Jump to content

Байрағыбыҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Байрағыбыҙ



Йәм-йәшел иген баҫыуы,
Муйыл-сейә - шау сәскә,
Аяҙ күк. Ҡурай тажындай
Ҡояш нурҙарын сәсә.
Йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәр –
Нәҡ беҙҙең байраҡ төҫө,
Байраҡ яҙғы көндәй матур –
   Яратам шуның өсөн.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.