Башҡортостан район газеталарында милли концепция сығышы (Мәләүез районының «Көнгәк» газетаһы миҫалында)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Башҡортостан район газеталарында милли концепция сығышы

(Мәләүез районының «Көнгәк» газетаһы миҫалында)
автор Н.Ә.Әхмәтйәнова, ф.ф.к.

Ижад итеү ваҡыты: 2014. Нәшер ителгән: 2014. Сығанаҡ: Ахметьянова Н.А. Отражение национальной концепции на страницах районных газет РБ (на примере газеты «Конгэк» Мелеузовского района) // Актуальные проблемы современной башкирской филологии (Материалы Всероссийской НПК) – Уфа, Башгу, РИЦ, 2014 г. Стр.262-267.



1[edit]

Милли колорит милли аң булмайынса барлыҡҡа килмәй. Хәҙерге замандың фәйләсуфы М.К. Мамардшвили: “…аң - ул асылда әхләҡи күренеш”,- тип яҙҙы [3;4]. Ысынлап та, рухи мәҙәниәттең асылы - ул әхлаҡ. Кешенең нәҫелдән килгән асыл көсө хеҙмәткә, белемгә һәм аралашыуға булған ихтыяжында тормошҡа ашырыла. Халыҡтың милли аңын, милләтте үҫтереү заманға ярашлы әхлаҡ нормаларына таянып, яңы шарттарҙа газета-журналдар, радио, телевидение аша булдырыла. Урында был функцияларҙы район газеталары башҡарырға тейеш.

“Көнгәк” газетаһы республикала регион башҡорт баҫмалары араһында милли колоритлы бишәү иҫәбенә инде. «Көнгәк» - Мәләүез районының ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни газетаһы, А3 форматында 2002 йылдың 1 ғинуарынан сыға. Баҫманы ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы; Башҡортостан Республикаһы дәүләт унитар предприятиеһы “Көнгәк” редакция-нәшриәт комплексы. Баш мөхәррир – Сайфулла Әмиров.

Газетаның милли рухта һуғарылыуы, “Илеңә - ҡот, йортоңа – бәрәкәт!” девизы аҫтында эшләгән редакция коллективы һәм етәксеһенең ысын патриот, көслө милли аңлы кешеләр икәненә дәлил. Мәләүез районының “Көнгәк” газетаһының милли колоритлы, әхлаҡи-рухи яҡтан бик бай булыуы уның тышҡы биҙәлешенән үк күренеп тора. Газетаның исем башы (логотип) боронғо ғәрәп графикаһын ҡулланған дизайнға нигеҙләнгән. Башҡорт халҡыбыҙ яҙмаһы күп йылдар дауамында ғәрәп графикаһына таянғанын беләбеҙ. Шуға күрә лә, был графика аңда, ҡанда уйылып ҡалып, әле булһа беҙҙең милли асылыбыҙға барып тоташа. Беҙ башҡорт ҡына түгел, Ислам динен тотҡан мосолмандар булыуыбыҙҙы ла онотмаҫҡа әйҙәй газетаның биҙәлеше. Логотиптағы газета эмблемаһы ла тарихи әһәмиәткә эйә. Унда Көнгәк тауы артынан ҡалҡан ҡояш һәм уның нурҙарына ирәйеп үҫкән ҡурай һүрәтләнгән. Көнгәк (“ҡояшлы” тигәнде аңлата) тауы - Мәләүез районының символы. Ул Ағиҙел йылғаһы буйлап һуҙылған һәм күрше райондар араһында сик ҡуйған Йәнхоҙай һыртының бер башы булып тора. Был үтә мөһим тарихи урын. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ Көнгәк тауы эргәһендә мөһим мәсъәләләрҙе хәл итеү маҡсатында йыйындар уҙғара. Башҡорт атлылары 1812 йылдағы Ватан һуғышы осоронда нәҡ ошо урында тупланып, еңеү менән Парижға етә. Еңеүҙән һуң батырҙарҙы ҡабат Көнгәк тауында ҡаршылаған халыҡ. Күп йылдар дауамында башҡорт халҡы был тарихи урында Һабан туйҙарын да уҙғара. Эмблема баҫманың биҙәлешенә мөһим милли үҙенсәлек өҫтәй.

