БАНК
Мөғжизәләр тулы ябай ғына,
Бөтәбеҙгә таныш был донъя:
Бер бәрәңге һалдым яҙғы ергә,
Туҫтаҡ тулды көҙөн - шау улъя.
Тары ҙурлыҡ ҡына орлоҡ сәстем,
Силәк-силәк алдым йәшелсә,
Бер ҡарыштан үҫте алма баҡсам,
Йыйған уңышына юҡ үлсәм.
Алтын тапап йөрөйбөҙ, тигәнгә
Ышанмай ҙа тора ҡай бере,
Мөғжизәләр тулы ошо ерҙең
Тик белергә кәрәк ҡәҙерен!
Ҡайһы банкта яҙын бер һум һалып
Көҙ еткәнсә етер йөҙ һумға?!
Күберәккә артҡан саҡтар була,
Яйы килеп, әгәр йыл уңһа.
Бер ни бирмәҫ йылы булмай ерҙең,
Уңышы сыҡһа ла әҙерәк,
Буш итмәһәң ерҙе - буш ҡалмаҫһың,
Ал ҡулыңа кәтмән, ал көрәк.
Аҡса менән һатып алырлыҡмы
Баҡсаң бүләк иткән хозурлыҡ,
Хәләл көсөң менән малдар табыу
Ил өҫтөндә үҙе ғорурлыҡ!
Көсөң һалып үҫтергән емештән
Татлыраҡты тапмаҫһың эҙләп.
Әллә ҡайҙан байлыҡ көтәһе юҡ:
Иң ҡиммәт банк - тупраҡ һәм хеҙмәт !
*улъя - табыш, файҙа