Башлыҡҡа исем?! Лариса Абдуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Башлыҡҡа исем?! (шиғыр)
автор Лариса Абдуллина


Башлыҡҡа исем?!


Таптылар бит хәҙер әмәлен:
Илде "йыйып" ҡуйыу ғәмәлен!
Һорамайҙар бер ни халыҡтан:
Фарман биреп алыҫ-алыҫтан,
Башһыҙ башҡа исем эҙләйҙәр,
Көнбайыштан хәлде күҙләйҙәр.
Һорамайҙар: бармы тип эшең!?
Һорамайҙар: бармы тип ашың!?
Айнынымы халыҡ тимәйҙәр,
Көнбайышты һаман күҙләйҙәр!
Нисек аҫрай ҡарттар йәндәрен?!
Һорамайҙар мәктәп хәлдәрен!
Һөйәк ташлағандай халыҡҡа
Исем таптыралар башлыҡҡа!
Һорамайҙар: нисек әсәләр?
Рәсәй бурлаҡтары - бисәләр!
Һорамайҙар: нисек аталар?
Дүрттең өсө ерҙә яталар...
Һорамайҙар нисек балалар?
Ауыл хәлен белмәй ҡалалар...
Исем таптыралар башлыҡҡа -
Эш таптылар эшһеҙ халыҡҡа!
Олатайҙар беҙҙең, их, ҡайҙа?
Исем табыу менән ни файҙа?
Йомаҡтағы кеүек был түрә:
Үҙе башһыҙ, үҙе төкөрә,
Үҙе башлыҡ, үҙе исемһеҙ,
Ғәмәлдәре шуға ғилемһеҙ.
Хакимдар ҙа беҙгә нимәгә?
Ултырталар төпһөҙ кәмәгә...
Сал быуаттар беҙҙең тупһала,
Киләсәккә улар уҡтала!
Һорамайҙар бер ни халыҡтан:
Бер ни ҡалмаҫ башһыҙ башлыҡтан...