Jump to content

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны

From Wikisource
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны
Башҡортостан - һин һөйөклө илебеҙ,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Европаны, Азияны нурлап,
Сал Уралдың ата ал таңы.
Ҡушымта:
Дан һиңә, Башҡортостан,
Тоғро юлыбыҙҙан беҙ атларбыҙ.
Бөйөк Рәсәй менән берҙәмлектә
Туғанлыҡ, дуҫлыҡты һаҡларбыҙ.
Башҡортостан - һин тылсымлы хазина,
Тик уңғандар һаҡлай байлыҡты.
Байрағыңда ҡурай бәхет юрай,
Йорто нурлы татыу халыҡтың.
Ҡушымта:
Дан һиңә, Башҡортостан,
Тоғро юлыбыҙҙан беҙ атларбыҙ.
Бөйөк Рәсәй менән берҙәмлектә
Туғанлыҡ, дуҫлыҡты һаҡларбыҙ.
Башҡортостан, беҙ булырбыҙ гел тоғро,
Күкрәп йәшә, гүзәл еребеҙ.
Ошо ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ,
Ошо ерҙә тынмаҫ йырыбыҙ.
Ҡушымта:
Дан һиңә, Башҡортостан,
Тоғро юлыбыҙҙан беҙ атларбыҙ.
Бөйөк Рәсәй менән берҙәмлектә
Туғанлыҡ, дуҫлыҡты һаҡларбыҙ.