0%

Башҡорт теле дәрестәрендә Википедияны төрлө алымдарҙа ҡулланып уҡытыу. Иҫәнбаева Г.А.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ВИКИПЕДИЯНЫ ТӨРЛӨ АЛЫМДАРҘА ҠУЛЛАНЫП УҠЫТЫУ (мәҡәлә)
автор Author:Иҫәнбаева Гөлзиә Абдулбарый ҡыҙы
Сығанаҡ: «Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт» халыҡ-ара конференцияһы материалдары (Өфө, 24-25 апрель,2015 йыл)


БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ВИКИПЕДИЯНЫ ТӨРЛӨ АЛЫМДАРҘА ҠУЛЛАНЫП УҠЫТЫУ


Иҫәнбаева Г.А.
Благовещен ҡалаһы Бәҙәй Яланы ауылы

Белемле, әҙерлекле белгестәргә ихтыяж артҡандан-арта бара. Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙә педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре, алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.

Тәжрибәле уҡытыусылар өсөн методикалағы ҡайһы бер алымдар, ысулдар үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. “Яңылыҡ асам” йәки “асыш яһайым” тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреүенән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло буласаҡ. Дәрес шәхес күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек булһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аҡылын, фекерен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дерестәре романтик, патриотик рухлы, “тылсымлы”, “серле” булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта. Дәрес ваҡытында Википедияны ҡулланыу артыҡ булмаҫ, сөнки был Википедия аша беҙ уҡыусыларға ҡыҙыҡһыныу һәм төрлө мәғлүмәт бирә алабыҙ. Википедияны беҙ темаға ҡарап интернет селтәренән алырға мөмкин. Беренсе тапҡыр уҡысыларҙың йәш үҙенсәлегенә ҡарап нисек ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән, “әҙәби вернисаж”, “әҙәби кафе”, “эште тикшереүселәр алып бара”, “дәрес-аукцион” (белем баҙары), “хәтер һынаш” (“бәхетле осраҡ”), “дәрес-көс һынашыу”, “дәрес йыйын”, “дәрес-лабиринт”, “дәрес-хөкөм”, “мөғжизәгә килә ышанғым”, “ҡышҡы һабантуй”, лексик йәрминкә”, “Википедия илендә” һ.б. Эш, әлбиттә, исемдә генә түгел. Дәрестең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап килеп, уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш. Ошо дәрестә Википедияны ирекле энциклопедия тарафынан да ҡулланырға була.

Был һәр дәрестә лә уйнап-көлөп, күңел асып ҡына үткәреү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, теге йәки был дәресте билдәле бер белем ҡалыбына һалыу – ауыр эш. Уҡытыусы ошо Википедияны ҡулланып ярашлы итеп дәрестең структураһын төҙөргә, уҡыусылар теманы үҙләштереүҙә эҙләнеп, көс түгеп башҡарырға тейешлекте белдерә был ижади дәрестәр.

Мәҫәлән, “лингвистик һабантуй” үткәргәндә, һабантуй программаһына бәйле ярыш-уйындар ойошторола һәм Википедиянан да алынған материалдар ҙа ҡулланыла, тик улар тел дәрестәрендә өйрәнелә торған программа материалы нигеҙендә төҙөлә. Яңы һәм традицион дәрестәрҙең яңы варианттары формаһында үткәрелгән дәрестәрҙә һәр уҡытыусының булдыҡлығына юл асыу, ижади эҙләнеүҙәренә ярҙам итеү, ҡыҫҡаһы, тормошта үҙ урынын таба алырҙай йәштәр тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр хәл ителә. Стандарт булмаған дәрестәрҙә киңерәк ҡулланыу уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлеккә әйҙәй, әҙәбиәткә һәм телгә һөйөү тәрбиәләй.
Уҡытыуҙың теге йәки был методтарын, формаларын, сараларын мотлаҡ ҡулланыуҙы көсләп тағырға ярамай. Һәр дәрес алдынан өйрәнеләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк.
Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты – телмәр үҫтереүҙең һәр бер төрөнә – һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға, интернет селтәренән материал эҙләргә өйрәтеү.
Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң да телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәнелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мәҫәлән, “Серле ҡумта”, “Тылсымлы сәскә”, “Серле тоҡсай”, “Кем күберәк?”, “Һүҙҙәр үреү”, “Китек диктант”, “Кире-мире”, “Йомаҡ ҡойошоу”, “Мәҡәл әйтешеү”, “Википедия сайтында” һ.б. шундай исемдәр менән, “донъяны таныу юлы” булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмәкәрлеген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. “Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә”, “телдең һүҙҙәре” менән килешмәү мөмкин түгел.

Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә, әҙәбиәт донъяһына еңел генә үҙенсәлекле юл менән алып инеп була. “Метод һәм алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестең этаптарын, һәр этаптың алдында торған маҡсаттарҙы күҙ алдында тоторға тейеш. Методтар, алымдар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел инструмент була алалар”.

Мәғлүм булыуынса, тел – донъяны танып белеү сараһы, уның тәрбиәүи көсө иҫ китмәле. Донъяны танып белеүҙе, тыуған ер тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыллыҡ, иғтибар тәрбиәләүҙе туған телдә тирә-йүндәге ҡоштар, хайуандар, кейектәр, балыҡтар, үҫемлектәр донъяһы, үләндәр, ағастар, сәскәләр һ.б. тематик төркөмдәргә ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәтеүҙән башларға кәрәк. Һүҙҙе өйрәнеүгә үтә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки һүҙ – телдең һәм уны уҡытыуҙың башланғыс берәмеге йәки асҡысы. Һүҙ телдең төшөнсәләр менән бәйле тамғаһы, шуға күрә лә һүҙ өҫтөндә эшләү процесында уҡыусыларҙың телмәре байый. Яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү, һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау, һүҙҙәрҙе һөйләмдә ҡулланыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда лексик уйында ойоштороу отошло.
Дөйөмләштереп, ошондай һығымталар яһарға мөмкин:
    

  1. Уҡыу процесына стандарт булмаған дәрестәрҙе индереү, уларҙа эшмәкәрлекте төрләндереү дәресте байыта, донъяны танып белеүгә образлыҡ индерә. Ә хеҙмәт эшмәкәрлеге, практик күнекмәләр бирә, уйын формаһы дөйөм эмоциональ тонусты күтәрә.
  2. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төҫһөҙ булырға тейеш түгел. Улар заман һүрәтләүҙәре менән бергә алып барылырға, йәғни, йәнле, тулы, аңлайышлы булырға һәм Википидия нимә икәнен өйрәтергә тейеш.


  1. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре шәхес күңелен ҡуҙғата, уның иң нескә тойғоларына тәҫьир итә, шулай булғас, дәрес ижади эштәрҙән башҡа үтәй алмай. Һәр күңелдә билдәле бер дәрәжәлә бикләнеп ятҡан ижад дәртен уятыу, ялҡынландырыу дәрестәрҙең етди әҙерләнеүенә ҡыҙыҡлы итеп ойошторолоуына бәйле.

     Ғөмүмән, туған тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхесе тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда, әлегә тиклем билдәле булғандарының асылын белеү, берләштереү, таныш булғандарының яңы мөмкинселектәрен күҙҙаллау кәрәк.
 
Әҙәбиәт:

  1. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр: Методик ҡулланма. – Өфө:Информреклама, 2003. – 136 бит.
  2. Ғималова М. Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV-VII кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. – Өфө, 1982. – 74-се бит.
  3. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. Туған телде уҡытыуҙа яңы методтарҙы, төрлө эш алымдарын уйлап табыу. – Өфө, НМЦ «Педкнига», 2008. -17б.