Jump to content

Ауылым кистәре. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource

Ауылым кистәре



Султ-султ килеп, Инйәр өҫтөнә
Әллә йондоҙ төшөп шаяра,
Һыу ҡойона төшкән сөңгөлгә,

Ҡыҙыл эңер һайлап, ҡаялар.
Аҡ һөлгөһө - һөттәй томандар
Билдәренә килеп уралған.
Тулҡындарҙа ҡыҙҙар моңо бар,

Ҡолаҡ һалып ауыл тын ҡалған.
Ҡыңғырауҙар сыңлай урманда,
Икмәй еҫе аңҡый урамда.
«Магнит-Мәскәү» килеп туҡтаны -

Пассажирҙар ҡайнай перронда.
Бире сығыр күпер буш тормай -
Ауылдаштар ҡунаҡ оҙата.
Бына...

Әллә аттар сабышты,

Әллә уҙҙы яңы составтар.

Яңырҙы ла инде ауылым,
Тик кистәре серле - ҡәҙимге:
Боп-боронғо ҡояш эңерҙә
Инйәремә төшөп һыу инде.





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.

чертание