0%

Аҡсарлаҡ. Дауыт Юлтый

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Аҡсарлаҡ (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый
Ижад итеү ваҡыты: 1913.


Аҡсарлаҡ


Аҡсарлаҡҡай айҡап күл өҫтәрең,
Аҡ сабаҡтар аулай ем өсөн.
Аҡ сабаҡтар аулап, ап-аҡ булып,
Үҫә икән бахыр кем өсөн?

Аҡсарлаҡтар оса, һыуҙар ҡоса,
Тулҡын яра сабаҡ тоторға;
Тау буйынан килә үткер бөркөт,
Аҡсарлаҡты яҫҡап йоторға.


1913