Башҡорт иле. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Башҡорт иле


Ҡайҙа - аҙан, һыуҙа - һаҙан,
Усаҡтарҙа ҡайнай ҡаҙан -
Шунда - башҡорт.
Йөҙө - нурлы, иле - муллы,
Табынында бисмиллалы
Һыйлы аш-ҡот.
Иманым тип, ил-ғәмем тип
Ҡанын ҡойған, йәнен ҡыйған -
Аҙаны шул,
Йәйрәп ятҡан тау-далаһын
Иңләп аҡҡан йылғаларҙың
Һаҙаны мул.
Ни мосафир изге уйҙан
Тупһабыҙҙан аша уҙһа -
Ҡаҙан әҙер,
Бабаларҙан шул рәүештә
Йәшәргә тип, эшләргә тип
Ҡалған нәҙер.

Донъяларҙа беҙ юғалған
Ҡәүем түгел, әүен түгел -
Кәмһенмәйбеҙ,
Сит малына, байлығына,
Әллә кемдең ер-һыуына
Ымһынмайбыҙ.

Шөкөр, тибеҙ: тулы - ҡаҙан,
Һыуҙа - һаҙан, моңло - аҙан,
Ныҡлы биле;
Иман сәсһен, дуҫ күбәйтһен,
Торған ерен ожмах итһен
Башҡорт иле!




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.