0%

Бер ҡалала гүзәл күрҙем

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бер ҡалала гүзәл күрҙем
автор Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
.Нәшер ителгән: 1897. Сығанаҡ: Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим. Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 288 б. — 76—77-се биттәр.


Бер ҡалала гүзәл күрҙем


Бер ҡалала гүзәл мәхбүб дилбәр[1] күрҙем,
Яҙ көнөндә сәбзә[2] менән гөлбәр[3] күрҙем,
Йәшел ҡанат әҫтәңдә чиһрә[4] күрҙем,
Йәр булмаһа, хәсрәт уты үлтерер имде.

Буйы-һыны, һис тә шик юҡ, килбәтлелер,
Камзул менән ҡалпаҡ кейһә, зиннәтлелер,
Арлы-бирле йөрөгәндә бик һиммәтлелер,
Күргәндәрҙең йәндәрен киҫәр имде.

Унан һуңраҡ бер заман үтмеш ине,
Кинәт юлым ул яҡтарға төшмөш ине,
Осҡа еккән аҡ ял туры ҡайырып керҙе, —
Яҡшы аттың ғәҙәте шул тирҙәр имде.

Ул атымды йәд итһәм, белең васфын[5],
Ҡиссаларҙа күрҙегеҙме Хатим әсбен[6]? —
Аҙна-айлыҡ йүгерер икән, ишет рәсмен,
Ул аҡ тамаҡ Хатим тайы, тирҙәр имде.

Был аҡ ялдың мәшһүр исеме Аҡбәкәлдер,
Беҙҙе белгән ир-аттарға хуш мәҡәлдер.
Ике йәйен һаҙ ара канау барҙыр,
Яҡын соҡоро тупрағы, тирҙәр имде.

Елгән саҡта, елкенер, ти, йөрәктәрем,
Сапҡан саҡта, һелкенер, ти, һөйәктәрем,
Менгән саҡта, ҡабул ине теләктәрем,
Иҫемә төшһә, ғаҡлым фирар[7] ула имде.

Йән һөйгәнде уйлап мин атҡа аштым,
Ике һөйгән күңел менән утҡа төштөм.
Бер күңелдә ике һөйөп, юҡҡа сыҡтым,
Аттан төшөп, йәрҙе алмаҡ кәрәк имде.

Һалҡын һарай эсенә тиҙ ҙә керҙем,
Һис тә кемде күрмәйенсә, гиҙәр инем.
Шул мәхбүбте генә йәнә күргән инем,
Хәлем бөтөп, аптырап ҡалдым имде.

Китте минең әҙерләгән хәйләләрем,
Бөттө минең ғәйәрлектән һәнәрҙәрем;
Ҡыйыш булды баҫып торған иҙәндәрем,
Мин-минлеккә төшөп, забун[8] булдым имде.

Хоҙай уның күңеленә рәхим һалды,
Был мәжнүндең насарлығын һиҙеп алды;
Ләйлә кеүек шиддәтле[9] вәғәҙә ҡуйҙы,
Был йыһанды башыма тар ҡылмыш имде.

Тағы ла ки мин тыңлап, сабыр ҡалдым,
Шайәд[10] булғай, төштәремдә яҡшы күрҙем.
Имде күрһәм, батырыраҡ булыр инем,
Йыуашлығың файҙаһыҙ булыр имде.

Был көн миңә ул тарафтан бер хат килде,
Ул, бисара, хәсрәтенән ауырыр ине,
Серен танып халыҡ теленән, һағыныр ине,
Шуға ахыр бимар-хәстә[11] булмыш имде.

Ғәрсә уның, мөхәббәте беҙҙең яҡта,
Ҡарағыҙ һеҙ, мәғәнәһе ҡайһы яҡҡа,
Буйға етеп, гөл сәскә ярған саҡта,
Емешемде валлаһ әғләм тимеш имде.

