0%

Батырлыҡ. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Батырлыҡ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 23.01.2014.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Күпме һәйкәлдәр бар батырҙарға!
Орден-миҙалдары хисапһыҙ.
Ил яҙмышы һынау үткән мәлдә
Нишләр инек икән ир-атһыҙ?

 Мин батырҙар менән ғорурланам,
 Улар ирлегенә һоҡланам.
 Улар лайыҡ хөрмәт-иғтибарға.
…Әйтер һүҙем бүтән турала.

Ғүмер буйы данлы булыр өсөн
Ҡайһы берҙә етә минуттар,
Ә бит ғүмер буйы батыр йәшәп,
Дан күрмәгән аҫыл заттар бар.

Ҡатын-ҡыҙҙар…
           Ялҡау ирен һөйрәп,
Тәрбиәләй бала-сағаһын,
Туйҙырырға бөтә ғаиләһен
Ҡайҙан таба икән сараһын?!

Араҡыға донъя алмаштырған
Аҙмы беҙҙә кәкүк-атайҙар?
Барлы-юҡлы тинлектәрен тотоп
Кибет тупһаларын тапайҙар…

Ҡатындары, йөк аттары кеүек,
Донъя йөгөн төптән тарталар,
Бала өсөн янған әсәләргә
Юҡ бер ниндәй ҡаршы-кәртәләр.

Сиге-ҡырыйы юҡ сабырлыҡтың!
Өҫтәүенә тағы батырҙар:
Ирҙәр- өйҙә.
            Гастарбайтер булып
Өфөләргә китә ҡатындар.

Өфө генә тиһең!
              Себерҙәргә
Китә хәҙер ҡатын баштары
Кейендерер өсөн балаларын,
Булһын өсөн икмәк-аштары.

Италия , Испанияларҙа
Ялланышып байға эшләйҙәр.
Ә ирҙәре…
           Аҡса ала-ала
Һөйәркәләр менән йәшәйҙәр.

Бала өсөн утҡа-һыуға ингән,
Йәнен аямайса тырышҡан
Ир йөрәкле батыр ҡатындарға
Һәйкәл ҡуйыр инем ҡоростан!

Юҡ, алтындан түгел: матурлыҡ һәм
Байлыҡ мөһим түгел уларға.
Ҡорос һаулыҡ һәм сабырлыҡ кәрәк
Тормош һынауына сыҙарға.

Иҫ китерлек ҡатын-ҡыҙҙың көсө!
Ирҙәренә генә төртөлә:
Ғорурланырғамы улар менән,
Хурланырға микән – кем белә?

Ир-баш, ҡатын-муйын тигән һүҙҙән
Күптән булғандыр баш тартырлыҡ.
Күп ирҙәрҙең төштәренә инмәй
Ҡатын-ҡыҙҙарға хас батырлыҡ!