2[edit]

Газетаның эстәлеге милли тематика, тыуған ил, тел, тарихыбыҙ менән һуғарылған. Бөгөнгө йәшәйеште тарих менән бәйләп, һығымталар яһау – баҫманың төп үҙенсәлектәренең береһе. Мәләүез биләмәһендә йәшәүсе юрматы, ҡыпсаҡ, тамъян ырыуҙары тарихына ҡағылышлы ҙур күләмле мәҡәләләр ошо хаҡта һөйләй. Уларҙы баш мөхәррир С.Һ. Әмиров әҙерләй. 2009 йылда Мәләүез ерендә ошо ырыу вәкилдәре Йыйынға уҙғарыуы, Нөгөш һыуһаҡлағысы юлында стелла асылыу – райондағы ҙур тарихи ваҡиға итеп һүрәтләнә баҫма биттәрендә. Башҡорт халҡыбыҙҙың тарихын яҡтыртыу баҫманың милли колоритын тағы ла асығыраҡ күрһәтә. Бөйөк Еңеүҙең алтмыш биш йыллығына арналған мәҡәләләр араһында Фәнил Срумовтың 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған материалы ҡыҙыҡлы. Район тарихын ентекле яҡтыртҡан һаны Мәләүез районының 80 йыллығына арналған. Унда төбәк тарихы, бөгөнгө ҡаҙаныштар барлана, билдәле шәхестәргә һүҙ бирелә.

“Көнгәк” газетаһы үткәндәрҙе, тарихыңды ғына түгел, күренекле, данлыҡлы яҡташтарыңды таныу, уларҙың ижадын яҡындан белеү һәм уға ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Булат Рафиҡовтың тыуыуына 75 йыл тулыуы айҡанлы данлыҡлы яҡташын хөрмәт менән иҫкә алып, уның турала хәтирәләр баҫыла. Бөтә донъяға билдәле шәрҡиәтсе, XX быуат башында Башҡортостан үҙаллығы өсөн азатлыҡ көрәшен етәкләүсе һәм Рәсәй Федерализмына нигеҙ һалыусы Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуы айҡанлы уның тормошон һәм эшмәкәрлеген, ижадын сағылдырған мәҡәләләр циклы ла тыуған ил тарихының бер өлөшө булып тора. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты менән берлектә ҡарарҙар проекты әҙерләүҙә “Көнгәк” газеты журналистары әүҙем ҡатнаша.

Башҡорттарҙың, төбәктә йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың телен һаҡлауға, үҫтереүгә, социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡтыртыуға, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән мәсъәләләрҙе тикшереү, тейешле саралар ҡабул итеү маҡсатында ойошторолған халыҡ-ара йыйын хаҡында мәғлүмәттәр баҫманың көнүҙәк темаһына әйләнә. Изге йолаға әйләнгән “Шәжәрә байрамы” рубрикаһында Иштуған ауылынан Шәйәхмәтовтар, Хәйруллиндар, Байбулатовтар, Шәрип, Арыҫландан – Ҡотлобаевтар, Түләктән – Ҡамбулатовтар, Булатовтар, Вахитовтар, Йәркәевтар, Үҙәнбаевтар һ.б. нәҫел ептәрен барлап осрашыуҙары ентекле яҙылған.

3[edit]

