҡынлашты. Тороғоҙ, Миңә хыянат итеүсе килә,- ти.

Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә, улар янына ун ике шәкерттең береһе Йәһүдә килеп етә. Ул руханиҙарға Ғайсаны утыҙ көмөш тәнкәгә һатырға вәғәҙә биргән була. Йәһүдә менән бергә яҡтыртҡыстар, ҡылыс һәм һөңгөләр тотҡан ғәскәриҙәр, фарисейҙар һәм руханиҙар ебәргән күп кешеләр килә. Хыянатсы Йәһүдә уларға:

-Мин кемде үпһәм, шуны тоторһоғоҙ,-тип әйткән була. Ул Ғайса янына килә һәм:

-Ҡыуан, Остаз!- тип уны үбеп ала.

-Дуҫым, һин ни өсөн килдең? Үбеүең менән Әҙәм Улын һатаһыңмы?- ти уға Ғайса.

Шунан Ул Йәһүдә менән килгән ғәскәриҙәрҙән:

-Кемде эҙләйһегеҙ?- тип һорай.

Тегеләр:

-Насаралы Ғайсаны,- тип яуап бирәләр.

Улар Хужаның: «Ул Мин»,-тигәнен ишетеп, артҡа тайшанып китәләр һәм йөҙҙәре менән ергә ҡапланалар. Ғайса уларға:

-Мине алырға, юлбаҫарҙы тоторға сыҡҡан һымаҡ, ҡылыс һәм һөңгө менән килгәнһегеҙ. Һәр көн Алла Йортонда һеҙҙең менән булдым, вәғәз һөйләнем, әммә берегеҙ ҙә Миңә теймәне. Ә хәҙер- һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимиәте... Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары тормошҡа ашһын,- тип әйтә.

Ғәскәриҙәр, Ғайса Мәсихты тотоп, баш рухани йортона алып китәләр. Ә шәкерттәр, Уны ҡалдырып, ҡасалар.

                                                  Маттай 26:45-57; Лука 22:45-53; Яхъя 18:1-12



  • Әҙәм Улы – Ғайса Мәсих үҙен шулай тип исемләй.



Ғайса Пилат ҡаршыһында

[edit]

Иртән бөтә руханиҙар һәм аҡһаҡалдар, Ғайсаны үлтерергә ниәтләп, кәңәшмәгә йыйылалар. Улар, Уны бәйләп, Понти Пилат ҡулына тапшыралар.( Пилат Йәһүдия менән Самарияла Рим хөкөмдары була, сөнки Изге Ерҙе* римлылар баҫып алғайны.) Шул ваҡыт Ғайсаны һатҡан Йәһүдә, Уның хөкөмгә тарттырылыуын күргәс, тәүбәгә килә, утыҙ көмөш тәңкәне руханиҙарға һәм аҡһаҡалдарға ҡайтарып биреп:

«Ғәйепһеҙ затҡа хыянат итеп, гонаһлы булдым»,-ти Йәһүдтәр, тәһәрәттәре боҙолмаһын тип, мәжүси Пилаттың һарайына инмәйҙәр... Пилат үҙе улар алдына сығып:

-Һеҙ Был Кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ?- тип һорай.

-Әгәр ҙә Ул яуыз булмаһа, беҙ Уны һинең яныңа тотоп килтермәгән булыр инек,- тиҙәр улар.

-Беҙ Уны, Үҙен Мәсих Батша тип атап, халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы һәм кесаргә һалым түләүҙән тыйыусы, тип таптыҡ,- тиҙәр йәнә. Шунан һуң Пилат, тағы һарай эсенә инеп, Ғайсаны саҡырып ала.

-Һин Йәһүдия Батшаһымы?- тип һорай.

Ғайса уға:

-Минең Батшалығым был донъяла түгел. Әгәр ҙә Ул был донъяныҡы булһа, хеҙмәтселәрем Миңә ярҙам итерҙәр ине,-ти.

-Тимәк, Һин Батша?

-Мин хәҡиҡәт тураһында һөйләр өсөн тыуҙым һәм шуның өсөн донъяға килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Минең тауышымды тыңлай,- тип яуап бирә Ғайса.

Пилат Унан:

-Нимә ул хәҡиҡәт?- тип һорай.

Пилат, Ғайсаның Һируд өлкәһенән икәнен белгәс, Уны Һируд янына ебәргән. Ул көндәрҙә Һируд үҙе лә Йерусалимда булған икән.

