Аэропорт. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Аэропорт



Миләүшә гөлләмәһеләй
Аэропорттың уттары.
Сәләмләп беҙҙе ҡаршылай -
Баш ҡала ҡунаҡтарын.

Төрлө тел... Залдағы халыҡ
Осраша - айырылыша,
Кемделер Өфө оҙата,
Кем менәндер таныша.

Бында юлдар сеймәлешкән,
Яҙмыштар киҫелешкән:
Бер күргәнең - таныш булһа,
Икенселә - белештәр.

Таныш булыу, белеш булыу -
Беҙҙең бөтмөштән инде,
Еребеҙҙе миллиард табан
Тапап үтмештән инде.

Әйҙә килһендәр ҡунаҡҡа,
Осошлай ҙа тейһендәр,
Башҡорт - алсаҡ, башҡорт - ипле,
Ышаныслы, тиһендәр.

Килмәһендәр ҡорал тотоп,
Мәкер тейәп күңелгә,
Ерен һаҡлап, халҡҡынамдың
Күпме ҡаны түгелгән!

Аэропорт - Өфө киҫәге,
Аэропорт - Өфө ҡото,
Ҡанатһыҙға ҡанат ҡуйып
Оҙата торған йорт ул.


1978


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.