Ул көтмәгәндә күҙемә салынды. Беҙҙең яҡта "мал өйө" тип йөрөтөлгән ихата эсендәге кесе йорттан инде нисәмә йылдар тотонолмай ятҡан, ҡул етмәгән иҫке монаятты сығарып яндырырға булдыҡ.
Иҫке дивандар, ултырғыстар, тартма-фәлән... Беҙҙең балалыҡ иҫтәлектәре. Ваҡыт етмәүҙән бигерәк шул хәтирәләр ҡулды тотто ла шикелле әле...
Уларҙы ҡуҙғатып ала башлағас, шул банка күҙгә сағылды ла инде. Беҙҙең быуын яҡшы хәтерләй - аҙыҡ-түлектең наҡыҫ сағында болгар ҡыярҙарын һатып ала алыу үҙе бер ваҡиға була торғайны. Банка, беҙҙәгеләрҙән айырмалы, киң ауыҙлы, рәүеше лә башҡасараҡ, минеңсә, ҡупшыраҡ та. Ауыл ерҙәренә барып та етмәй ине инде - ҡалала итәк аҫтынан һатып бөтәләр, сауҙаға һалғаны артынан һыу буйы сират баҫа.
Әсәйемдең беҙгә, Белоретҡа, һуңғы килеүе ине. Уға ҡотолғоһоҙ диагноз ҡуйҙылар, тик үҙенә әйтмәнек. 57 генә йәш ине әсәйемә. Эшһеҙ тора аламы ни - инде нисәмә айҙар тамағына аш йүнләп бармаһа ла, тик тормаҫҡа тырыша: шул арала һеңлемдең бәләкәс улына ойоҡбаш-бейәләй бәйләп бөтөрҙө. Был юлы миңә һауыт-һаба йыуышырға булып китте лә ошо болгар банкаһын күреп ҡалды. Нисәмә йылдар быуындары һыҙлап, гөп-шеш булып бөткән ҡулын шуның ауыҙына тығып ебәрҙе лә:
- Ҡайһылай ҙа шәп һауыт, йыуырға йәтеш. Беҙҙең банкаларҙы һөт һалғандан һуң таҙартып алыуы үҙе бер мәшәҡәт бит, ҡул һыймағас. Миңә биреп ҡайтар әле, - тип шатланып китте.
Ниңә шуғаса үҙемдең башыма килмәгән икән?! Хәҙер бит әсәйемдең күп тигәндә ярты йыл ғүмере ҡалған! Шуны уйлап, эстән үкһенем генә.
Бына шул банка ни ғиллә менән һаҡланған, 26 йыл үткәс күҙемә салынды.
Әсәйемдең бәлки һуңғы шатлығы, бер нисә ай ғына һөйөнөп тотонған һауыты булып, минең ғәмһеҙлегем төҫө булып һаҡланған банка...