Этен эйәртеп, урман буйлап бер бабай килә, ти. Килгән-килгән дә бейәләйен төшөрөп ҡалдырған был. Шул тирәлә йүгереп йөрөгән сысҡан бейәләйҙе күреп ҡалған да уның эсенә инеп тә киткән.
— Ошонда йәшәрмен,— тигән ул.
Шул саҡ һикерәндәй-һикерәндәй тәлмәрйен килеп сыҡҡан да һорай, ти:
— Кем йәшәй был бейәләй эсендә?
— Мин — Ҡыр сысҡаны. Ә һин кем?
— Мин — Әрмәнде. Индер мине!..
Бейәләй эсендә улар икәү булып киткәндәр.
Ҡуян йүгереп йөрөй икән. Бейәләй эргәһенә еткән дә һорай, ти:
— Кем, кем был бейәләй эсендә йәшәй?..
— Ҡыр сысҡаны, Әрмәнде, ә һин үҙең кем инде?
— Мин — йүгерек Ҡуян. Мине лә бейәләй эсенә индерегеҙ.
— Әйҙә.
Улар өсәү булып китәләр. Төлкө килә, ти. Ул да:
— Кем бейәләй эсендә йәшәй?— тип һораған.
— Ҡыр сысҡаны, Әрмәнде, Ҡуян, ә һин кем?
— Мин Төлкө апай булам, мине лә янығыҙға алығыҙ.
Хәҙер улар дүртәүләп йәшәй башлайҙар. Ҡараһалар, Бүре лә бейәләй янында йөрөй, ти. Ул да:
— Кем, кем йәшәй был бейәләй эсендә?— тип һорай.
— Ҡыр сысҡаны, Әрмәнде, Ҡуян, Төлкө апай. Ә һин кем?
— Мин — Бүре, янығыҙға индерегеҙ мине лә.
— Ин әйҙә.
Быныһы ла килеп инә. Хәҙер улар бишәү булып китәләр. Ҡайҙалыр ҡыр сусҡаһы йөрөп ятҡан икән. Ул да килеп етмәһенме!..
— Кем, кем был бейәләй эсендә йәшәй?..
— Ҡыр сысҡаны, Әрмәнде, Ҡуян, Төлкө апай, Бүре, ә һин кем?
— Мин — Ҡыр сусҡаһы. Мине лә янығыҙға алығыҙ.
Бына бәлә!.. Бөтәһенең дә бейәләй эсенә ингеһе килә!..
— Һин инә алмаҫһың шул!..
— Бер нисек итеп инермен әле, рөхсәт итегеҙ.
— Ярай инде, нимә эшләйһең, ин!..
Быныһы ла килеп инә. Алтау булып китәләр. Уларға былай ҙа ҡыҫтау, ҡыбырлай ҙа алмайҙар. Етмәһә, яҡында ғына тағы ботаҡ шатырлаған тауыш ишетелә. Айыу килеп сыға, ул да бейәләйгә яҡынлай: «Кем, кем бейәләй эсендә йәшәй?»
—- Ҡыр сысҡаны, Әрмәнде, Ҡуян, Төлкө, Бүре, Ҡыр сусҡаһы, ә һин кем?
— У-у-у!.. Әҙ түгел икән бында халыҡ!.. Индерегеҙ мине лә!..
— Беҙ һине нисек индерәйек!.. Былай ҙа урын юҡ бит!..
—-- Берәй нисек итеп!..
—- Ярай, тик ситтән генә урын ал!..
Быныһы ла килеп инә, шул тиклем тығыҙ булып китә, бейәләй йыртылып ҡына бара, ти.
Ә был ваҡытта бабай ҡулына ҡарап ебәрһә, юҡ, ти, бейәләйе. Кире боролоп, эҙләп китә тегене. Эте алдан йүгерә, ти. Йүгерә, йүгерә лә бейәләйҙе күреп ҡала. Бейәләй ҡыбырлап ята, ти. «һау, һау, һау!»— тип өрөп ебәрә был. Бейәләй эсендәге йәнлектәр, ҡурҡыуҙан ни эшләргә белмәй, төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасып бөткәндәр, ти. Ә бабай килгән дә бейәләйен алып ҡайтып киткән, ти.