Jump to content

Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне

From Wikisource
БАЙЫҠ СӘСӘНДЕҢ САЛАУАТ БАТЫРҒА ӘЙТКӘНЕ
автор Байыҡ сәсән (1710-1815)
Сығанаҡ: Ғ. Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. — Өфө, 2010. — ISBN 978-5-04834-0 Invalid ISBN


БАЙЫҠ СӘСӘНДЕҢ САЛАУАТ БАТЫРҒА ӘЙТКӘНЕ

Күп һыуҙар аҡҡан, күп йыл үткән. Байыҡ сәсән айҙар булып, Аҙналы улы Юлай старшина булып дан тотҡан. Берҙән-бер көн Байыҡ мәмерйәнән сығып, Ҡылыстауҙың башына менеп уйлап ултырған да, Юлайға бармаҡ булып, юлға сыҡҡан. Иҫән-һаулыҡ һорашҡан. Салауат үҙен танытып, Байыҡтың кемлеген һорағас, Байыҡ былай тигән, ти:

* * *


Һөйләһәм, һүҙ оҙайыр,
Тыңлаһаң, һинең тағы ла
Ҡолағың шәмдәй төҙәйер;
Кем булһа ла булайым,
Шуны әйтеп уҙайым:
Ил тигәндең кеме юҡ —
Бейе лә бар был илдең,
Ире лә бар был илдең,
Ике арала йөрөүсе
Теле лә бар был илдең.
Ҡыҙы ла бар был илдең,
Наҙы ла бар был илдең,
Ҡыҙ алам, тип туҡмалған
Таҙы ла бар был илдең.
Күсе лә бар был илдең,
Көсө лә бар был илдең;
Күсен ситтәр талағас,
Үсе лә бар был илдең.
Илдең ире тиһеңме,
Таланған күстән айырылған —
Шуларҙың бере тиһеңме?
Туҡмалып та таҙ ҡалған,
Ҡаны ағып һаҙ булған,
Яуызды күрһә, ҡарйыған,
Йөрәгенән матҡыған,
Асыуҙа ҡайнап сыныҡҡан,
Уралда аунап ереккән,
Ҡанһыраған арыҫландай
Ҡаңғырып йөрөгән ҡартымын!
Аты юҡҡа — атымын,
Яуызға һаман ятымын.
Торор йорто юйылған,
Балалары һуйылған,
Батырҙары ҡыуылған
Ил сәсәне, ҡартымын.
Атҡа менеп сабырҙай
Юлдаш эҙләп юлыма,
Ҡаяла башаҡ ҡайрашыр
Ҡорҙаш эҙләп ҡонома,
Ҡаңғырып йөрөгән ҡартымын.
Айҙар тигән атым бар.
Ҡулымдан ҡорал һалмаҫҡа
Илгә биргән антым бар!

Салауат тигән исемең
Ишетеп беләм ҡолаҡтан,
Исемеңде ишетеү —
Белеү түгел йөрәктән.
Юлыма тап килгән һуң,
Әйтә торған һүҙем бар!

Уралда үҫкән күп батыр,
Батыр юлын буйлаған,
Ат өҫтөндә уйнаған,
Ҡаяла башаҡ ҡайраған,
Егет булып бары ла
Һылыу ҡыҙын һайлаған, —
Бары ла үткән, ҡалмаған.
Батырын тапҡан ил ҡалған,
Батырҙар сапҡан юл ҡалған.

Батырҙар сапҡан — ил тигән;
Хандар сапҡан — ҡол тигән,
Йөҙ егерме ауылды
Ҡыуҙай үртәп көйҙөргән,
Ил өҫтөнә яу ҡылған,
Ил таларға дау һалған,
Илде ҡанға йөҙҙөргән,
Тәфтиләү ҙә сапҡан, дан тигән.
Ат йөҙҙөрөп күҙ йәшкә,
Ошаҡ тейәп тиктәҫкә,
Олатайың Шәғәле,
Уның улы Аҙналы, —
Улар ҙа сапҡан, мал тигән.

Ҡол теләгән ҡол алған,
Мал теләгән мал алған,
Яу теләгән яу һалған, —
Бары ла үткән, ҡалмаған.
Хан башын да ер йоткан,
Тәфтиләүҙе лә ер упҡан,
Шәғәлене лә ҡуймаған,
Уның башына ил еткән,
Аҙналыны ла аҙаҡтан
Янаралы эт иткән, —
Бары бөткән, ҡалмаған.
Ҡаяға тамған ҡан ҡалған,
Батырҙар сапҡан юл ҡалған,
Дошманға бысаҡ ҡайраған
Бөтмәй торған ил ҡалған.

Аҙналының балаһы
Инде Юлай ни көтә?
Яумы көтә, дан көтә?
Атаһы юлын эҙләйме?
Батырҙар юлын күҙләйме?
Өйөнә төбәп барайым,
Йөҙөнә күҙ һалайым,
Йөрәге нисек һуҡҡанын
Тел төбөнән беләйем.
«Батырҙар юлы ереккән,
Саң баҫҡан, эҙләп тапманым,
Ҡылысым үтмәҫ, тутыҡҡан,
Ҡаяла ҡайраҡ тапманым», —
Тиһә: «Бына — мин! — тирем, —
Батыр юлын буйлаған,
Ат өҫтөндә уйнаған,
Алдыңа килгән ҡарт, — тирем, —
Ат өҫтөндә сапҡанда,
Алдыма дошман баҫҡанда,
Елем менән дошманды
Ҡолата килгән ҡарт!» — тирем.



Байыҡтың һүҙен ишеткәс, Салауат та аңлаған. Байыҡ ҡартты үҙе менән бергә алып ҡайтып киткән. Юлай менән өсәүһе һөйләшеп, һүҙ үткәндәрен саҡырып, бергә кәңәш төйнәшеп, яу башларға булғандар. Һуғышта былар еңелгән. Башлыҡтары Пугачев та, Салауат менән Юлай ҙа — барыһы ла ҡулға алынған. Әлеге Байыҡ ҡарт меҫкенгә тағы ла ҡасҡы булып йөрөргә генә ҡалған. Артынан эҙәрләү төшкәс, кемгә генә барһа ла, барыһы ҡурҡҡас ҡурсыуҙан, Байыҡ бөтөнләй күҙ йырған. Берәү күрмәгән, белмәгән — ғәйеп булып юғалған.