Jump to content

Барыһы бар(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource
Барыһы бар (шиғыр)
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Барыһы бар


Сәскәләрҙең алдары,
Алмалары, сейәһе,
Еләктәре, балдары,
Ҡуҙғалаҡлы яланы,
Ҡымыҙлығы, баланы,
Күп балыҡлы йылғаһы,
Бейек-бейек тауҙары,
Бөҙрә сәсле талдары —
Барыһы тыуған еремдә —
Башҡортостан илендә.
 


1988 йыл