Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты
Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Сығанаҡ: Ахмет-Заки Валиди. / сост. Г. А. Хисамов, Т. Н. Сагитов, Г. Г. Галимова — Уфа: Китап, 2010. — 200 с. — С.51—62. ISBN 978-5-295-05210-1.


Милләтебеҙҙең хоҡуҡтарын һәм хөрриәтен һаҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем. Хәрәкәтебеҙ, Башҡортостандағы кеүек үк, Төркөстанда ла бихисап ватандаштарыбыҙҙы көрәшкә дәртләндерҙе. Был эштә Төркиәнән, Дағстандан, Әзербайжандан, хатта Афғанстандан байтаҡ кеше ҡатнашты, ниһайәт, ул Әнүәр Пашаны ла йәлеп итте. Үкенескә ҡаршы, Польша менән һуғыш Мәскәү файҙаһына тамамланды. Әгәр был һуғыш һис юғында тағы бер нисә ай дауам иткән булһа, Әнүәр Паша Байсун — Ғузарҙан, ә Сәмәрҡәнд вилайәте баҫмасылары Жизак-Нуратанан килеп, Сәмәрҡәнд менән Бохараны яулап алырҙар ине. Тимер юлдың күп урындарын шартлатыу өсөн динамиттар әҙерләнде. Август айында был юл Ҡыҙыл-Арват һәм Һырдаръя тарафтарында Ҡыҙыл армия өсөн ябыласаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәскәү ҙур хәрби көстәрҙе был яҡҡа йүнәлтеү мөмкинлеге тапты. Хәлебеҙ август айында тамам кирегә китеүгә ҡарамаҫтан, мин көрәште дауам итеү, бөтөн Шәһрисәбз һәм Сәмәрҡәнд тарафы баҫмасыларын, башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ офицерҙарын август аҙағында Байсун әлкәһенә туплап, уларҙың Әнүәр Паша менән берләшеүен тәьмин итеү менән шөғөлләнә инем. Әммә ваҡиғалар тиҫкәрегә юл алды. Әнүәр Паша һуғышта шәһит булды. Тап шул ваҡытта (сентябрҙә) Ташкентта йәшерен рәүештә йыйылған Төркөстан Милли берлеге конгресы миңә көрәште сит мәмләкәттәрҙә дауам итеүҙе, уның тарихын яҙып, донъя йәмәғәтселегенә еткереүҙе, беҙҙең талаптарҙы халыҡ-ара мәсьәлә сифатында ойоштороу эштәрен йөкмәтте. Европала йәки Төркиәлә ҡалып, шул эш менән шөғөлләнәсәкмен. Әммә хәҡиҡәткә тура ҡарарға кәрәктер: был хәрәкәттең хәҙерге кимәле, йәғни мәхәллә күләмендә хәрәкәт итеп, көрәшеп, Советтарҙы сигенергә (уступкаға) мәжбүр итергә тырышыу һөҙөмтә бирмәне. Хәҙер милләтебеҙ бүре тешенә эләккән һарыҡ хәлендә.

Әммә был мәсьәлә киләсәктә юғарыраҡ кимәлдә күтәреләсәк, шуға көрәште башҡаса ойоштороу зарур. Рәсәйҙә Советтар хакимлығы мәсьәләһе, хәҙергә эске көрәш сифатында тамамланғандан һуң, артабан халыҡ-ара мәсьәләгә әүереләсәк. Уның менән һуңыраҡ бөйөк дәүләттәр мәшғүл буласаҡ. Ул киләсәктә бөйөк дәүләттәр мәсьәләһе булыуҙанда уҙып, бөтә донъя мәсьәләһенә әүерелер. Советтар, милләттәрҙе һәм колонияларҙы азат итеүҙәре тураһында ялған һүҙ таратып, эшселәрҙең ирек һәм хоҡуҡтары мәсьәләһен күтәргән социализм тәғлимәтен бер эгоист милләттең империалистик идеяһына хеҙмәт итеүсе хәрәкәткә әүерелдерҙе. Ошо көндәрҙә Ленинға һәм мине ғәфү итеүҙәре хаҡында белдергән Сталин менән уның башҡа арҡадаштарына тапшырыу өсөн шул уҡ мәсьәләләр буйынса ике хат яҙып, Ташкентта ғөмүми вәли булған Рудзутакка ебәрҙем. Уларҙың бынан һуң үткәрәсәк сәйәсәтенең программаһы — Рәсәйҙең үҙендәгенә түгел, Европалағы һәм Азиялағы күрше өлкәләрҙә лә рус теле һәм мәҙәниәтенең хакимлығын тәьмин итеү. Бөтә донъя милләттәрен социализм төҙөүгә саҡырыуҙа шул маҡсатҡа өлгәшеүҙең бер сараһы ғына. Бөтә донъяны руслаштырыу бойомға ашырырлыҡ эш түгел. Әммә был хәҡиҡәтте башҡа илдәрҙә тиҙ генә аңлай алмаҫтар. Сөнки бойондороҡһоҙ, азат милләттәргә рус мәсьәләһенең ғәмәлдәге империалистик асылын аңлатыуы ауыр. Быны хатта Хиуалағы йәш сәйәси эшмәкәрҙәр рустар уларҙың үҙ хөкүмәттәренең көлөн күккә осороуҙарын дүрт ай элек аңламайҙар ине әле. Бәлки, был хәҡиҡәттәрҙе аңлау өсөн һәр милләттең бер ни тиклем ваҡыт рус хакимлығы аҫтында булыуы шарттыр. Һәр хәлдә, хәҙер мәмләкәтебеҙҙә бола һәм күтәрелештәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Сөләймән Мырҙабулатовтың сығышы кеүек хәрәкәттәр бөгөнгө көндә милләтебеҙгә зыян ғына. Был хосуста мин уға Бохаранан хәбәр ебәргәйнем. Шатлыкҡа күрә, ҙур юғалтыуҙар булманы шикелле. Хәҙер ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр:

1) Йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнеү.

2) Хосуси хужалыҡ эштәренән айырылып, кооперативтарға инеп, социализм аппаратында нығынып, милләткә шул юлда хеҙмәт итеүҙе вазифа итеп үҙ өҫтәренә алыу теләген эшлекле кешеләр күңеленә һеңдереү. Быны 1919 йылдың авгусында Стәрлетамаҡтағы йыйылышта ла һөйләгәйнем.

3) Дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү. Иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел өлкәһендә, эшләнәсәк. Был тәңгәлдә һис бер ниндәй ойошма йәшәтеп булмаҫ, сөнки ул Совет учреждениелары тарафынан буйһондоролоп, уларҙың мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк. Шуға күрә дин һәм тел өсөн көрәште закон рөхсәт иткән саралар менән дә, йәшерен рәүештә лә алып барыу мотлаҡ буласаҡ.

4) Көрәштең икенсе дәүеренә был мәсьәләләрҙең халыҡ-ара кимәлгә күтәреләсәгенә ышанып әҙерләнеү. Иҙел һәм Урал буйҙары төрөктәре өсөн ул саҡ Төркөстанға һыйыныбырак хәрәкәт итеүҙең мотлаҡ булыуына инаныу кәрәк була.

Был юлда 1917 йылдан бирле алып барған көрәшебеҙ хаҡында балаларыбыҙға өйҙә аңлатыу кәрәк. Хөр донъя милләттәре берләшеп, большевизмдың таралыуына ҡаршы тора алмаһа һәм Азия милләттәренең күбеһе Советтар юлына баҫһа, коммунизм милли ҡаршылыҡтар ялҡынын иң ныҡ тоҡандырыусы бер тәғлимәт булыу арҡаһында, был милләттәр бер-береһе менән һуғышасаҡ. Беҙ донъя ҡитғалары араһында күп төрлө бәйләнештәрҙең, шул иҫәптән сауҙа бәйләнештәренең артабан үҫкән бер дәүерендә йәшәйбеҙ. Шуға күрә Рәсәйҙең шәреҡ менән ғәрәп илдәре араһындағы иҫке сауҙа юлдарын үҙ ҡулында тота белмәүе насар һөҙөмтәгә килтерәсәк. Рустар төрөк ҡәүемдәрен бер быуат эсендә генә йота алмаҫ. Сөнки был эш Кавказ, Украина кеүек өлкәлә руслаштырыуҙың уңышлы барыуына бәйле. Хәлбуки, руслаштырыу сәйәсәтенең ҡорбаны буласаҡ милләттәр хәрәкәтһеҙ ҡалмаясаҡ, рустар күбәйһә, уларҙа күбәйер.