Өмөтөм бар хатында гөлйөҙөмдән,
Һөйөү еҫе киләлер һәр һүҙенән:
«Һиҙгерлеген, булһа, егет, бел үҙеңдән,
Хат хикмәте аҙағы, — тимеш имде. —

Алдыбыҙға ҡауышыу көнө килер микән?
Был донъяла шатлыҡ насип булыр микән?
Әллә юҡһа зифа буйым йөгнөр микән?
Никах, хөтбә һаулыҡҡа булғай имде.

Ай-Һай, егет, бик вафаһыҙ[12] булмағыҙ һеҙ,
Япраҡ кеүек һарғайғанды күрһәгеҙ һеҙ,
Ауырыу башым сәбәбен белһәгеҙ һеҙ,
Аяҡтарың баҫалмай бөгөлөр имде.

Һис ышаныс ҡылмайһығыҙ беҙҙең һүҙгә,
Мәғәнәһен хата аңлап, хатты боҙма.
Тәҡдир булһа, сара менән булмаҫ үҙгә[13],
Һеҙ тигәндә, сәлҡумдарым[14] һығылыр имде.

Ошо ваҡыт һүҙендә торор микән,
Шатлыҡ менән ғүмер һөрөлөр микән,
Мәғәнә белмәй шәйлә үкенеп йөрөлөр микән,
Инде шөкөр, фәһем разы[15] һиҙелер имде...»

Ана шулай, уҡый-уҡый мәғәнә арта,
Башҡа төшһә, булалыр зиһен урта.
Ғалимдың да фәһемдәрен хоҙай йөрөтә,
Аҡыллы кеше тәгжил[16], тәъүил[17] ҡылмаҫ имде.

Хат яҙырға ҡәләм менән дәуат[18] кәрәк,
Юл һалырға ҡорос менән ҡанат кәрәк.
Ҡабул итһән, әүәлендә бер хат кәрәк,
Моратыңа юл еңел булғай имде.

Һеҙгә хәжәт рәуа[19] булһа минең исмем,
Ахыр дүрт юл башынан ал хәреф рәсмен,
Лафзы[20] сығар, табырһың ахыр нисфын[21]:
Пәйғәмбәрҙең исеме әүәл төшмөш имде.

Яҡын һыуы Ағиҙел, иле Йомран,
Важибаты[22] Өфөлә булды дәүран[23].
Морад хасил булыр, дуҫтар, сабыр менән,
Тәүфиҡ, бәхет йәр, юлдаш булһа имде.



Иҫкәрмәләр

  1. Мәхбүб дилбәр — Һөйкөмлө, күңелде биләүсе (ҡыҙ).
  2. Сәбзә — йәшел үлән, йәшеллек.
  3. Гөлбәр — гөл генә, сибәр (ҡыҙ).
  4. Чиһрә — йөҙ, ҡиәфәт.
  5. Белең васфын — белерһең сифат-ҡиәфәтен.
  6. Әсб — ат; толпар.
  7. Фирар — тарала, ҡаса, юғала.
  8. Забун — хурлыҡлы.
  9. Шиддәтле — киҫкем, ҡаты, гэҙэттэн тыш.
  10. Шайәд — бәлки, ихтимал.
  11. Бимар-хәстә — ҡаты ауырыу.
  12. Вафа — һүҙҙә тороу, тоғролоҡ, тотанаҡлылыҡ.
  13. Үҙгә — башҡа, бүтон.
  14. Сәлҡум — һылыулыҡ, матурлыҡ.
  15. Фәһем разы — аңлау (төшөнөү) сере.
  16. Тәгжил — ашығыу, тиҙләтеү.
  17. Тәъүил — нотоҡ уҡыу, аңлатыу.
  18. Дәүат — ҡара һауыт, яҙыу өсөн кәрәк нәмә.
  19. Рәуа — ярау, тура килеү; лайыҡ.
  20. Лафыз — һүҙ.
  21. Нисыф — ярты.
  22. Важибат — вазифалар, йөкләтелгән эш; әшләгән урын.
  23. Дәүран — ғүмер (буйы).