Бабушкам. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Бабушкам


Минең бабушкам
Һөйләшә белмәй,
Яратам, тисе,
Ай лав ю, тимәй.
Һорайым порой:
- Инглиш знаешь?- тим,
Я твой внук родной,
Понимаешь, - тим.
Бабушкам любить
Итмәйҙер мине,
Юҡһа инглизсә
Һис юғы русса
Өйрәнер ине.
1993 йыл


2012


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.