Jump to content

Бейейек әле(шиғыр). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Бейейек әле (Шиғыр )
автор Ф.Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Бейейек әле


 Бейегеҙ әле, малайҙар,
 Бейейек әле, ҡыҙҙар,
 Үҙебеҙсә, саф башҡортса,
 йырлайыҡ әле йырҙар!
Әйҙә әле, баҫ, баҫ,
 йырлап-бейеп күңел ас.
Үҙ телемдең моңдары
 һис ҡасан да ялҡытмаҫ.
Танһыҡ еремдең еле лә
Танһыҡ үҙемдең телем,
 Мең-мең йәшәр башҡорт илем,
 Телемдә алһаҡ ғилем.
Әйҙә ҡумыҙҙы уйна ла
 Әйҙә дәртләнеп йырла,
 Үҙ телеңдең ҡөҙрәтен бел,
 һис тә оялып торма!


1996 йыл