Һируд Ғайсаны күреп бик шатланған, сөнки ул, Уның тураһында бик күп ишеткәнлектән, байтаҡтан бирле Уны күргеһе килеп йөрөгән һәм Унан ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрермен тип өмөтләнгән.Һәм Уға күп һорауҙар биргән, ләкин Ул бер яуап та бирмәгән. Шунда торған баш руханиҙар һәм ҡанунсылар иһә бар көстәре менән Уны ғәйепләгәндәр. Ә Һируд үҙенең ғәскәриҙәре менән, Уны мәсхәрәләп, ҡупшы кейемдәргә кейендереп, кире Пилатҡа ебәргән.Элек бер-береһенә дошман булған Пилат менән Һируд шул көндә дуҫлашып киткәндәр.

Пилат иһә баш руханиҙарҙы, башлыҡтарҙы йыйып, уларға әйткән:

-Һеҙ миңә был кешене халыҡты аҙҙыра,-тип алып килдегеҙ; һәм бына мин һеҙҙең алдығыҙҙа тикшерҙем, ләкин Уны һеҙ әйткән ғәйептәрҙең береһендә лә ғәйепле тип тапманым.

Пилатҡа, байрам айҡанлы, бер тотҡондо азат итергә кәрәк була Ләкин бар халыҡ:

-Уға үлем! Бараббаны азат ит!- тип ҡысҡыра башлаған.

Ә Барабба, ҡалала бола сығарып, кеше үлтергәне өсөн ҡулға алынған була. Пилат Ғайсаны азат итергә теләп, тағы бер тапҡыр халыҡҡа әйтеп ҡарай. Ләкин бөтәһе тағы ла көслөрәк тауыш менән Уның сатҡыға ҡаҙаҡланыуын талап иткәндәр; уларҙың тауыштары өҫтән сыҡҡан.

                                          Маттай 27:1-4; Лука 23:2, 7-14,23; Яхъя 18:28-30, 33-38


  • Изге Ер -хәҙерге Исраил территорияһы.

Ғайсаны сатҡыға ҡаҙаҡлау

[edit]

Исайя пәйғәмбәр әйткәнсә:

«Ул беҙ ҡылған гонаһтар өсөн яфа сикте, беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙ өсөн язаланды. Донъяның язаһы Уның өҫтөнә төштө, Уның яраларынан беҙ һауыҡтыҡ. Беҙ, аҙашҡан һарыҡтар һымаҡ, һәр беребеҙ үҙ юлыбыҙ менән китеп барҙыҡ. Һәм Аллаһы Тәғәлә беҙҙең гонаһтарҙы Уның өҫтөнә һалды».

Ғайсанан көлөп туйғас, өҫтөндәге ҡыҙыл төҫтәге кейемде һалдырып, Уға Үҙ кейемдәрен кейҙерәләр. Үҙе ҡаҙаҡланасаҡ ауыр сатҡыны күтәртеп, Уны һәм ике яуызды үлтерергә алып китәләр.

Голгота («Баш һөйәге») тип аталған урынға еткәс, ғәскәриҙәр Алла Улы Ғайса Мәсихты сатҡыға ҡағып ҡуялар. Ике яуыздың береһен Уның уң яғындағы, икенсеһен һул яғындағы сатҡыға ҡаҙаҡлайҙар. Шулай итеп, Исайя пәйғәмбәрҙең Изге Яҙмала:

«Яуыздар рәтенә индерелер»,- тигән һүҙҙәре тормошҡа аша. Ғайса иһә:

-Атам! Уларҙы кисер, сөнки ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә белмәйҙәр,-ти

Уны ҡаҙаҡлаған ғәскәриҙәр, шыбаға һалып, Уның кейемдәрен бүлешәләр. Йыйылған кешеләр, Уны мыҫҡыллап:

-Алла Йортон емереп, уны өс көндә ҡабат торғоҙоусы! Әгәр Һин Алла Улы булһаң, ҡотҡар Үҙеңде, төш сатҡынан,- тип ҡысҡыра.

Руханиҙар, китапсылар, аҡһаҡалдар һәм фарисейҙар ҙа, мыҫҡыллап:

-Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Әгәр Ул Исраил Батшаһы икән, сатҡынан төшһөн – беҙ Уға иман килтерербеҙ. Аллаға инана ине бит. Әгәр ҙә Ул Аллаға кәрәк булһа, ҡотҡарһын Уны. Сөнки Үҙен: «Мин Алла Улы»,- тигәйне.

