0%

Беҙҙең үтенес ишетелерме? Зыя Юлмөхәмәтов.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Беҙҙең үтенес ишетелерме? (мәҡәлә)
автор Author:Юлмөхәмәтов Зыя Хәжимөхәмәт улы
Ижад итеү ваҡыты: 2011. Нәшер ителгән: 7-05-2011. Сығанаҡ: Йәшлек


Беҙҙең үтенес ишетелерме?


йәки Бала сағы урланған һуғыш осоро балаларын кем хәстәрләр?
Һуғыш осоро балалары… Бөгөнгө йәшәү рәүешебеҙҙең тамырҙары нәҡ ана шул барлыҡ ауырлыҡты кисергән һуғыш осоро балаларына барып тоташа.
Ветерандарҙың 2010 йылдың октябрендә Мәскәүҙә үткән съезында һуғыш осоро балаларына иғтибарҙы арттырыу, дәүләт тарафынан ярҙамды көсәйтеү тураһында һүҙ барғайны. Ошо уңайҙан ил етәкселәренә мөрәжәғәт тә ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, ул ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҡсы, ахыры.
Һуғыш осоро балаларына дәүләт кимәлендә ярҙам ойоштороу мәсьәләһендә район советына үҙебеҙ һайлап ҡуйған депутаттарыбыҙҙың да тос ҡына һүҙҙәре ярап ҡалыр ине. Район кимәлендә генә лә, исмаһам, ветерандарға иғтибар көсәйһә икән.
Беҙҙең Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй советы биләмәһендә һуғыш осоро балалары ла күп түгел (1935 – 1945 йылдар арауығында тыуғандарҙы күҙ уңында тотам). Мәҫәлән, Мөҡсин ауылында барлығы 113 йортта 225 йәшәүсе кешенең – 27-һе, Бишауыл-Уңғарҙа 230 йортта йәшәүсе 663 кешенең – 37-һе, Һәүәләйҙә 395 йорттан 999 кешенең – 59-ы, 467 кешенең 51-е шулар иҫәбенә инә. Был быуын кешеләре етемлекте лә, аслыҡты ла татыны, яланғаслыҡты ла күрҙе, ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡтың барыһын да үҙ иңендә күтәрҙе, Бөйөк Еңеүҙе яулашты, тыныс тормошҡа күскәс тә намыҫ менән хеҙмәт итте. Хәҙер шул быуын кешеләренең күптәре баҡыйлыҡта инде. Иҫән булғандары оло йәштә, күптәре яңғыҙ, тәрбиәгә мохтаж. Ана шундайҙарға иҫән саҡтарында ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелеп, һәр береһе хәстәрлек менән солғап алынһа ине.
2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы иҫән булған һуғыш ветерандарын юбилей миҙалдары, фатир, машиналар менән бүләкләнеләр, яу яландарында башын һалған 27 миллион кеше бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Ә бына шул һәләк булғандарҙың яҡындары хаҡында, Еңеүҙе тылда яулашҡандар тураһында матур һүҙҙәр әйтеү менән генә сикләнелде. Берәй юғары вазифалы кеше, исмаһам, уйлап ҡаранымы ошо хаҡта? Юҡтыр. Донъя мәшәҡәттәре менән булышып, был мәсьәләгә ваҡыттары етмәгәндер.
«Ветеран» тигән гәзиттән өҙөк килтерәйем әле. «В России миллиардеры растут, как грибы в дождливую погоду. За прошедший год их стало больше на 39 человек. До кризиса их было 87, сейчас 101, причем миллиардеры не рублевые, а долларовые. В 2010 году они умыкнули за рубеж 38,3 миллиарда в долларовом исчислении. Не меньше «уведут» и в этом году». Бына кемдәр хан һыйын кисерә. Бына ни өсөн илебеҙҙә хеҙмәт хаҡтары, пенсиялар ташҡа үлсәйем генә. Йәшәр өсөн түгел, аяҡ һуҙып, йән бирмәҫлек кенә. Ни эшләп шундай баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуйыла икән? Көндән-көн хаҡтар артыуын ни менән аңлатырға? Миллиардерҙар өсөн ғазапланамы әҙәм балаһы?
Һуғыш осоро балаларына, исемләп, пенсияларына өҫтәмә эшләп булалыр. Һуғыш ветерандарына дауаланыу өсөн айырым госпиталь ҡаралған, ә һуғыш осоро балаларына ни эшләргә? Хәҙер бит өлкән йәштәгеләрҙе дауаханаларға бик ҡабул итеп бармайҙар. Дарыу хаҡтары ла яҡын барғыһыҙ. Беҙҙең кеүектәргә ятып үлергә генә ҡаламы икән?
Беҙҙең үтенестәргә битараф ҡалмаҫтар, моғайын, тигән өмөттәмен. Зыя ЮЛМӨХӘМӘТОВ, һуғыш осоро балаларының береһе, хеҙмәт ветераны. Ҡырмыҫҡалы районы,Һәүәләй ауылы.7-05-2011