Аҡбуҙ йылы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *


2014 йыл - күк ағас ат йылы тип һанала.

Аҡбуҙ елә, аҡбуҙ елә,
Беҙгә лә етеп килә,
Быйыл Күк ат - Аҡбуҙ йылы,
Быны бар донъя белә.
Ир ҡанаты - ат, тигән бит
Хан замандан ҡанбаба,
"Мин күлдән сыҡтым, башҡорт!"- тип
Оранлап Аҡбуҙ саба
Башҡорт иленә табан:
Мине менер батыр бармы,
Бармы көмөш йүгәне,
Урал батыр затынанмын,
Илемәмен, тигәне?!
Әҙер торһон, был - беҙҙең йыл,
Беҙ ҡотайыр мәл етә,
Оло маҡсаттар ҡуйырға,
Үтәргә лә хәл етә!
Башҡорт аты - Аҡбуҙ толпар!
Биреп тормабыҙ ятҡа,
Табылыр батырҙары ла,
Атланмаҫ ағас атҡа.
Кемдер мал тип йәнен һата,
Батыр ил өсөн үлә....
...Аҡбуҙ елә, аҡбуҙ елә,
Беҙгә лә етеп килә.


2013


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.