«-Мәсих булһаң, Һин беҙҙе лә,Үҙеңде лә ҡотҡар,- тип мыҫҡыл итә Ғайса эргәһендәге сатҡыға ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙарҙың береһе. Икенсеһе иһә, киреһенсә, уны тыя:

-Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙ өсөн язаға тартылдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та эшләмәгән,-ти һәм Ғайсаға:

- Хужам! Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал,- тип өндәшә.

-Һиңә ысын дөрөҫөн әйтәм, бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың,- ти уға Ғайса.

Көн уртаһы еткәс, бөтә илгә ҡараңғы төшөп, сәғәт өскә тиклем һуҙылған. Ҡояш ҡараңғыланған, Алла Йортондағы шаршау урталай йыртылған. Был хәлдәрҙең, тап Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешеләрҙе гонаһтарҙан ҡотҡарыу өсөн эшләнеүен белгәнлектән Ғайса:

-Ысынға ашты! - тине һәм көслө тауыш менән:-Атам! Мин рухымды Һинең ҡулдарыңа тапшырам,- тип ҡысҡырған һәм шунан һуң йән биргән»

Әммә был әле аҙаҡҡыһы булмай.

                                                                 Маттай 27:31-43; Лука 23:26-46



Ғайсаны ҡәбергә һалыу

[edit]

Ғайса йома көндә үлә. Ә шәмбе көндә ҙур байрам булғанға күрә, үлгәндәрҙең кәүҙәләре сатҡыла эленеп торорға тейеш булмай. Шул сәбәпле йәһүдиҙәр Пилаттан, юлбаҫарҙарҙың аяҡтарын һындырып, сатҡынан төшөрөргә рөхсәт һорайҙар. Рөхсәт алғас, ғәскәриҙәр, шул урынға барып, ике юлбаҫарҙың аяҡтарын һуғып һындыралар. Ә Ғайсаның үле икәнен күреп, Уныҡын һындырып тормайҙар. Бер ғәскәри һөңгө менән Уның ҡабырға- һына сәнесә, яранан ҡан менән һыу ағып сыға. Былар бөтәһе лә Изге Яҙмала әйтелгәнсә була: «Уның һөйәге һынмаҫ».(Сығыу 12:46). Ә Зәкәриә пәйғәмбәр былай тигән: «Сәнсеп тишелгән кешегә ҡарарҙар».

Бынан аҙаҡ юғары кәңәшмә ағҙаһы, күренекле һәм бай Ариматая кешеһе Йософ Пилат янына килә. Йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға күрә, йәшерен рәүештә, ул да Ғайсаның шәкерте булып йөрөгән икән. Йософ Пилаттан Ғайсаның кәүҙәһен үҙ ҡарамағына биреүен һорай. Пилат рөхсәт итә.

Юғары кәңәшмә ағзаһы Никәдим да килә. Ҡасандыр төндә Ғайса янына килеп киткән була ул. Никәдим үҙе менән йөҙ литраға* яҡын хуш еҫле май алып килә. Улар, хушбуйҙарҙы таҙа туҡымаға һибеп,йәһүдтәр йолаһы буйынса, Ғайсаның кәүҙәһен шул кәфенгә төрәләр. Ғайса ҡаҙаҡланған ергә яҡын ғына бер баҡса була. Йософ менән Никәдим шул баҡсалағы ҡәбер итеп яһалған өр-яңы тау ҡыуышына Ғайсаның кәүҙәһен индереп һалалар һәм мәмерйә ауыҙына ҙур таш терәп ҡуялар.

Шәмбе көндө руханиҙар һәм фарисейҙар Пилат янына киләләр. Улар:

-Әфәнде! Беҙ теге ялғансының иҫән сағында: «Өс көндән һуң терелермен»,- тигән һүҙен иҫебеҙгә төшөрҙөк, - тиҙәр.

-Шәкерттәре Уны төндә урлап китеп, халыҡҡа: «Ул терелде»,- тип әйтә алмаһындар өсөн, ҡәберҙе өс көн уҙғансы ҡарауылларға бойор. Юғиһә, һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр.

