Балаларға ҡыуаныс бүләк ит (бәйге)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Балаларға ҡыуаныс бүләк ит – Башҡорт Викикитапханаһына башҡорт телендәге әкиәттәр һәм балалар өсөн әҫәрҙәр күсереп ҡуйыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында ойошторолған беренсе бәйге. Ойоштороусылары – башҡорт телендәге википроекттарҙы үҫтереүҙе үҙ бурыстары тип һанаған кешеләр. Ойоштороу ваҡыты: беренсе иғлан – 2012 йылдың 30 апреле, рәсми иғлан – 2012 йылдың 1 июне – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Бәйгенең тамамланыу ваҡыты һәм еңеүселәрҙе билдәләү – ҡатнашыусыларҙан кемдер беренсе булып 1001 әҫәр ҡуйған көн.

Бәйге тәртибе[edit]

Башҡорт Викикитапханаһына асыҡ ҡулланыуҙа булған, авторлыҡ хоҡуҡтары менән һаҡланмаған башҡорт телендәге әкиәт һәм балалар әҫәрҙәре яҙмаларын күсереп ҡуйырға кәрәк. Викикитапханала быға тиклем булған әҫәрҙәрҙе яңынан индерергә ярамай.

Яңы күсерелгән яҙмаға мотлаҡ Category:Башҡортса тамғаһы менән билдәләү, һәм йөкмәткеһенә ҡарата махсус категория тамғаһы (әйтәйек, Category:Батырҙар тураһында әкиәттәр) ҡуйыу талап ителә. Категориялар төрө сикләнмәгән. Өлгө өсөн Башҡорт Викитаханаһында булған берәй әкиәтте йәки балалар өсөн әҫәрҙе асып ҡарағыҙ, уның “Үҙгәртергә” төймәһенә баҫып нисек итеп матурларға була икәненә төшөнөгеҙ.

Бәйгеселәрҙең өлөшөн билдәләү өсөн теркәлеп эшләү уңайлыраҡ.

Әҫәр күсереү өлгөһө[edit]

Өлгө итеп Аждаһаның башы ниңә ун ике? Арыҫлан Сырлыбаев йәки Бесәй ниңә ҡар ашамай. Гүзәл Ситдиҡова исемле битте ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Яңы мәҡәлә башлау өсөн Баш биткә кире сығығыҙ

Бәйге бүләктәре[edit]

  • Беренсе урын – иң беренсе булып 1001 әҫәр күсереп ҡуйыусыға, Башҡорт Википедияһының хакимы Рөстәм Нурыевтан батырҙар бүләге — бер һарыҡ йәки һарыҡ хаҡына торошло аҡсалата бүләк;
  • Икенсе урын – еңеүсе билдәләнгән ваҡытҡа иң күп әҫәр күсереп ҡуйған, әммә 1001 мәҡәләгә еткерә алмаған ҡатнашыусыға, Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы Бөрйән ырыуы аҡһаҡалы Рәзил Һөйөндөковтан ярты һарыҡ хаҡына торошло аҡсалата бүләк;
  • Икенсе икенсе урын - еңеүсе билдәләнгән ваҡытҡа иң күп әҫәр күсереп ҡуйған, әммә 1001 мәҡәләгә еткерә алмаған ҡатнашыусыға, Башҡорт Википедияһының хакимы Зөфәр Салиховтан ярты һарыҡ хаҡына торошло компьютер ҡоралмаһы;
  • Өсөнсө урын – еңеүсе билдәләнгән ваҡытҡа иң күп әҫәр күсереп ҡуйған, әммә беренсе һәм икенсе урынға еткерә алмаған ҡатнашыусыға, “Башпорталдан” бер ҡойроҡһоҙ төрткө (Беспроводная мышь);
  • Бәйгелә ҡатнашыусыларҙан призлы урынға сыға алмағандарына Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованан дәртләндереү бүләктәре.

Бәйге тәртибе һәм барышы хаҡында[edit]

Бәйге тәртибе һәм барышы хаҡында үҙ фекерегеҙ булһа "Әңгәмә" битендә яҙығыҙ. Бәйге тәртибе ҡатып ҡалған тораташ түгел, уны камиллаштырыу буйынса һәр кем үҙ фекерен әйтә ала.

  • 16.12.12 - бәйге башланғанға ярты йыл ашыу ваҡыт үтте. Алға китеш юҡ. Бөгөн Бәйләнештә (В контакте) Балалар өсөн башҡортса әҫәрҙәр исемле төркөм осраттым. Төркөмдә иғланға һылтанма ҡуйҙым.

Бәйге еңеүселәре[edit]

Әлегә билдәләнмәгән