0%

Аҫалы балаҫ(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Аҫалы балаҫ ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Аҫалы балаҫ


 
 Нәфисәне әсәһе күршеләренә йомошҡа ебәрҙе. «Сүпрә алып сыҡ әле, икмәк башы яһап ҡуяйым», — тине.
Нәфисә сынаяғын тотоп килеп ингәндә, Хәтирә апай балаҫ һуғып ултыра ине. Ҡулдары уйнап ҡына тора. Ал, ҡыҙыл, һары, зәңгәр, йәшел, ҡара йөндәрҙән төрлө-төрлө шаҡмаҡтар хасил була ла улар сағыу йондоҙҙарға әйләнә.
— Әл-лә-лә, матур! — тине Нәфисә. Балаҫ һуҡҡанды тәү күреүе.
Йәй көнө ҡойоп йылы ямғыр яуғандан һуң йәйғор балҡып китә бит әле, балаҫ та шулай нурланып тора.
Нәфисәнең ауыҙын асып ҡарап тороуы бик оҡшаны Хәтирә апайға.
— һарығығыҙ күпме? — тине, шаяртып... — һарыҡ өҫтөндә ята бит ул, балаҫ.
Нәфисә ғәжәпләнеп ҡуйҙы. Йәйғор төҫөндәге һарыҡты бер ҙә күргәне юҡ. «Әллә һарыҡ сәскә генә ашай ҙа аҙаҡтан шул сәскә төҫтәре уның йөнөнә күсәме икән?» — тип уйланы эсенән.
— һарыҡ өҫтөндә, тиеүем шунан, — тип аңлатты Хәтирә апай. — Оҙон йомшаҡ йөндән балаҫ матур килеп сыға. Йөндө иләйһең дә сиратаһың, йыуып киптергәс, төрлө-төрлө төҫтәргә манаһың. Аҙаҡ балаҫҡа тотонаһың.
— Ҡайҙа, мин дә һуғып ҡарайым әле, — тип Нәфисә Хәтирә апайҙың урынына барып ултырҙы.
— Мине әсәйем мәрхүм өйрәткәйне, ингеләп йөрө, эшләгәнемде отоп ал!
— Был балаҫты йәйғор балаҫ тип йөрөтәйек, апай.
— Үҙенең исеме лә матур уның, ҡыҙым. Аҫалы балаҫ. Аҫалы балаҫ — электән ҡәҙерле нәмә. Ҡунаҡ килгәндә генә йәйгәндәр.
— Бәй, карауаттар шәп-шәрә торғанмы ни?
Хәтирә апай көлөп ебәрҙе:
— Буй балаҫ та ярап ҡуйған инде, башҡаһы хәлдәренән килмәгәс. Ана, иҙәнгә ҡара әле. Буй-буй һуғылған балаҫты күрәһеңме? Хәҙер ни, заманаһы шундай бит, иҙәнгә йәйәбеҙ.
— Ә ниңә аҫалыһын түшәмәйһегеҙ?
— Эй балаҡайым, күҙ нурҙарым түгелгән бит минең ошо йондоҙҙарға. Шуларҙы нисек тапайым.
Нәфисә балаҫҡа әүрәп йомошон йомошларға ла онотоп сығып китте. Йоҡлағанда төш күрҙе. Имеш, әкиәттәге кеүек, аҫалы балаҫҡа ултырып, йондоҙҙарға табан осоп китеп бара. Тылсымлы балаҫты үҙе һуғып алған, имеш.


2009 йыл