Рөхсәт алғас, улар, тау ҡыуышын ҡаплап торған ташҡа мөһөр һуғып, ҡәбер янына һаҡсылар ҡуялар.

                                                              Маттай 27:62-66; Яхъя 19:31-42
    


  • Литра-350 грамм самаһы. Ғайса Мәсих йәшәгән осорҙа римлыларҙың ауырлыҡ үлсәү берәмлеге. 100 литра- 35 килограмм



Ғайса үленән терелде!

[edit]

Шәмбе көн үткәс, төндә бик ныҡ ер тетрәй, сөнки күктән төшкән Алла фәрештәһе тау ҡыуышының ауыҙына терәп ҡуйылған ташты алып ташлай, ә Хужабыҙ Ғайса Мәсих, үленән терелеп, ҡәберҙән сыға!

Фәрештә үҙе йәшен кеүек, ә кейеме ҡарҙай ап-аҡ була. Мәмерйәне һаҡлаусы ғәскәриҙәр. Уны күргәс, ҡурҡыуҙарынан ергә йығылалар һәм үлгән кеше һымаҡ хәрәкәтһеҙ ҡалалар. Иҫтәренә килгәс, ҡалаға ҡайтып, улар баш руханиҙарға булған хәлде һөйләп бирәләр. Баш руханиҙар, аҡһаҡалдар менән кәңәшләшкәндән һуң, һаҡсы ғәскәриҙәргә күп аҡса биреп:

-Төндә, беҙ йоҡлағанда, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урланылар, тип әйтегеҙ. Әгәр ҙә был хәбәр хөкөмдарға ишетелһә, беҙ уның менән һөйләшербеҙ һәм һеҙҙе күңелһеҙлектән ҡотҡарырбыҙ,- тиҙәр.

Ғәскәриҙәр аҡсаны алып китәләр һәм нәҡ руханиҙар әйткәнсә эшләйҙәр. Таң атҡанда Яхъя менән Яҡуптың әсәһе Саломия, «кесе» Яҡуп менән Иосиҙың әсәһе Мәрйәм һәм Магдалалы Мәрйәм, Ғайсаның тәненә еҫле май һөртөү өсөн, тау ҡыуышы урынлашҡан баҡсаға киләләр.

Килгәндә, ҡайғырышып, үҙ-ара:

-Тау ҡыуышының ауыҙында торған ташты кем ауҙарып ташлар икән?- тип һөйләшәләр. Ҡатындар, ҡәбер ҡыуышы янына килеп еткәс, таштың ситтә ятҡанын күреп, бик ғәжәпләнәләр. Ә бит таш бик тә ҙур була.

Тау ҡыуышына инеү менән, улар ап-аҡҡа кейенгән фәрештәне күрәләр. Ҡатындарҙың ҡото оса, ә фәрештә, уларҙы тынысландырып, былай тип әйтә:

-Ҡурҡмағыҙ! Сатҡыға ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләуегеҙҙе беләм. Ул бында юҡ-Ул, Үҙе әйткәнсә, үленән терелде. Хужа ятҡан урынды килеп ҡарағыҙ ҙа тиҙерәк шәкерттәренә Уның терелеүен барып әйтегеҙ. Ҡатындар, ҡурҡып һәм шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, шәкерттәргә Ғайсаның үленән терелеүен хәбәр итергә тау ҡыуышынан сығып йүгерәләр.

                                                           Маттай 28:1-8; Марк 16:1-7; Лука 24:1-7

Ғайса Мәсихтың күккә ашыуы

[edit]

Ғайса үленән терелгәндән аҙаҡ, шәкерттәренә ҡырҡ көн дауамында күренеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләй. Һәм ниһәйәт, Ул уларҙы бергә йыйып, былай тип әйтә:

-Йерусалимдан сыҡмағыҙ. Ата вәғәҙә иткәндә көтөгөҙ. Уның тураһында Мин һеҙгә әйткәйнем. Яхъя һыуға сумдырҙы, ә һеҙ бер нисә көндән Изге Рухта сумдырылһығыҙ. Һеҙгә Изге Рух ингәс, көс ҡабул итеп, Йерусалимда, бөтә Йәһүдияла, Самарияла һәм хатта ерҙең ситенә барып етеп, Миңә шаһит булырһығыҙ. Бөтөн донъя буйлап барығыҙ һәм һәр йән эйәһенә Яҡшы Хәбәрҙе һәйләгеҙ. Иман килтереп, сумдырылған кеше ҡотоласаҡ, ә иман килтермәгән кеше хөкөм ителәсәк. Иман килтергәндәр менән шундай мөғжизәләр буласаҡ: Минең исемем менән ендәрҙе ҡыуып сығарасаҡтар; яңы телдәрҙә һөйләшәсәктәр; йыландарҙы ҡулдарына аласаҡтар; үлтерә торған нәмә эсһәләр ҙә, ул уларға зарар килтермәйәсәк. Ауырыуҙарға ҡулдарын тейҙерһәләр, сырхауҙар һауығасаҡ.

