Ауыллыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search



* * *


АУЫЛЛЫҠ
Ауылдан сығып киткәндә
Тулғайны бары ун биш,
Шул ун биш кенә йылым да
Ҡаныма һеңгән имеш.
Нәҡ ауылса - яҙҙар етһә
Саҡырып тора түтәл,
Тупрағының һәр бөртөгө
Йылы ҡулымдан үтә.
Нәҡ ауылса - ямғыр көтәм,
Яуында ҡояш көтәм,
Түшәлеп ятҡан еләккә
Башымды эйеп үтәм.
Нәҡ ауылса - ике ҡуллап
Күрешәм дуҫтар менән,
Күстәнәстәремде һонам
Ҡушарлы устар менән.
Нәҡ ауылса - ышаныусан,
Ауылса - бер ҡатлылыҡ,
Хәйләләмәй тура бәреү -
Бөтмөшкә күскән ҡылыҡ.
Нәҡ ауылса - һүҙҙән ҡурҡыу,
Баҙнатһыҙланыу тота,
Ҡала көйөн көйләй белмәй
Күпме "ауыл" ут йота.
Нәҡ ауылса уйлайбыҙ ҙа,
Отолабыҙ йыш ҡына,
"Ауыл - ауыҙ", тип үртәлеү,
Үкенеү ҙә буш ҡына,
Ауыллыҡ һаман фиғелдә -
Торғаны бер ауыҙлыҡ.
Беҙ ауылдан китәбеҙ ҙә,
Китмәй беҙҙән ауыллыҡ
28.09.13


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.