Халҡыбыҙ рухын күтәреү, милли аң тәрбиәләү, тарихи үткәнде, бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе һүрәтләү “Көнгәк” гәзитенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Был йәһәттән хәбәрсе Лена Абдрахманова ғәйәт ҙур эш башҡара. “Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?” рубрикаһы аҫтында дауамлы мәҡәләләр ижад итә. Уларҙа Мәләүез районы биләмәһендә урынлашҡан 34 башҡорт ауылының ҡыҫҡаса тарихы, бөгөнгө хәле (бөгөн нисә йорт, дөйөм халыҡ һаны, ауылдың иң оло кешеләре кем, һуғыш ветерандары, ауыл халҡының төп шөғөлө, ауылда йәш ғаиләләрҙең күплеге тураһында мәғлүмәт яҙылған) йәшәйеше менән таныштыра. Ауылдарҙың һоҡланғыс яҙмышлы, эшһөйәр, күркәм ғаиләләрен һүрәтләй. Шулай уҡ хаҡлы ялдағы эшһөйәр, һөйәлле ҡуллы хеҙмәт улдарының юлдары хаҡында һөйләй. Тыуған колхозына ғына түгел, республика үҫешенә тос өлөш индергән алдынғы сөгөлдөрсөләр, малсылар, һауынсыларҙы бөгөнгө көн геройҙары итеп күрһәтә. Ауылдарға иман ҡайтыуы, халыҡтың дин тотоуы, тулыһынса күҙ алдында килеп баҫа. Был һандар баҫманың абруйын күтәрә, район халҡының яратҡан гәзиттәре рәтенә индерә. Мәҡәләләр авторы Лена Абдрахманова Башҡортостан журналистикаһы өлкәһендә Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды. “Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?” рубрикаһын дауам итеп Лена Абдрахманова “Ҡайҙа һин, башҡорт ауылы?” темаһына эш башланы. Ул Ҡамбулат, минераль ашламалар заводы төҙөлөшө башланыу менән бөтөрөлгән Ҙур Моҡас, Нөгөш һыу һаҡлағысы аҫтында ҡалған Кинйәбай, Привольный, Үрге Таш ауылдарының әсе яҙмышы хаҡында яҙа. Аяуһыҙ яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған төйәгенән айырылырға мәжбүр булғандар был мәҡәләләрҙе күҙ йәше аша уҡыуҙарын һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерә редакцияға. Тыуған ер, туған тел, милли аңды күтәреү маҡсатында “Беҙ үҙебеҙ - башҡоттар”, “Телгенәйем – бергенәйем”, “Тарихымды онотмам – тамырымды ҡоротмам”, “Ауыл мәҙәниәте”, “Халҡыбыҙ йолалары”, “Тыуған яғыңды беләһеңме?” , “Йәшәү һутын тыуған ерҙә алам” рубрикалары әүҙем донъя күреп килә. Был материалдар аша газета редакцияһы район халҡының милли аңын үҫтереүҙә, белемле, үҙ иленең, төбәгенең ысын патриоты булырға саҡыра.

Хәҙерге радикаль-цивилизация һәм глобалләштереү, баҙар шарттары, демократия заманында халыҡтың әхләҡи-рухи мәҙәниәте юҡҡа сығыу сигенә етеп килә. Илдә булған ҙур үҙгәрештәрҙе халыҡ бик ауыр кисерә. Патриот һәм гражданлыҡ хистәре юйыла бара. Аяулы үткән йылдарҙы оноторға тырышып, сит илдәрҙең көнкүреш ғәҙәттәрен, йәшәйеш тәжрибәһен, сит халыҡтың йолаларын үҙләштерергә тырыша. Бөгөнгө заман кешеһе һәр саҡ ҡайҙалыр ашыға, йүгерә, күңел тыныслығын белмәй, материаль яғын ғына ҡайғыртып, рухи донъяһын аҡса менән генә тултырырға теләй, тиһәк яңылыш булмаҫ. Көнбайыш мәҙәниәтенә табынып, үҙ тарихын, йолаларын, милләтен онотоп, заманында юғалып ҡалған йәш быуын эгоист сифаттарын хуп күрә, эскелек, тәмәке тартыу, наркоманияға бирелеүе ремпублика баҫмаларында ла күтәрелә [5;58].

4[edit]

Ошондай ауыр шарттарҙа бөгөн йәш быуындың, сабыйҙан уҡ үҙ тарихына, милләтенә, йола-ғәҙәттәренә, теленә һөйөү, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү төп маҡсатҡа әйләнде. Милли аңды, үҙ халҡың өсөн ғорурлыҡ хисен уятып ҡына сәләмәт быуын үҫтерергә мөмкин. Киң мәғлүмәт саралары был йәһәттән йәмғиәткә тәъҫир итеүсе иң көслө ҡоралдарҙың береһе. “Көнгәк” газетаһының милли концепцияһы ошо маҡсатҡа ҡоролған да инде. Белеүебеҙсә, республикабыҙҙа ла патриотик тәрбиәләү планы әүҙем үҙләштерелә. “Башҡорт телен күтәреү һәм үҫтереү”, “Рәсәй Федерацияһының башҡорттары” программары ҡабул ителгән. Район гәзите “Көнгәк” биттәрендә был милли программаларға ярашлы бик күп мәҡәләләр, рубрикалар бар.

