100%

Ағиҙелдең рәхмәте. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ағиҙелдең рәхмәте
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2010. Нәшер ителгән: 16.06.10. Сығанаҡ: "Машина ниңә "дүрт-дүрт", ти? - Өфө, Китап, 2010 • Хикәйә



Хикәйә

Өләсәһе менән өй тирәһендә генә уйнау Асманды ялҡытты.

- Әйҙә, берәй ергә экскурсияға барайыҡ, - тип тәҡдим итте ул төштән һуң.

Әләсәһе шунда уҡ риза булды:

- Әйҙә һуң. Ә ҡайҙа барайыҡ икән?

Малай бер аҙ уйлап торҙо, иҫенә төшөрә башланы:

- Урманға кисә барҙыҡ. Уйын майҙансығында ла булдыҡ. Ә бәлки диңгеҙгә барырбыҙ?

- Диңгеҙ юҡ бит беҙҙә, балам, - тине өләсәһе. - Әйҙә, йәнә урман буйлап барайыҡ әле, бәлки берәй ҡыҙыҡ урынға барып сығырбыҙ. Йыйына башланылар. Асман төҫлө ҡәләмдәре менән ҡағыҙ алды - ул юлда туҡтап һүрәт төшөрөп алырға ярата. Унан һуң берәй ерҙә ултырып тамаҡ ялғау ҙа оҡшай уға - экскурсияла икмәк иҫ киткес тәмле була нишләптер!Термос менән сәй алдыртырға ла онотманы Асман, ул бар нәмәне лә шулай алдан хәстәрләй.

Өләсәһе менән байтаҡ ҡына атланылар урман эсендәге юл буйлап. Әллә ҡайҙан ҙур-ҙур машиналар килеп сыға ла, төтөндәрен борҡой-борҡой уҙып китә.

- Ҡала эсендә еҫтәре юҡ, ә бында тын алғыһыҙ, - тине Асман, танауын баҫып.

Өләсәһе иһә башҡа төрлө уйлай икән:

- Ҡала эсендә беҙҙең танау насар еҫкә күнегә лә, шуның өсөн төтөнөн һиҙмәйбеҙ, - тине ул. - Ә урман һауаһы таҙа булғас, барса яман еҫтәр шунда уҡ белгертә.

- Төтөн еҫкәп киләбеҙ-киләбеҙ, ә бер ҡыҙыҡ та юҡ, - тип мыжырға булып китте малай.

Өләсәһе йылмайып ҡына ҡуйҙы:

- Түҙ, балам, саҡ ҡына түҙ.

Йәнә бер аҙ барғас, машина юлынан ағаслыҡтағы һуҡмаҡҡа боролдолар. Әҙ генә үтеүгә Асман үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо:

- Диңге-е-еҙ, - тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. - Диңгеҙ, диңгеҙ, ә һин беҙҙә диңгеҙ юҡ, ти инең.Мин хәҙер краб эҙләйем.

- Был диңгеҙ түгел, Ағиҙел йылғаһы, - тип яуапланы өләсәһе. - Күрәһеңме, теге яҡта яры бар. Ә диңгеҙҙең икенсе яры күренмәй. Бында крабтар ҙа булмай. Ә ҡабырсаҡ табырбыҙ, моғайын.

Әй шатланды ейәне йылғаға!Ҡырсынташтар араһынан матурын һайлап, хазина тауы эшләне, йәйпәктәрен һыуға кәйелтеп, "ҡоймаҡ майланы". Өләсәһе 5-6 "ҡоймаҡ майлай", ә ул ташлағаны әле 2-3 кенә була. Оҫтара башланы инде, башта ташлағаны сулп итеп кенә бара ла төшә, тулҡын өҫтөнән һикермәй ине.

Ҡабырсаҡтар ҙа йыйылып китте.

Яр буйлап ары атланылар. Арыраҡ кирбестәр араһында көл-күмер күрҙеләр, шешәләр тулып ята. Өләсәһе аптыратты - шуларҙы пакетҡа йыя башланы.

- Үҙең ҡулым һыҙлай, ауыр күтәрергә ярамай,тип әйтәһең. Ниңә уларҙы йыяһың инде, - тине Асман.

- Алып ҡайтһалар, йә күмеп китһәләр ни була инде,- тип һуҡранды өләсәһе.- Быялалары ярылып, һыу ингән кешеләрҙе яралай инде шунан. Килеп тороп ярҙы йәмһеҙләп ята.

- Планетабыҙҙы бысраталар, эйе бит, - тип йөпләп ҡуйҙы ейәне.

-Әй аҡыллым, дөрөҫ әйтәһең. Ниндәй һүҙ беләһең бит әле, - өләсәһе уның башынан һыйпаны.

Уға ауыр булыр тип йәлләп, Асман да бер шешәне үҙе тотоп алды.

Икенсе бер һуҡмаҡ буйлап улар сүп-сар ташланған соҡор янына барып сыҡтылар. Шешәләрҙе шунда ташланылар ҙа ярға баҫып, теплоход уҙғанын ҡарап торҙолар.Асман унда ҡүренгән кешеләргә ҡул болғаны.

Ҡайтырға сыҡтылар.

- Ағиҙел, һау бул, беҙ тағы килербеҙ әле һиңә ҡунаҡҡа, - тип ҡысҡырҙы Асман.

Йылға ҡояшта ялтырап, тулҡындарын уйнатты, ярға бәрелеп алды.

Рәхмәт, малай, көтәм, килегеҙ, тиеүе булды, ахыры.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.