0%

Ауыл уҡытыусыһы. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ауыл уҡытыусыһы. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2013.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Мин – ябай бер уҡытыусы.
Ауыл уҡытыусыһы.
Кәрәк икән – сөгөлдөрсө,
Кәрәк булһа – баҡсасы.

Штукатур ҙа, маляр ҙа беҙ
Ремонт яһарға булһа,
Тарихсы ла, ижадсы ла,
Алға маҡсат ҡуйылһа.

Агитатор булабыҙ беҙ
Һайлауҙар яҡынлашһа,
Урам буйлап сүп йыябыҙ
Субботниктар башланһа.

Кәрәк икән – режиссер ҙа,
Бейеүсе лә, йырсы ла,
Рәссам да беҙ, сценарист та, -
Ҡулдан килә барыһы ла.

Бөтәһе лә ҡулдан килә,
Әммә иң ҙур эшебеҙ:
Яңы кеше тәрбиәләү-
Шундай кәрәк кеше беҙ!

Уҡытыусы белем бирә,
Ул – кәңәшсе, ул - терәк.
Ауыл уҡытыусыһына
Һәйкәл ҡуйырға кәрәк!