“Көнгәк” газетаһы ауыл халҡы өсөн генә түгел, Мәләүез ҡала башҡорттары өсөн дә бик әһәмиәтле баҫма. Башҡорт мәҙәниәтен үҙгәртеп ҡороуҙар, иҡтисади реформалар район-ҡалаларға ла ҡағыла. Ҡала башҡорттарының мәҙәни мөхите театр, кино, музей, әҙәбиәт менән генә сикләнмәй. Матбуғат саралары ла уның айырылғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил итә [4;195]. “Көнгәк” газетаһы милләткә, уның үҫешенә ҡағылышлы мөһим, хәл итер мәсъәләләргә, проблемаларға йөҙ менән боролоп, бөтә тулылығында яҡтыртырға тырыша. Был гәзиттең төп маҡсаты. Милләттең тарихына, мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ҡағылышлы материалдар яҡтырта, тәрбиәүи мәсъәләләргә төп иғтибарын йүнәлтә. Милләтте ҡаҡшатып, уның киләсәгенә хәүеф тыуҙырған эскелек, тәмәке тартыу, наркомания кеүек алама ғәҙәт-ҡылыҡтар хаҡында йыш һәм асыҡ-асыҡтан яҙа, уларҙан арыныу, йырылыу юлдарын билдәләргә тырыша. Әйткәндәй, был насар ғәҙәттәр башҡа халыҡтар менән аралашыу һөҙөмтәһендә үҙләштерелгән. Ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһына тиклем башҡорттар, ғөмүмән, спиртлы эсемлектәр ҡулланмаған һәм тәмәке тартмаған. Һәр иҫтәлекле сараны, байрамды эске мәжлесе менән уҙғарыу ҙа ғәҙәткә инеп киткән. “Көнгәк” газетаһы был мәсъәләне яҡшы аңлай һәм был заман шаңдауына ҡаршы көрәште уның һәр битендә, һәр һанында күҙәтергә мөмкин. Газета “Айыҡ Башҡортостан” төбәк ижтимағи хәрәкәт эшмәкәрлегенә ҡушылып, уны хуплап, райондың Арыҫлан, Түбәнге Таш, мотай ауылы халҡы менән осрашып, һөйләште. Ауыл халҡын, йәш быуынды сәләмәт тормош алып барырға, гөрләтеп, тырышып донъя көтөргә, балалар тәрбиәләргә саҡырҙы. Хәбәрселәр Арыҫлан ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. “Айыҡ ауыл” рубрикаһы ла йыл дауамында райондағы ауылдар араһында иң тәртипле, сәләмәт, тырыш, уңған халҡы өсөн конкурс алып бара. “Мәләүез йәштәре сәләмәт тормош яҡлы”, “Наркотиктарға – юҡ!”, “Һаулыҡ милли проекты”, “Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух” рубрикалары йәш быуынды сәләмәт тормош алып барырға, уҡырға, белемле булырға, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешергә, татыу ғаилә ҡорорға саҡыра. Ғөмүмән, башҡорттоң үҙ асылына ҡайтырға саҡыра. Ауылда эш урындары булдырыу, халыҡты эш менән тәъмин итеү өсөн шәхси фермерлыҡты үҫтереү, пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Райондың иң тырыштары, уңғандары, тормошта ниндәйҙер ҡаҙаныштарға ирешеп, хөрмәт яулаған кешеләр, ғаиләләр тураһында “Булдыҡлы булдырыр – эшен дә уңдырыр”, “Үҙ эше – хәләл көсө”, “Беҙҙең эргәлә”, “Татыу ғаилә - ил ҡото”, “Эшҡыуар” тигән рубрикалар даими сығып тора. Халыҡтың милли аңын уятып, тырышып эшләргә, үҙаллылыҡҡа ынтылырға тигән идеяһы һыҙыҡ аҫтына ҡуйыла.

