Башбит/Бөгөнгө анонстар/2017/35

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2017 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53



Бәлеш



Әсәйем бешергән бәлеш
Бигерәк тәмле ине,
Әсәй барҙа, бәлеш барҙа
Йәшәү эй йәмле ине!

Әсәйемде иҫкә алып,
Бәлеш бешерәм мин дә,
Бындай ҙа затлы ризыҡты
Бешереп булмай көн дә.

Минең бешергән бәлешкә
Ҡайта балалар осоп…
Нишләп тәмле булмаһын ти?
Бешерәм һөйөү ҡушып!

. . .

- Ҡаҙҙың бото – ир балаға:
Тыуған ергә ныҡ баҫһын!
Ҡанаты булыр ҡыҙҙарға –
Оянан ситкә осһон!
. . .



Фирүзә Абдуллинаның башҡа шиғырҙары