Бер строфа ғына. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Мөхәббәт ул - түгел бар донъяға
Танытайым тиеп саң ҡағыу.
Уға етә - башты башҡа терәп
Тын алғаның тыңлап тын ҡалыу

  • * *

Еңә алмаҫ дошман башҡорт рухын ,
Күпме генә тешен ҡайраһын:
Тәбиғәткәй үҙе елберләтә
Башҡортостанымдың байрағын!

  • * *

Донъялағы иң ҡәҙерле
Тыуған йортом - үҙ бауыр,
Атайым сығарған мейес,
Әсәм ҡуйған самыуыр

  • * *

Таңдан тороп әсәй икмәк һала,
Бүлмәләргә тула еҫтәре,
Йылы икмәк менән һыйлы ла шул
Тыуған йорттоң ябай өҫтәле.


2014


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.