5[edit]

Милли колорит, халҡыбыҙҙың менталитет үҙенсәлектәре аша килгән һыҙаттарға ҡарағанда, башҡорттарҙың этноэтикетында ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен көйләүсе байтаҡ нормалар бар. Бында халыҡ аҡылының яңғыҙлыҡҡа, ғаиләләге балалар һанына, ата-әсәләр һәм балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренә, ир һәм ҡатынға ҡарата һ.б. мөнәсәбәтте сағылдырыусы нормалар бар. Мәҫәлән, әгәр ҙә кеше ғаилә ҡормай оҙаҡлаһа, ололар: “Яңғыҙлыҡ яуға килешһен”, - ти. Әгәр ҙә ғаиләлә бер генә бала булһа: “Яңғыҙ бала яуҙан ҡаты”, - тиҙәр. Былар барыһы ла халыҡ аңының ныҡлы ғаилә төҙөүгә йүнәлтелгән. “Көнгәк” тә милли ғәҙәттәрҙе онотмай, ғаилә ныҡлығын, татыулығын данлап, әхлаҡһыҙлыҡҡа, иманһыҙлыҡҡа, әҙәпһеҙлеккә ҡаршы ҡаты көрәшә. Был көрәш “Татыу ғаилә - ил ҡото”, “Беҙҙең эргәлә”, “Алтын туй”, “Әхлаҡ темаһына”, “Тәрбиә”, “Нәсихәт”, “Аҙан тауышы”, “Дини йолалар”, “Хаж сәфәре”, “Дин һәм беҙ”, “Ислам донъяһында”, “Хәҙистәр” рубрикаларында асыҡ күренә. “Урам тауышы” рубрикаһында йәмғиәттәге әҙәпһеҙлек, ҡағиҙәләрҙе боҙоу, әхлаҡһыҙлыҡ хаҡында һүҙ ҡуҙғатыла. Әйткәндәй, “Көнгәк”тә дин темаһы айырым урын алып тора. Республика диниә идаралығы гәзиттәренән тыш бер генә баҫма ла исламға улай иғтибар бирмәй. Материалдарҙы әҙерләгәндә гәзиттең даими авторы, ислам дине теологы Тимербай хәҙрәт Әхмәтов менән кәңәшләшеп эшләй редакция хеҙмәткәрҙәре. Ай башында намаҙ ваҡытын баҫыу күркәм йолаға әүерелгән.

Газета биттәрендә башҡорт халҡына хас булған тағы бер һыҙаты – ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ күҙәтелә. Ғөмүмәт,башҡорттарҙың этнопсихологияһында кешенең эске донъяһының киңлеген, алсаҡ йөҙлөлөгөн сағылдырыусы ихласлыҡ төшөнсәһе мөһим урынды алып тора. “Көнгәк”тә “Шәмбе ҡунағы” рубрикаһында ла Мәләүез еренә килеп төшкән ҡунаҡты ололап, уға айырауса ҙур иғтибар йүнәлтелә. Ололарҙы ололай белеү, үлгәндәрҙең ҡәберен белеү, ҡаһарман олатайҙарыбыҙ хаҡында изге иҫтәлек һаҡлау – гәзит биттәрендә тағын бер милли үҙенсәлеккә эйә тема. Мосолман йолалары буйынса башҡорт ата-бабаларын ҡәҙер хөрмәт менән теге донъяға оҙатҡас, ҡәберҙәрен таҙартып, тәрбиәләп, тоторға, тамырын онотмаҫҡа тейешле. “Көнгәк” биттәрендә лә ата-бабаларға хөрмәтте, иҫтәлекте сағылдырған мәҡәләләрҙе йыш күрергә була: “Ветерандар – ҡаһарманлыҡ өлгөһө”, “Утлы күмер һымаҡ хәтер”, “Яугир даны – мәңгелек”, “Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ”, “Һуғыш балалары”, “Улар ил тарихын һаҡлай” һ.б. исембашлы мәҡәләләр аша баҫма халыҡта ололарға ҡарата ихтирамлыҡ тәрбиәләй. Эшһөйәрлек, тырышлыҡ - башҡорт халҡы менталитетының иң төп үҙенсәлектәренең береһе. Ата-бабаларыбыҙҙан күсеп килгән был ыңғай сифат бөгөн дә халҡыбыҙға хас. Тәбиғәте менән баҫалҡы башҡорттоң хәҙерге сауҙа шарттарында яңы холоҡ һыҙатары асылыуы күҙәтелә. “Беҙ – булдыҡлы халыҡ, йәки башҡорт эшҡыуарлығы үҫергә тейеш” [2;№34] мәҡәләһендә башҡорттар араһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уға йәштәрҙе ылыҡтырыу, психологик һәм башҡа кәртәне йырып сығыуҙа мәғлүмәти-методик ярҙам күрһәтеү, ҡайҙалыр ситтә эшләү түгел, ә үҙ төйәгеңдә, ата-бабалар ерендәэш асып, ауылдаштарыңды эш менән тәъмин итеү, онотолған шөғөл-кәсептәрҙе тергеҙеү кеүек көнүҙәк мәсъәләләр ҡаралған. Гәзит биттәрендә район халҡын һәр саҡ тырышып эшләргә, эшһөйәр, маҡсатҡа ирешеүсән булырға саҡырған мәҡәләләр сығып тора. Уларҙың бер нисәүһен генә атап үткәндә, исембаштарынан уҡ әйҙәүсе һүҙбәйләнештәр осратырға була: “Тырыштар һәр саҡ уңышҡа өлгәшә”, “Иң мөһиме – көсөңә ышаныу”, “Тормошто хеҙмәт биҙәй”, “Яҡшы йәшәр өсөн тырышып эшләргә кәрәк”, “Тырышып эшләйҙәр, шуға яҡшы йәшәйҙәр” һ.б. Хәҙерге заманда хеҙмәт, тырышлыҡ, уңғанлыҡ ярҙамында милләте донъя кимәлендә күтәреү, данлау – “Көнгәк”тең генә түгел, дөйөм башҡорт халҡыбыҙҙың маҡсаты.