Был тәңгәлдә киләсәк хаҡында бәғзе фекерҙәремде яҙам, күрәҙәлек итә тимәгеҙ: рустарҙың империализмы һәм бөтә донъяла инҡилап күтәрергә йүнәлтелгән тырышлыҡтары Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙы егерменсе быуаттың иң бөйөк хәҙистәре итеп күрһәтәсәк. Бөтөн милләттәрҙең яҙмышы ошо ваҡиғаларға бәйле булып күренер. Ләкин нәфселәрен тыя белмәүҙәре арҡаһында рустар был бөйөк ваҡиғалар нигеҙендә тик үҙ файҙаһын ҡыуасаҡ. Бының һөҙөмтәһендә килеп тыуған бөйөк ваҡиғалар беҙгә яңынан терелеү мөмкинлеге бирәсәк. Мосолмандар күп йәшәгән Төркөстан кеүек өлкәләр был хәлдән файҙаланыр. Ошо мәлдә йәһүдтәр Израиль дәүләтенең тереләсәгенә инанған кеүек, беҙҙекеләрҙә ышанып йәшәргә һәм быны йәш быуынға аңлатырға тейеш. Беҙ был мәсьәлә менән сит илдәр ҙә шөғөлләнербеҙ, әммә ышанам: беҙҙең быуын ул ҡотолоу көндәрен күргәнгә тиклем үлеп бөтмәҫ әле. Беҙ Башҡортостанда милли хәрәкәтте закон лы рәүештә йәйелдерҙек, ҡоролтайҙарҙың ҡарары буйынса милли ғәскәр төҙөнөк, асыҡтан-асыҡ көрәштек, милли матбуғатта, мәктәптәрҙә фекеребеҙҙе асыҡ һөйләнек. Төркөстанда иһә был хәрәкәт ризаһыҙлыҡ һәм күтәрелеш рәүешендә беҙ килгәнгә тиклем үк башланғайны, күпселек баҫмасылар фанатик муллалар йоғонтоһо аҫтында ине. Беҙ бындағы хәрәкәткә милли фекер, идеал индерҙек, ниһайәт, уға Төркиәнең бөйөк тарихи шәхесе үҙ офицерҙары менән килеп ҡушылды.

Был ваҡиғалар бер нисә йылда, хатта бер-ике быуында онотолоп бөтә торған эш түгел. Төрөк милләте азатлыҡ фекеренә тоғро ҡалыу сәбәпле, бойондороҡһоҙ дәүерҙәргә ҡараған Йәнебәк хан, Тимер, Иҙеүкәй, Күсем менән улдары Ҡәйеп хан һәм Аблай хан кеүектәргә бағышланған хәтирәләрҙе әле булһа йәшәтеп килә. Хатта тарихыбыҙҙың боронғо дәүерҙәрендә төрөк булмаған халыҡтар араһында әҙселектә ҡалған, телен онотҡан йәки онотоу хәленә еткән ҡәбиләләребеҙ ҙә форсат асылыу менән аяҡҡа баҫҡан һәм яңынан үҙ дәүләттәрен ҡорған. Бындайҙарҙан тарихта ҡытайҙар араһында туйуһун, шато һәм таугач, һиндтар араһында ҡарлуҡ һәм калач, уғро-финдар араһында арпаттар, иран, ғәрәп һәм курдтар араһында уғыҙҙар, ағачериҙар һәм аҡҡуйындар кеүек, әҙселектә ҡалған хәлдәлә, булмышын һаҡлап, һуңыраҡ дәүләт төҙөгән ҡәбиләләрҙең тарихы беҙҙең өсөн таң ҡалырлыҡ ғибрәт. Быларҙы романдар формаһында яҙып нәшер итер инем. Эргунекун мифы бер ҡаһарман төрөк йәмғеһенең үлде-бөттө тигәндән һуң терелеүен аңлатыр. Беҙ хәҙер рустар араһында тарихи тормошобоҙҙоң иң ҡурҡыныс дәүерен кисерһәктә, асылда ҡурҡып торманыҡ. Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүемдәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткәндәр, әммә хөрриәт ҡаҙанғандар. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтөн баҡсаға таралыр. 1917 — 1922 йылдар беҙгә күтәрелергә форсат биргән хәлдә лә хәрәкәтһеҙ ҡалһаҡ, ҡабаттан шундай уҡ форсаттарҙан файҙаланыуы ҡыйын булыр ине. Хәлбуки, был форсат ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам итһә лә, файҙалана алдыҡ. Беҙ башҡарған эштәр Кесе Солтан, уның улы Морат Солтан, Бишәй Солтан, уның улы Ырыҫмөхәммәт Солтан, Солтангәрәй (Ҡараһаҡал), Батырша, Салауат, Аблай һәм Кинесары хаҡындағы хәҙистәр кеүек бөйөк хәтирәләр йәшәтәсәк. Был көрәш барышында ижад ителгән шиғырҙар, бәйеттәр оноторлоҡ түгел. Әлбиттә, дошман уларҙы оноттроу өсөн ҙур ғәйрәт сарыф итер. Әммә Рәсәйҙә баҫылмағандары сит илдәрҙә баҫылыр. Рәсәй үҙ сиктәрен һәр саҡ бикле тотоп тора алмаҫ. Хөрриәт һәм милли азатлыҡ фекерҙәрен таратыусы әҙәбиәтте беҙҙекеләр үҙ илендә уҡымаһа, сит илдә уҡып ҡайтыр. Тик хәҙерге көндә ҡотолғоһоҙ күренгән, террорға ҡоролған хакимлыҡ милләтебеҙҙе өмөтһөҙлөккә төшөрмәһен. Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына саҡырыр һәм алға өндәр.

                                                    Ашхабад, 1923 йыл, февраль