Беҙ һаман да ун етелә әле

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Беҙ һаман да ун етелә әле (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 02.07.2001. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (39-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


БЕҘ ҺАМАН ДА УН ЕТЕЛӘ ӘЛЕ


Егерме йыл һине көттөм, тиһең,
Кисә генә беҙ хушлашҡан кеүек.
Сәстәргә сал кергән, тик йөрәкте,
Һөйөү-йәшен уты үтә телеп.

Кисә генә үткән ул йәшендең
Балҡышынан күҙҙәр ҡамашҡандыр,
Һуҡыр ҡалған яңғыҙ юлсы кеүек
Икебеҙ ҙә шулай аҙашҡанбыҙ.

Егерме йыл егерме юл үтеп,
Инде беҙҙең һуҡмаҡ киҫештеме?
Ул йәшенле ямғыр гөрһөлдәүе
Әле генә килеп ишетелде.

Яҙмышыбыҙ күген, ямғыр үткәс,
Ете төҫлө йәйғор биҙәр әле.
Егерме йыл үтмәгән дә кеүек,
Беҙ һаман да ун етелә әле…



Иҫкәрмәләр


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.