6[edit]

“Көнгәк”тең милли колоритлы булыуы хис шикһеҙ. Баҫма тәүге һанынан үҙенең эшмәкәрлеген тыуған илгә һөйөү, телде һаҡлап алып ҡалыу, милли аңды уятыу, милләтте күтәреү, дәртләндереү, йәш быуынды ысын патриот итеп тәрбиәләү маҡсатына йүнәлдерә. Әсә теле үҫһен, һаҡланһын, башҡорт телендә һөйләшһендәр, шатланһындар, йырлаһындар, үҙ халҡының бай тарихын өйрәнһендәр, тип тырыша “Көнгәк” гәзите. Баҫма республикала билдәлелек һәм ҙур иғтибар яуланы. Был ҡаҙаныштар һәм гәзиттең милли колоритлы, үҙенсәлекле, булыуында баш мөхәррир шәхесе роле, йоғонтоһо көслө. “Көнгәк” газетаһын көслө рухлы, башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашып, Башҡортостандың үҙаллылыҡ яулауына тос өлөш индергән, яҡташтарында милли үҙаңды уятҡан “Көнгәк” ижтимағи-сәйәси ойошмаһын етәкләгән, башҡорт рухын яҡлаған һәм һаҡлаған С.Һ.Әмиров кеүек уҙаман етәкләгәндә “Көнгәк” баҫмаһы милләтенә, теленә, рухына һәр саҡ тоғро ҡаласаҡ.


Шулай итеп, “Көнгәк” гәзите тышҡы биҙәлеше һәм эстәлеге менән дә милли баҫма талаптарына тулыһынса яһап бирә, республиканың башҡа район газеталары өсөн дә милли баҫма өлгөһө булып тора. Урындағы халыҡта илһөйәрлек хисен уятып, халҡыбыҙ яҙмышында ҙур рухи таяныс булараҡ, мөһим роль уйнай.

Ҡулланылған әҙәбиәт[edit]

  1. Абдрахманова Л. Мотай – һөйәлле ҡуллы батыр хеҙмәт улдар төйәге // “Көнгәк” гәзите, 2012 йыл, №10-11.
  2. Бикйәнова Р. Беҙ – булдыҡлы халыҡ,йәки башҡорт эшҡыуарлығы үҫергә тейеш // “Көнгәк” гәзите, 2011 йыл, №34.
  3. Мамардшвили М.К. О философии // Вопросы философии. 1991. №5.
  4. Әхмәтйәнова Н.Ә. Баш ҡала башҡорттары мәҙәниәтендә “Киске Өфө” милли баҫмаһы// Городские башкиры: прошлое, настоящее, будущее. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН. – 2008.
  5. Юлдыбаев Б. Патриотическое воспитание современной молодежи // Ватандаш, 2011, №2.