0%

Бала. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Бала. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.2011.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бар ғаләмгә аҡ нур өргән,
Бәхеттәрҙән гөлдәр үргән,
Донъя күрке бала икән.
Йөрәктәрҙе тетрәндергән,
Үҙәктәрҙе өҙөлдөргән,
Бәғер телгән бала икән.

Һыуҙарымдың тәме-балам,
Көндәремдең йәме-балам,
Йәшәүемдең ғәме-балам,
Намыҫымдың сәме-балам.

Күңелемде күккә сөйгән
Иң ҙур шатлыҡ һинән, балам.
Баш күтәрә алмаҫ ҡайғым,
Әрнеүҙәрем һинән, балам.

Эй, Хоҙайым, бер үк һаҡла баламды…