Ошо һөйләшеүҙән аҙаҡ Ғайса Мәсих шәкерттәренең күҙ алдында күккә күтәрелә. Уны болот ҡаплай һәм уларҙың күҙенән йәшерә. Ғайсаның күккә ашыуын ҡарап торған ваҡытта улар алдында аҡтан кейенгән ике ир пәйҙә була.Улар:

-Гәлиләя ирҙәре! Ниңә күккә ҡарап басып тораһығыҙ? Күккә ашҡан Ғайса, нисек күтәрелгән булһа, нәҡ шулай итеп киләсәк, -тиҙәр.

                                Марк 16:15-19; Изге илселәрҙең эшмәкәрлеге 1:3-11




«Юл, Хәҡиҡәт һәм Тормош»

[edit]

Беҙҙең йыл иҫәбе Ғайсаның тыуыуынан башлана. Ғайса утыҙ йәшендә ерҙәге хеҙмәтен башлап ебәрҙе. Уның хеҙмәте, сатҡыға ҡаҙаҡланғансы, өс йыл дауам итте. Ул Инжел, йәгни Яҡшы Хәбәр тураһында, ҡотолоу һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләй. Бына Хужабыҙ Ғайса Мәсих әйткән бик мөһим нәсихәттәрҙең ҡайһы берҙәре: Мин- юл,хәкикәт һәм тормош.Минең аша үтмәйенсә бер кем дә Ата янына килә алмай (Яхъя 14:6)

Мин- үленән терелеү һәм тормош. Миңә иман иткән кеше үлһә лә терелер (Яхъя 11:25)

Әҙәм улы үлгәндәрҙе эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде (Лука 19:10)

Бөтәһенән элек Алла Батшалығын һәм уның хәҡиҡәтен эҙләгеҙ... (Маттай 6:33)

Һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм; Минең һеҙгә биргәнем донъя биргән кеүек түгел. Күңелдәрегеҙ айбанмаһын һәм ҡурҡыуға төшмәһен (Яхъя14:27)

Барса йонсоғандар һәм йөктәре ауыр булғандар, Минең яныма килегеҙ һәм Мин һеҙҙе тынысландырырмын. Мин күргәнде үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ һәм Минән өйрәнегеҙ, шунда йән тыныслығы табырһығыҙ; сөнки Мин күңелем менән баҫалҡымын һәм тыйнаҡмын; ә Минең күтәргәнем үҙе изгелек һәм йөгөм дә бик еңел (Маттай 11:28-30)

… Минең һүҙемде тыңлаусының һәм Мине Ебәреүсегә иман килтереүсенең мәңгелек тормошо бар. Үлемдән тормошҡа күскәнгә күрә, ул инде хөкөмдән азат (Яхъя 5:24)

Алла Улына иман килтереүсенең мәңгелек тормошо бар, ә Алла Улына иман килтермәүсе тормош күрмәйәсәк, уның өҫтөндә Алланың ҡәһәре буласаҡ (Яхъя 3:36)

...Кем дә кем Миңә эйәрергә теләй, шул үҙенән ваз кисергә һәм үҙ сатҡыһын күтәреп, Минең артымдан барырға тейеш (Лука 9:23)

… Кеше бөтә донъяны яулап та, үҙен һәләк итһә, йәки үҙенә зыян килтерһә, бынан уға ни файҙа?(Лука 9:25)

… Кем кешеләргә Минең хаҡта һөйләй, уның тураһында Мин дә Күктәге Атама һөйләрмен; ә кешеләр алдында Минән баш тартыусынан Мин дә Күктәге Атам алдында баш тартырмын (Маттай 10:32-33)

Күк менән ер юғаласаҡ, әммә Минең һүҙҙәрем юғалмаясаҡ (Лука 21:33)